

"Еңеү диктанты" - Бөйөк Ватан һуғышы ваҡиғаларына арналған халыҡ-ара тарихи акция. Акция төрлө йәштәге һәм төрлө һөнәр кешеләрен берләштерә, Еңеүҙең әһәмиәтен иҫкә төшөрә һәм илебеҙҙең героик үткәне тураһында белемде тикшерә.
Акцияның төп маҡсаты - белемде баһалау ғына түгел, Рәсәй граждандарының берҙәмлек тойғоһон нығытыу, тарихи хәтергә ихтирам тәрбиәләү һәм быуындарҙың күсәгилешлеген һаҡлау.
2025 йылғы яңылыҡ: диктант һорауҙарының дүрттән бер өлөшө махсус хәрби операцияға арналған.
Еңеү диктанты 25 заданиенан торҙо. .
Диктантпобеда.рф сайтында 2025 йылда «Еңеү диктанты» халыҡ-ара тарихи акцияһында ҡатнашыу өсөн үҙегеҙҙең һөҙөмтәләрегеҙҙе белә алаһығыҙ!