

1942 йылдың февралендә 18 йәше тулыу менән Өфө сәнғәт училищеһының рәссамдар әҙерләү бүлегендә уҡып йөрөгән Зиннур Ҡалмырҙин хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ҡаҙағстандың Гурьев пехота училищеһында әҙерлек үткәс, Сталинград фронтына оҙатыла. Ҡаты алыштарҙың береһендә ул ауыр яралана һәм Абакан, Бийск, Барнаул госпиталдәрендә дауалана. Тик яралары уңалһа ла, аяғына ныҡлап баҫалмай, сатанлап ҡына йөрөй. Шунлыҡтан табиптар уға инвалидлыҡ биреп, тылға оҙатырға ҡарар итә.
- Һәләк булған ағайым Янбай өсөн фашистарҙан үс алмайынса ҡайтмайым, сатанлап булһа ла кире һуғышҡа китәсәкмен. Лутсы аяғымды дауалау сараһын күрегеҙ, - тип ҡырт киҫә ул. Егеттең фашистарҙы ҡыйратып, илебеҙҙе дошмандарҙан тиҙерәк азат итергә ашҡыныуын аңлаған тәжрибәле табиптар дауалауҙы дауам итеп, 3 ай тигәндә, ысынлап та, аяҡҡа баҫтыралар.
Зиннур Һәҙиәт улы 1943 йылдың майында Карелия фронтына ебәрелә. Финляндияны азат итеүҙә ҡатнаша. Арҡаһына мина ярсығы тейеп йәнә яраланып, госпиталдә дауаланып сыҡҡас, Кострома өлкәһенең Шарья ҡалаһында переформировка үтеп, 2-се Украина фронтына ҡушыла һәм уның составында Польшаны фашистарҙан азат итеүгә үҙ өлөшөн индерә. "Поляктар совет һалдаттарын шул тиклем шатланып, һөйөнөп ҡаршы алды", - тип хәтерләр булған Зиннур Һәҙиәт улы. Батырлыҡтары өсөн ул Ватан һуғышы Һәм Дан ордендары, “Сталинградты обороналаған өсөн” һәм башҡа бик күп миҙалдар менән бүләкләнә.
Дошманды өңөнә тиклем ҡыуып барып, еребеҙгә Еңеү яуларға ынтылған армия сафында Зиннур ағай ҙа Германия еренә тиклем барып етә. Һәләк булған Янбай ағаһы өсөн үс алып, айырыуса ажарланып, үҙ-үҙен аямай, ҡыйыу, аяуһыҙ дошмандарҙы ҡыра, һөжүм ваҡытында һәр саҡ алғы сафта булырға тырыша яугир. Һуңғы һулышына тиклем бирешмәҫкә тырышҡан фашистар менән сираттағы ҡаты алыштарҙың береһендә ул йәнә ауыр яралана. Дошман пуляһы уның күкрәгенән үтеп сыға.
- Башҡараһы эштәрем, буласаҡ ғаиләм, тыуаһы балаларым хаҡына фәрештәләрем һаҡлағандыр инде, пуля йөрәгемдән 2 сантиметрҙай ғына ситтәнерәк үткән, - тиер булған ул һуғыш юлдарын иҫкә алған һайын. Польшаның Бромберг ҡалаһындағы госпиталдә оҙаҡ ҡына дауаланырға тура килә уға. Еңеү көнөн дә госпиталдә ҡаршылай.
Ошонда Бөйөк Ватан һуғышында Зиннур Һәҙиәт улының уртансы ағаһы Хөрмәт, энеһе Әмирйәндең дә, йәғни бер ғаиләнән дүрт яугирҙың ил именлеген һаҡлауын һыҙыҡ өҫтөнә алырға кәрәктер. Ғаиләлә иң өлкәне булған өлкән лейтенант Янбай Ҡалмырҙин башҡорт атлы дивизияһы составында дошмандарҙы ҡыйратып, Белоруссия ерендә һәләк була һәм шунда ерләнә. Әмирйән ҡустылары ла 1945 йылдың еңеү яҙында, Германия ерендә барған алыштарҙа һәләк була. Ул Лейпциг ҡалаһындағы туғандар ҡәберендә ерләнә. Элемтәсе булып һуғыш юлы үткән Хөрмәт тыуған ауылына Еңеү менән әйләнеп ҡайта.
1945 йылдың июнендә Зиннур Һәҙиәт улы демобилизацияланып, тыуған ауылына юл тота. Таҙлар станцияһына килеп төшөүенә даими хатлашып торған һөйгән ҡыҙы Назафатты осрата. Уны күргәс, ҡайтыуы хаҡында аңғартып хат та яҙмаған егет аптырап ҡала.
Оҙаҡламай йәштәр сәстәрен-сәскә бәйләп, бик матур һәм татыу ғүмер итәләр. Назафат Хәлил ҡыҙы бөтә ғүмерен Ҡауарҙы урта мәктәбендә балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнай. Зиннур Һәҙиәт улы башта Ҡауарҙы урта мәктәбендә черчение һәм һүрәт төшөрөү буйынса балаларға белем бирһә, артабан “Мағаш” колхозында бухгалтер булып эшләй. Артабан умартасы булып эшләгән яугир ҡортсолоҡ буйынса Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә ҡатнашып, көмөш миҙал менән бүләкләнә.
Өлгөлө, татыу һәм эшсән ғаиләлә өс бала үҫә. Уларҙың һәр береһе юғары белем алып, һайлаған һөнәрҙәре буйынса намыҫлы һәм лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хеҙмәт ветерандары. Тормошон авиацияға бәйләгән оло улдары Винер отставкалағы полковник булһа, ҡыҙҙары Гөлнура - инженер-геолог. Ә инде Ғәлинур Зиннур улы - мәғариф ветераны, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре.
- Атайым һуғыш тураһында бик һөйләргә яратманы, “ул мәхшәрҙе һүҙ менән һөйләп, тел менән генә аңлатып булмай шул”, тип кенә ҡуя торғайны. Һәр яугир һымаҡ, ул да һуғыштың ниндәйҙер яҡты иҫтәлектәрен йә үҙҙәрен аптыратҡан, бигүк ҡурҡыныс булмаған хәлдәрҙе генә иҫкә алыр ине, - ти Ғәлинур Зиннур улы. Күрәһең, әҙәм күңеле шулай ҡоролған: дәһшәтте оноторға тырышып, матур хәтирәләр менән йәнен йылыта.
Күңел түрендәге хыялдар тураһында әйтеп киткәйнем. Зиннур ағай ҙа, бәлки, билдәле рәссам булырға хыялланғандыр ҙа, тик уны тормошҡа ашырырға һуғыш ҡамасаулаған. Һуғыштан һуң сәнғәт училищеһында уҡыуын дауам итергә бик тырышһа ла, донъя мәшәҡәттәре менән уны тамамлай алмай. Шулай ҙа күңеленә яҡын шөғөлөн ташламай. Эшенән бушаған ваҡыттарында илһамланып ижади эшкә тотона. Бик күп һоҡланғыс картиналар яҙа ул. Ауыл, колхоз, мәҙәниәт йорто, ауыл советы биләмәһендәге барса күргәҙмә материалдарҙы ул әҙерләй.
Данлы һуғыш юлы үтеп, тыныс тормошта фиҙаҡәр хеҙмәте, йәшәү рәүеше менән бары тик матур, йылы хәтирәләр ҡалдырған Зиннур Һәҙиәт улы менән бар булмышы менән ысын уҡытыусы булған Назафат Хәлил ҡыҙының баҡыйлыҡҡа күсеүенә лә хәтһеҙ йылдар үткән инде. Шулай ҙа ҡауарҙылар уларҙы һис онотмай, оло хөрмәт, ихтирам менән иҫкә алалар. Эйе, еребеҙгә Еңеү яулап, матур, лайыҡлы тормош юлы үткән ветерандар мәңге онотолмай, халыҡ хәтерендә йәшәй.
Мәрхәбә Собханғолова.