

Ваҡыт аяуһыҙ алға елә. Тиҫтәләрсә миллион кешенең ғүмерен ҡыйған, яҙмышын емергән, йәнен һәм тәнен зәғифләгән, өмөтөн һүндергән Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуға һигеҙ тиҫтәнән ашыу ваҡыт үтте. Һуғыш тарих биттәрендә урын алһа ла, уның халыҡ хәтеренән юйылыуы мөмкин түгел. Илебеҙҙә һуғыштың ут-ялҡынынан өтөлмәй ҡалған, афәте ҡағылмаған ғаилә юҡ, сөнки Бөйөк Еңеүгә өлөш индергән ҡаһарман һәр ғаиләлә тиерлек бар.
Миллионлаған ҡорбандар килтергән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Ҡаранйылға ауылы халҡы ла ил күргәнде күреп, ил кисергәнде кисерә. Ватанын һаҡлап 118 ир-егет фронтҡа китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың 64-е яу яланында батырҙарса һәләк булған. Хәҙер инде һуғыштан әйләнеп ҡайтҡан 54 ветерандың да иҫәндәре ҡалмаған.
Быйылғы йылда яу яландарында һәләк булғандарҙың һәм Еңеү менән ҡайтҡандарҙың иҫтәлеген мәңгеләштереү йәһәтенән Ҡаранйылға ауылында ла обелиск эшләп ҡуйырға ҡарар ителә. Был изге эште ошо ауылда тыуып-үҫеп, бөгөнгө көндә Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙы Кинйәбаева башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Ауыл халҡы, ситтә йәшәүсе ауылдаштары был эшкә бер төптән булып ҡушылған. Район хакимиәте башлығы Венер Вахитов сығымдарҙың бер өлөшөн атҡарып сығырға ярҙам иткән.
Сара ауылға кергән ергә ошо байрамға бер уңайҙан эшләнеп ҡуйылған ауыл исеме яҙылған стела эргәһенән, “Үлемһеҙ полк”та ҡатнашыусыларҙың рухлы йырҙар йырлап, урам буйлап ауыл клубына табан килеүенән башланды. “Үлемһеҙ полк” – ул атай-олатайҙарыбыҙға ихтирам, еңеү яулап киләсәгебеҙҙе хәстәрләгәндәргә рәхмәт билдәһе. Бындай саралар - үҙебеҙҙең бер ҙур ғаилә, ҙур ил икәнлегебеҙҙе күрһәтеү, берләшеү мөмкинлеге лә. Әйтерһең, яугирҙар бөгөн дә сафта, ғорур атлап килгән кеүек тойолдо...
Обелиск асыу тантанаһында район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, уның социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһының генераль директоры Рәмил Бәҙретдинов, район Советы рәйесе Галина Петрова, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин, ауыл халҡы, сығышы менән ошо ауылдан булғандар, күрше-тирә ауылдар халҡы ҡатнашты.
- Хәйерле көн, хөрмәтле Ҡаранйылға ауылы, Сәйетбаба ауылы биләмәһе халҡы һәм килгән ҡунаҡтар! Бөгөнгө көн - тантаналы һәм иҫтәлекле. Беренсенән, ауыл халҡын ошо Хәтер мемориаль комплексын асыу тантанаһы менән ихлас күңелдән тәбрикләйем. Беҙҙең районда 110-ға яҡын мемориаль комплекс бар. Быйыл шуларҙың 51-е төҙөкләндерелде. Бөгөнгө был сара бик мөһим. Ошо ауылдан яуға киткән 120-гә яҡын ҡаһармандар алдында беҙ бурыслыбыҙ һәм сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Әле махсус хәрби операцияла Ватан һағында торған ир-егеттәребеҙ ҙә Еңеү яулап, иҫән-һау ҡайтһындар. Барығыҙҙы ла Еңеү байрамы менән ҡотлайым, - тине Венер Фәнир улы сығыш яһап һәм Хәтер мемориалын эшләүҙә әүҙем ҡатнашҡан Зөлфиә Ғибәҙуллина, Шамил Вахитов, Гөлсәсәк Кинйәбаеваны Маҡтау грамотаһы менән бүләкләп үтте.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы һәм шәхсән үҙе исеменән Рәмил Рафаил улы тәбрикләп: “Бөйөк Ватан һуғышы батырҙары, МХО яугирҙары исемдәрен мәңгеләштереү буйынса районда бик ҙур эштәр башҡарыла. Һәр ауылда таҡтаташтар асыла, патриотик тәрбиә алып барыла. Ошо сара балаларға өлгө булып тора. Илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын”, - тине.
Район Советы рәйесе Галина Викторовна Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлап, ҡаранйылғаларҙың ҙур эш башҡарып сығыуҙарын билдәләп, ошо эште ойоштороусыларға рәхмәтен еткерҙе һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙары иҫтәлеген мәңгеләштереү, шулай уҡ Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерлек эштәрендә әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Закир Вәлиев, Айваз Йәноҙаҡов, Әүхәт Мәхийәнов, Альфред, Ришат Кинйәбаевтарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
- Бөгөн шатлыҡлы тантана. Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы һәм шул уҡ ваҡытта Ҡаранйылғала ауыл халҡы менән берлектә матур итеп эшләнгән Хәтер мемориалын асабыҙ. Рәхмәт барығыҙға ла. Беҙҙең Сәйетбаба ауыл биләмәһендә һуңғы йылдарҙа йыл да тиерлек обелисктар асыла. Әле Яңы Заһит ауылында эш алып барыла. Ҡаранйылға ауылы биләмә эсендә сәмсел, эшсән, берҙәм булыуҙары менән айырылып тора. Улар юлдар төҙөкләндерәләрме, күперҙәр эшләйҙәрме, бик берҙәмдәр. Депутат та әүҙем ҡатнаша. Киләсәктә лә шулай берҙәм булығыҙ, - тине үҙ һүҙен йомғаҡлап Венер Сәхиулла улы.
Бына тантаналы минуттар - Хәтер мемориалының ҡыҙыл таҫмаһы киҫелә. Ул хөрмәтле ҡунаҡтар Венер Вахитов, Рәмил Бәҙретдинов, Галина Петрова өлөшөнә төштө. Мемориалға веноктар, сәскә гөлләмәләре һалынды. Һуғышта, яу яландарында башын һалған ата-бабаларыбыҙҙы, һыуыҡ окоптарҙа бар һаулығын юғалтып, яу яраларынан бөгөнгө көндәргә килеп етә алмай вафат булған ауылдаштар - һуғыш һәм тыл ветерандары иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Артабан ошо эште башлап, уны атҡарыу өсөн бар көсөн һалған Гөлсәсәк Мөхәмәт ҡыҙына һүҙ бирелеп, ул үҙ сығышында: “Барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллыҡ байрамы менән ҡотлайым, донъяларҙың тыныслығын, барығыҙға ла иҫәнлек-һаулыҡ, дәртле, дарманлы булып йәшәүегеҙҙе теләйем. Был мемориалды асыу теләге бала саҡтан, күңел һорауы булып килә ине. Сөнки, Сәйетбаба мәктәбенә уҡырға барғас, ул ауылдағы обелискка барғанда беҙгә кәрәкле, таныш фамилиялар булманы. Шунда үҙебеҙҙең ауылда ла обелиск булдырыу уйы тыуғайны. Бөгөн Хәтер мемориалын булдырыуҙа ярҙам иткән барығыҙға ла, минең башланғысты күтәреп алған туғандарыма, иҫәп-хисап эштәрен алып барған Зөлфиә Сәйфетдин ҡыҙына, шулай уҡ барлыҡ теләктәрҙе, хыялдарҙы тормошҡа ашырыу өсөн йүгереп йөрөгән Фәрит Фахразый улына, ауыр йөкләмәбеҙҙе тормошҡа ашырыуҙа ярҙам иткән район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улына, ауыл ир-егеттәрен йыйып, ойоштороп йөрөүсе Шамил Вахитовҡа, бөтә ауыл халҡына, ошо эш барышында исемдәрҙе, тарихты барларға ярҙам иткән зиһенле оло инәйебеҙ – Маһира әбейгә ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бер ыңғайҙа ауыл, нәҫел тарихын барланыҡ, хәтерҙе тергеҙҙек, шуның өсөн дә ошо мемориалға “Хәтер” тип исем бирергә уйлаштыҡ. Был обелиск менән генә башланған эш оло эшкә әйләнде. “Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге лә юҡ”, тиҙәр, беҙ үҙебеҙҙең тарихты тергеҙеп, бөгөнгө көнгә бәйләп, киләсәк быуындарға ҡалдырҙыҡ тип, ҙур ышаныс менән әйтә алам”, - тине.
Сара аҙағында ошо ауылда тыуып үҫкән, хәҙерге көндә Өфөлә тарих уҡытыусыһы булып эшләүсе Альмира Миңнулла ҡыҙы ошо мөһим эштә ҡатнашҡан һәм ойошторған барыһына ла рәхмәт әйтеп үтһә, педагогия фәндәре кандидаты, хәҙер ауылда йәшәүсе Миңниә Хәсәйетдин ҡыҙы 14 йәштән ағаһының документы менән һуғышҡа киткән үҙенең атаһы тураһында һөйләп, күңел кисерештәре менән бүлеште.
Тантана тамамланһа ла, ауылдаштар таралышырға ашыҡманы - Хәтер мемориалы янында бер-береһе менән һөйләшеп, аралашып, фотоға төштө, һалдат бутҡаһы менән һыйланды. Һуңынан ауыл клубында бай йөкмәткеле байрам концерты ҡараны. Сараны йәнле итеп мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гөлшат Вәлиева һәм Фәнүр Баязитов алып барҙы.
Ҡаранйылғалар был сараға етди әҙерләнгән. Ауыл халҡы тирә-яҡты төҙөкләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу, зыяратты тәртипкә килтереп өмәләр ойошторған. Был уларҙың берҙәмлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. “Бөйөк Еңеү хаҡындағы иҫтәлек быуындан-быуынға күсһен, бар донъялағы тыныслыҡ һөйөүсе кешеләрҙе берләштерһен. Донъяларыбыҙ тыныс булһын, барыбыҙ ҙа имен-һау булайыҡ. Бөйөк Еңеү өсөн ғүмерҙәрен аямаған батырҙарға мәңгелек дан!”, - тигән теләктәр менән таралышты был тантанала ҡатнашыусылар.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.