+28 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
18 Апрель 2025, 08:10

Ҡарт олатайым – герой!

Илебеҙ өсөн һуғыштаГерой, батыр һәр һалдат!Ғаян олатайымды лаЯҙайым әле данлап!Минең ҡарт олатайым, Ғәлиев Ғаян Ғариф улы, Ишембай районы кешеһе. Ул 1926 йылда Әрмет ауылында күп балалы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Ҡарт олатайым – герой!Ҡарт олатайым – герой!
Ҡарт олатайым – герой!

Бәләкәйҙән урман эшендә эшләгән. Олатайым, үҙе кеүек үк үҫмерҙәр менән, арҡыры бысҡы ярҙамында ағас йыҡҡан. Шул ағасты балта менән юнып, мылтыҡ өсөн приклад эшләгәндәр. 18 йәшенә тиклем шундай эштәрҙә йөрөгән. Унан һуң ҡарт олатайымды армия сафына алғандар. Армияла хеҙмәт иткән сағында Бөйөк Ватан һуғышына алына. Ул һуғыштың аҙағына, Япония менән алышҡа эләгә. 1945 йылда, һуғыш тамамлана. Ғаян олатайым Алыҫ Көнсығышта Приморьела ҡала һәм милиция хеҙмәткәре булып эшләй башлай. Унда Галина тигән рус ҡыҙына өйләнә. 9 йыл сит ерҙә йәшәүҙән ялҡа һәм ғаиләһе менән Башҡортостанға, тыуған яғына ҡайта. Ул ваҡытта ҡыҙҙары Наташа ғына тыуған була. Ишембай районы Бейәләй-Күл ауылына урынлашалар. Бында ҡайтҡас, милиция эшенә бармай. Ул тыныс тормош эшен һайлай һәм һатыусы булып эш башлай. Ғаиләләре ишәйә. Бер-бер артлы тағы 5 бала донъяға килә. Ҡыҙҙарына исемде ҡатыны, Галина өләсәй һайлай, малайҙарға исемде атай кеше ҡуша. Шулай итеп, ҡыҙҙары Наташа һәм Таня, ә малайҙары Салауат, Венер, Радик, Владик атай-әсәһен ҡыуандырып үҫә. Күп тә тормай улар Стәрлетамаҡ районы Наумовка ауылына күсенә. Унда Ғаян олатай мал ҡараусы булып эшкә урынлаша. Галина өләсәй өйҙә балалар ҡарап, донъя көтә. Шулай итеп улар 65 йыл матур ғүмер кисерә. Өләсәй ауырып, иртәрәк мәрхүм була. Ә ҡарт олатайым 88 йәшенә тиклем Таня ҡыҙы ҡарамағында матур ғүмер кисерә. Ҡалған балалары килеп-китеп, ҡарашып, хөрмәт итеп йәшәй.
Ҡарт олатайым менән хаҡлы рәүештә ғорурлана алам. Ул ысын мәғәнәһендә батыр һәм герой! Уның түшен күп миҙалдар биҙәй. Хеҙмәт һәм һуғыш ветеранының илебеҙгә тоғро хеҙмәт иткән. Яҡшы хеҙмәте өсөн дә күп грамоталар менән бүләкләнгән. 9 Май – Үлемһеҙ полк һалдаттырының парадына һәр йыл портретын тотоп сығам! Уның менән ғорурланыуымдың сиге юҡ!
Иншамды Уйылдан Шәриповтың шиғыры менән тамамлағым килә.
Үлемһеҙ полк һалдаттары.
Үлемһеҙҙәр, мәңге үлемһеҙҙәр!
Полк булып сафҡа теҙелгән.
Ҡараштары, моңһоу ҡараштары,
Кемде эҙләй? Алға төбәлгән!
Ул ҡараштар төбәлгәндәр икән,
Үткәндәргә, килер көндәргә,
Ҡандар тамған һуғыш юлдарына,
Үлем, ҡарғыш, ҡара төндәргә...
Улар хәҙер беҙҙең менән бергә
Баҫып тора оло байрамда.
Онотмаған өсөн рәхмәт, тиҙәр,
Онотмағыҙ беҙҙе һаман да!
Кәлимуллина Айһылыу, КБГИ, 5-б класс уҡыусыһы.

Ҡарт олатайым – герой!
Ҡарт олатайым – герой!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас