+28 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
14 Апрель 2025, 11:55

Уңышлы сығыш яһағандар

Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһында "Биҙәк" балалар республика фестиваль-конкурсы үткәрелеп, унда районыбыҙҙың халыҡ бейеүҙәре ансамблдәре лә ҡатнашты һәм уңышлы сығыш яһап ҡайттылар.

Уңышлы сығыш яһағандарУңышлы сығыш яһағандар
Уңышлы сығыш яһағандар

“Биҙәк” республика милли мәҙәниәттәр фестиваленә баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы тарафынан нигеҙ һалына. Конкурс милли йолаларҙы һаҡлау, үҫтереү, беҙҙә йәшәгән төрлө милләт халыҡтарының мәҙәни мираҫын нығытыу һәм һәләтле балаларҙы асыҡлау маҡсатында дүртенсе йыл үткәрелә. Быйыл ул Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығына һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам итеү йылына арналып уҙғарылған.

Нәфис һүҙ, йыр, бейеү номинациялары буйынса ойошторолған ижади конкурста, республиканың 18 районы һәм 5 ҡалаһынан килгән йәш бәйгеселәр араһында  “Төлкәҫ” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле халыҡ бейеүҙәре номинацияһында ҡатнашып, өлкәндәр төркөмө 1-се дәрәжә Дипломға, бәләкәйҙәр төркөмө Гран-приға, “Аманат” бейеү ансамбле дәртләндереү призына лайыҡ булған. Улар  төрлө бүләктәр алып, шатланып ҡайтҡандар.

  • Балалар тырышып, сәмләнеп сығыш яһаны. Конкурс бик матур үтте. Башҡаларҙың да сығышын ҡарап, һоҡланып, шатланып ҡайттыҡ”, - ти “Төлкәҫ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Айгөл Буранова.

Һәләтле  уҡыусыларыбыҙҙы һәм уларҙы конкурсҡа әҙерләгән Айгөл Фәрит ҡыҙын ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!

Уңышлы сығыш яһағандар
Уңышлы сығыш яһағандар
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас