+28 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
2 Май 2025, 05:10

“Тыныслыҡ яҡлы булдыҡ һәм буласаҡбыҙ!”

Күптән түгел махсус хәрби операциянан ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан Красноусол ауылынан “Гранит” позывнойлы Айҙар Рәшит улы Сөләймәнов редакцияға кереп сыҡты. Апрелдең 24-ндә ул үҙенең 28 йәшен билдәләне, әммә был йылдар эсендә уға күпте күрергә һәм кисерергә тура килә.

Бала сағынан Айҙар еңел атлетиканы ла, саңғыны ла, футболды ла, баскетбол менән волейболды ла яратып үҫә. Спортҡа һөйөүҙе уға атаһы Красноусол башҡорт гимназия-интернатында физкультура уҡытыусыһы булып эшләүсе Рәшит Рәфит улы Сөләймәнов тәрбиәләй. Физкультура дәрестәре уға 2014 йылда уңышлы тамамлаған Красноусол башҡорт гимназияһында ла, һуңынан уҡырға ингән Өфө дәүләт авиация техник университетының Стәрлетамаҡ филиалында ла оҡшай. Бында бер йыл уҡығас, уҡыу йортонан документтарын алып, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ға тапшыра. Программист булырға бик теләй ул. Әммә Ватанға изге бурысын үтәргә ваҡыт етеүен уйлап, бер нисә айҙан Айҙар академик отпуск ала. Һәм 2015 йылдың декабрендә Ҡораллы Көстәр сафына баҫып, Хабаровск крайында инженер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Хеҙмәте барышында РФ Оборона министрлығы менән өс йылға контракт төҙөшөп, контракт буйынса хеҙмәттә була. Контракт ваҡыты тамамланғас, яҡташыбыҙ йәнтөйәгенә әйләнеп ҡайта, “Башнефть” компанияһына эшкә урынлаша. 2019 йылда өйләнә, ҡатыны Анастасия менән улар 5 йәшлек ҡыҙҙары Юлиананы тәрбиәләй.
Йәш кешенең Украинала тәртипһеҙлектәр дауам итеүе өсөн йәне көйә, унда бандеровсылар, бөтә төр нацистар баш күтәрә. Ошондай мәлдәрҙә Айҙар йыш ҡына атаһы яғынан ҡарт олатаһы – Сәйетбаба ауыл биләмәһенең Ҡолҡан ауылынан Заһит Яҡуп улы Сөләймәновты иҫкә ала. Ул 1942 йылдың 17 мартында (ике тапҡыр мөрәжәғәт иткәндән һуң) Ҡыҙыл Армия сафына алыныуға өлгәшә. Ҡарт олатаһы 1096-сы пушка-артиллерия полкының ғәскәри часында, һуңынан 141-се армия пушка-артиллерия бригадаһында, 279-сы уҡсылар дивизияһында, 142-се пушка-артиллерия полкында һуғыша. Ленинградты обороналау алыштарында ҡатнаша, Берлинғаса барып етеп, Бөйөк Еңеү яҙын ошонда ҡаршылай. Еңеүҙе яҡынайтыуға ҙур өлөш индергән ҡаһарман яугир ике тапҡыр “Батырлыҡ өсөн”, “Ленинградты обороналаған өсөн” (шулай уҡ ике тапҡыр), “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары, командованиеның Рәхмәт хаттары һәм башҡа дәртләндереүҙәр менән бүләкләнә. Ҡыҙылармеец Заһит Сөләймәнов 1945 йылдың 19 мартында Выбыны ауылы янында дошмандарға ҡаршы орудиены тоҫҡап утҡа тотоу ваҡытында ике расчётта эшләп, өҙлөкһөҙ ут яуҙырыуҙы тәьмин итә, шуның арҡаһында орудие хәрби бурысын үтәй. Атыш ваҡытында орудиеның боеприпастары бөтә. Әммә Сөләймәнов дошман уты аҫтында тиҙ генә снарядтар килтереп өлгөртөп, орудиелар ут яуҙырыуын дауам итә. Был алышта Сөләймәнов урынлаштырған орудие дошмандың ике дзотын, ике танк пулемётын һәм НП-һын юҡ итә. 20 мартта орудие ҡуйыусыһы тура наводка менән бер пулемётты, тура наводка орудиеһын һәм 15 гитлерсыны юҡ иткәне өсөн бүләкләүҙәргә лайыҡ була ла инде. Еңеү яулап, 1945 йылдың 26 июнендә йәнтөйәгенә әйләнеп ҡайта. Бөйөк Еңеүҙе яҡынайтыуға үҙ өлөшөн индергән ҡарт олатаһы юлын бөгөн Айҙар Рәшит улы дауам итә.
2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, тәүгеләр рәтендә Айҙарҙы ла саҡыралар. Юлға кәрәкле әйберҙәрҙе йыйып, сержант А.Сөләймәнов район хәрби комиссариатына килә. Тантаналы митингынан һәм яҡындары менән хушлашыуҙан һуң, уларҙы Ҡазанға алып китәләр. Ҡораллы Көстәр офицеры – подполковник, хәҙер мәрхүм Рәсәй Геройы А.П.Мигунов оҙатып бара, етәкселәре була. Бында бер ай хәрби әҙерлек үткәс, ноябрь аҙағында һуғыш барған төбәктәргә оҙаталар. 2023 йылда - ЛНР, ә 2024 йылдың көҙөндә ДНР биләмәһенә күсәләр. МХО зонаһында үткәргән хеҙмәт йылдары өсөн яҡташыбыҙ бик күп наградаларға лайыҡ булған. Улар араһында II дәрәжә “Хәрби хеҙмәттә өлгө күрһәткән өсөн”, Жуков, Генерал Шайморатов, “Батырлыҡ өсөн”, “Ғәскәри часта хеҙмәт иткәне өсөн” миҙалдары бар. “Тиҙҙән уларға башҡалар ҙа өҫтәләсәк”, ти Айҙар. Хәҙер ул лейтенант дәрәжәһендә “Град” (элекке данлыҡлы “Катюша”) залп уты реактив системаһын хеҙмәтләндергән ракета-зенит ғәскәрҙәренең 622-се дивизияһының 3-сө артиллерия батареяһы взводы командиры вазифаһында нацистарға ҡаршы алыша. Хәрби дәрәжәһе үҫеше лә көтөлә.
Хеҙмәттең нескәлектәре тураһында һөйләгәндә, Айҙар дрондарҙың хәҙерге хәрби хәрәкәттәрендә һәм уларға ҡаршы хәүефһеҙлек сараларының әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә ала. "Беҙҙең яугирҙарға тыуған илдән ебәрелгән маскировка селтәрҙәре ҙур ярҙам булып тора. Ә гуманитар ылауҙың балаларҙан посылкалар һәм хаттар алып килеүенә яугирҙарҙың нисек шатланыуын күрһәгеҙ икән, - ти. - Йорт тураһында хәтирәләр алғы һыҙыҡта йәнде йылыта. Бөгөн барыбыҙ ҙа дөйөм эш башҡарабыҙ – Ватаныбыҙҙың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшәбеҙ. Яҡташтарыбыҙҙан башҡа взводтан КБГИ-ны тамамлаған Толпар ауылы егеттәре Руслан Яҡшыбаев менән Фиҙел Кәримов бар. Туғандарҙан миңә өс туған, лейтенант Салауат Ғәлин һәм Сәйетбаба ауылынан класташым Азамат Ниғмәтуллин (Себерҙән мобилизациялана). Һәр беребеҙҙең хыялы бер: Еңеү менән өйгә әйләнеп ҡайтыу, тыныс тормошта үҙеңде табыу һәм, әлбиттә, дошман Көнбайыш тарафынан беҙгә көсләп тағылған ҡан ҡойошло һуғыштың ысын сәбәптәре һәм маҡсаттары тураһында бөтәһенә лә һөйләү. Беҙ һәр ваҡыт тыныслыҡ яҡлы булдыҡ һәм буласаҡбыҙ!" - ти взвод командиры, лейтенант Айҙар Сөләймәнов.

“Тыныслыҡ яҡлы булдыҡ һәм буласаҡбыҙ!”
“Тыныслыҡ яҡлы булдыҡ һәм буласаҡбыҙ!”
“Тыныслыҡ яҡлы булдыҡ һәм буласаҡбыҙ!”
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас