Атайым 1918 йылда Мораҡ ауылында тыуған. Һуғыш ғәрәсәте эсендә йөрөп, иҫән-һау 1946 йылда ғына әйләнеп ҡайта. Ул 302-се уҡсылар полкының 5-се уҡсылар батальонында пулемёт бүлексәһе командиры була.
Бөтөн ил буйынса күп кенә ғаиләләрҙәге кеүек үк, беҙҙең ғаиләне лә һуғыш ғәрәсәте урап үтмәй, атайым, уның ағаһы һәм яҡын туғандары һуғышҡа китә. Ағаһы Камалетдин яу яланынан әйләнеп ҡайта алмай, Ленинград өсөн барған ҡаты алыштарҙа, 1942 йылдың ноябрендә батырҙарса һәләк була.
Атайым тыныс тормошта намыҫ менән лайыҡлы йәшәне. “Заветы Ильича” колхозының алыштырғыһыҙ баш бухгалтеры булып хеҙмәт юлын үтте. Барыһы ла уны ихтирам итте. Ул бик тә яғымлы, бар яҡтан да килгән, изге күңелле кеше ине. Беҙҙең йорт ишеге һәр кемгә - ҡартына ла, йәшенә лә асыҡ булды. Атайым матур итеп йорт һалды, өйҙә ҙур китапхана булдырҙы, емеш баҡсаһы ултыртып, уны бар күңелен һалып тәрбиәләй торғайны, беҙгә, балаларына, ел-ямғыр тейҙермәй, матур тәрбиә бирҙе.
Әсәйем Мәрйәм Нәжметдин ҡыҙы Усманова бар ғүмерен уҡытыусы һөнәренә бағышлап, Мораҡ мәктәбендә балаларға белем бирҙе. Уның уҡыусылары, хәҙер инде үҙҙәре олоғайып бөтһәләр ҙә, уҡытыусыларын ихтирам менән иҫтәренә төшөрәләр. Хәҙер инде атайым да, әсәйем дә яҡты донъяла юҡ. Атайым 1986 йылдың 16 майында, 67 йәшендә беҙҙең аранан китте.
Атайымдың яратҡан ейәндәренең береһе Илдар Ғафури районының Мораҡ ауылында йәшәне. 2024 йылда ул штурмлау бригадаһына үҙ теләге менән яҙылырға ҡарар итте. Уны был уйынан кире булырға өгөтләүселәргә ул: “Әгәр мин бармаһам кем бара, был минең Тыуған илем, һәм ул яҡлауға мохтаж!”, - тип яуап бирҙе. Тыныс тормошта ул техника менән ҡыҙыҡһынды. Игелекле, изгелекле ине, бер ҡасан да ауылдаштарына ярҙам итеүҙән баш тартманы, яҡын туғандарын да хәстәрләп торҙо.
2024 йылдың авгусында Авдеевка янындағы ауыр бәрелештә Илдар үҙенең һуңғы алышын ҡабул итә, бының өсөн үлгәндән һуң Батырлыҡ ордены менән бүләкләнә. Яҡындарының һәм ауылдаштарының йөрәгендә уны юғалтыу ҡайғыһы менән бергә хәрби батырлығы тураһында яҡты хәтер ҡалды. Төрлө быуындарҙың батырлыҡтары дөйөм хәрби йылъяҙмаға, ғаиләбеҙҙең хәрби дан архивына берләшә. Атайым ейәне менән сикһеҙ ғорурланыр ине...
Мәрүә УСМАНОВА.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы.