+28 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
19 Апрель 2025, 10:10

Ҡарт олатайым менән ғорурланам!

Минең нәҫелдә Ватанды һаҡлаусыларҙың өс быуыны бар. Ҡарт олатайым Ғирфан Абдулла улы Садиҡов Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һуғыша һәм 1942 йылда Ленинград өлкәһендә туғандар ҡәберлегендә ерләнә.Ул 33 йыллыҡ ҡыҫҡа ғына ғүмерендә башланғыс белем генә ала. Уға һәм уның биш ҡустыһына уҡыу ҡайғыһы булмай, йәшәү өсөн көрәшергә тура килә.

Ҡарт олатайым менән ғорурланам!Ҡарт олатайым менән ғорурланам!
Ҡарт олатайым менән ғорурланам!

Ҡарт олатайым 1909 йылда Ибраһим ауылында указлы мулла Абдулла Хәйрулла улы Садиҡовтың ғаиләһендә өсөнсө бала булып тыуған. Улар бөтәһе 9 бала була. Указлы мулланың ғаиләһе 30-сы йылдарҙа кулаклыҡта ғәйепләнә. Булған бөтә нәмәләрен тартып алалар. Туғыҙ бала аслы-туҡлы булып, землянкала үҫә. Ә һуңынан алты бер туған Садиҡовтар Ватанды фашист илбаҫарҙарынан батырҙарса һаҡлаусылар сафынан баҫа. Эйе, ҡараңғы һәм дымлы землянкала, аслыҡ-яланғаслыҡта өшөп-туңып үҫһәләр ҙә, Тыуған илдең ысын патриоттары, үҙ ерҙәрен сикһеҙ яратыусы батырҙар булып етешә улар.
Ике Садиҡов - минең ҡарт олатайым һәм уның өлкән ағаһы Зәйнулла Ленинград фронтында һәләк була. Ағалы-ҡустылы Барый, Садиҡ һәм Тәлғәт башҡа туғандар ҡәберлегендә ята. Шәмсимөхәмәткә генә был һуғыштан тере ҡайтыу бәхете тейә, әммә ул да бер нисә йылдан ауыр яралары һәм контузияларынан вафат була.
Олатайым Фәйез Ғирфан улы Садиҡов, ҡарт олатайымдың полкташ дуҫы, Уҫман ауылынан Рабвәли Яҡуповтан ишеткәндәрен беҙгә ошолай һөйләне:
“1942 йылдың 18 мартында таң менән фашистар һөжүмгә күсте. Беҙгә миномет уты ябырылды, һуңынан танктар, пехота хәрәкәткә килде. Улар беҙҙең окоптарға етеп килгәндә, һуңғы гранаталар ҡалған ине. Бер генә 82 миллиметрлы миномет ҡалды, әммә тиҙҙән уның да снарядтары бөттө. Ғирфан үҙенең пулеметынан туп-тура атып, һөжүм итеүсе фашистарҙы ҡырып һалды. Уның патрондары бөткәс, ул расчеты һәләк булған икенсе пулеметҡа йүгереп барып фашистарҙы ҡырыуын дауам итте. Ғирфандың һәм ярҙамға килеп еткән һуғышсыларҙың батырлығы һәм оҫта эш итеүе арҡаһында беҙҙекеләр үҙ позицияларын һаҡлап ҡала алды. Әммә Ғирфан дошман снаряды шартлауынан һәләк була. Геройҙың кәүҙәһе икегә өҙөлгәйне. Һәләк булғандар бер нисә йөҙ кеше ине. Беҙ уларҙы айырым ерләй алманыҡ, бөтәһен бергә туғандар ҡәберенә һалдыҡ. Ғирфанды наградаға тәҡдим итер ҙә кеше булманы... ”, - тип ишеткәнен миңә лә һөйләне.
Һуңынан олатайым һәм уның улы Рөстәм ҡарт олатайыбыҙ һәләк булған урындарҙа хәрби хеҙмәт бурысын намыҫлы үтәй. Рөстәм 2004-2006 йылдарҙа Санкт-Петербургта ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә, хәҙер Өфө ҡалаһында эшләй. Олатайым Фәйез Садиҡов армия хеҙмәтенән һуң бөтә ғүмерен агроном һөнәренә бағышлай, ул 19 йыл колхоздың баш агрономы була, артабан башҡа яуаплы вазифаларҙа уңышлы эшләй.
Ҡаһарман ҡарт олатайымдың батырлығы беҙҙең күңелдә мәңге йәшәр һәм беҙ уның менән һәр саҡ ғорурланасаҡбыҙ.
Индира Килмөхәмәтова.

#Победа80

Ҡарт олатайым менән ғорурланам!
Ҡарт олатайым менән ғорурланам!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас