Махсус хәрби операцияла Ватан алдындағы изге бурысын үтәүсе яҡташтарыбыҙ араһында Красноусолдан 23 йәшлек гвардия лейтенанты, танк взводы командиры Азат Нияз улы Шафиҡов та бар. Ҡаты яраланып, госпиталдә дауаланып ятҡан, артабан медицина ярҙамына мохтаж яугир тыуған яғына ҡайтарылып, әлеге мәлдә реабилитация үтә. Форсаттан файҙаланып, яҡташыбыҙҙы редакцияға осрашыуға саҡырҙыҡ. Ул ата-әсәһе Гөлсинә Фәрит ҡыҙы һәм Нияз Бәйтулла улы менән килде. Осрашыуҙа шулай уҡ “Ватанды һаҡлаусылар” фонды филиалының социаль координаторы Рәмзиә Юлмөхәмәтова ла ҡатнашты. Сәй өҫтәле артында яугир үҙенең уй-кисерештәре менән бүлеште, һуғыш яланындағы хәлдәр тураһында бәйән итте. Һуғыш һуғыш инде, хәрби хеҙмәте тураһында тыныс ҡына һөйләһә лә, уның артында ҡыйыулыҡ һәм сабырлыҡ, үҙенең ҡул аҫтындағы һалдаттар өсөн ҙур яуаплылыҡ торғанын тойомларға була ине. Дошмандарға ҡаршы көрәштә батырҙарса һәләк булған Алмаз ағаһы артынан яу юлдары үтеүсе Азат өсөн ул ысын Герой һәм батырлыҡ өлгөһө булып тора. нацистарға ҡаршы нәфрәт, ағаһы өсөн үс алыу тойғоһо көслө булғанғамылыр, ҡурҡыу белмәй дошмандарға ҡаршы алыша.
Хәрби булырға хыялланған Азат Шафиҡов Красноусолдағы 3-сө урта мәктәптең 6-сы класынан һуң 7-се класҡа Ишембай ҡалаһындағы кадет мәктәбенә уҡырға инеп, уны тамамлағас, Ҡазан ҡалаһындағы Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығының Ҡыҙыл байраҡлы юғары танк командованиеһы училищеһында уҡый. 2023 йылда тамамлап, танк взводы командиры һөнәренә эйә була. Хәрби юлы Ростов өлкәһендә башланып, бында әҙерлек үткәс, Камчаткаға, һуңынан Владивостокка ебәрелә. Артабан командование махсус хәрби операция биләмәһенә юлланырға бойороҡ бирә һәм былтыр июнь айынан үҙе етәкләгән танк взводы менән Донецк Республикаһында нацистарға ҡаршы алыша.
- Башта һуғыш яланында танк менән алышҡа сыҡҡанда бер аҙ ҡурҡыу тойғоһо кисерәһең, аҙаҡ барыһына ла өйрәнәһең, хатта шартлауҙарға ла иғтибар итмәйһең. Экипаж яу яланына ингән мәлдә, үҙең өсөн түгел, ундағы егеттәр һәм уларҙың ғүмерҙәре өсөн борсолаһың, улар менән бәйләнеш булмағанда үҙеңде ҡайҙа ҡуйырға белмәйһең, сөнки үҙ взводың өсөн һин яуаплыһың, - ти Азат. – Угледарҙы штурмлауҙа, бик күп ауылдарҙы азат итеүҙә ҡатнаштыҡ. Шул турала әйтергә теләйем: нацистар артиллерия уты яуҙырып, дрондар ебәреп, танкка позициянан яу яланына сығырға ирек бирмәйҙәр, минең арттан бер нисә көн һағалағандар, тик мин танк менән төрлө позицияларҙан сыға инем, бер үк урындан сыҡҡанда минең танкыны шартлатырҙар ине. Шулай ҙа бер көндө утҡа тоттолар һәм танк янып, юҡҡа сыҡты, ярай үҙебеҙ сығып өлгөрҙөк, әммә яралар ҡаты ине. Госпиталдә оҙаҡ ҡына дауаланып ятырға тура килде һәм, ниһайәт, бер аҙ аяҡҡа баҫҡас, өйгә, ата-әсәй янына ҡайтырға насип булды, - ти яугир яу юлдары тураһында.
Азат Шафиҡов һуғыш яланында үҙен хәрби һәм тактик әҙерлек йәһәтенән яҡшы белгес, хәүефле мәлдәрҙә яуҙаштарын яңғыҙ ҡалдырмаған ҡаһарман командир итеп күрһәтә лә инде.
Ике улын да илһөйәр, Ватаныбыҙҙың лайыҡлы һаҡсылары, ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу, ғәйрәтле итеп тәрбиәләгән Гөлсинә менән Нияз Шафиҡовтар яу яланында башын һалған батыр улдары Алмазды хәтерләп, хәрби юлды һайлаған Азат, ғөмүмән, улдарының икеһе менән дә ғорурланып йәшәйҙәр. Ни тиһәң дә, уландары 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында ҡулына ҡорал тотоп немец илбаҫарҙарына ҡаршы көрәшкән ҡарт олатайҙары өлгөһөндә яҡты киләсәк өсөн илде һаҡларға күтәрелгән ысын илһөйәрҙәр. Азаттың инәһе яғынан ҡарт олатаһы – Ибраһим ауылынан Зәйнулла Абдулла улы Садиҡов Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән үк фронтҡа алына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1942 йылда яу яланында һәләк булып ҡала (бер ғаиләнән улар алтау китеп, береһенә генә әйләнеп ҡайтырға насип була), тормош иптәше Фатихаға “ҡара ҡағыҙ”ы ғына килә. Ҡарт олаталары ҡаһарман бүләрҙәре өсөн ғорурланыр ине.
- Хәрби юлды һайлаған икән, Ватан ҡайҙа ҡушһа – ул шунда булырға тейеш, бары тик ҡайҙа ғына йөрөһә лә иҫән-һау, имен-аман булһын, Аллаһы Тәғәлә, изге фәрештәләре һаҡлап йөрөтһөн, - ти ата-әсәһе, улдарына ышаныс күрһәтеп.
Яугирға тиҙерәк аяҡҡа баҫып һауығыуын теләйбеҙ! МХО-ла ҡатнашыусыларҙың барыһы ла имен-һау Еңеү яулап тиҙерәк әйләнеп ҡайтһындар!