

Гала-концертҡа иң яҡшы композициялар һайланып, ул 25 апрелдә район мәҙәниәт һарайында уҙғарылды. Йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы (балалар, педагогтар һәм ата-әсәләр), ата-бабаларының батырлығына хөрмәт һәм хәтерҙе берләштереп, хореография, вокал һәм театрлаштырылған жанрҙа үҙ һәләттәрен күрһәтте. Сараға хәрби хәрәкәттәр ветерандары, МХО-ла ҡатнашыусылар, атай-әсәйҙәре һәм проекттың партнёрҙары саҡырылғайны. Фестиваль байрам ғына түгел, мөһим ҙур ваҡиғаға әйләнде.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар бындай сараларҙа ҡатнашып, “Еңеү” һүҙенең мәғәнәһен тәрәнерәк аңларға, тыныслыҡты һәм зәңгәр күк йөҙөн, шулай уҡ тарихи хәтерҙе һаҡлауҙың мөһимлеген баһаларға өйрәнә. Фестивалдә һуғыш йылдары йырҙары яңғыраны, шулай уҡ бәләкәй актёрҙар театрлаштырылған күренештән өҙөктәр һәм бейеү композициялары менән сығыш яһаны. Сарала әүҙем ҡатнашҡандары өсөн Сәйетбаба ауылынан ата-әсәләргә - МХО яугирҙарының ҡатындарына ҙур рәхмәт һүҙҙәре еткерәм, улар көс һәм ваҡыт табып, балаларға һәм педагогтарға ярҙам итте.
Фестиваль йомғаҡтары буйынса “Иң яҡшы театрлаштырылған күренеш” номинацияһында иң-иңдәре булып, Красноусолдағы “Тирәккәй” һәм “Әкиәт” балалар баҡсалары аталды. “Һуғыш осоро йырҙарын иң яҡшы башҡарыусы” номинацияһында - “Берлиндағы Казактар” йыры менән, шулай уҡ “Хәрби тематикаға иң яҡшы вальс башҡарыу” номинацияһында “Тирәккәй” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре билдәләнде. “Йәш актёр” номинацияһында – “Миләшкәй” балалар баҡсаһынан Родион Дьяконов, “Вокал. Соло” номинацияһында “Тирәккәй” балалар баҡсаһынан Егор Королёв еңеүсе булды.
Фестиваль юғары кимәлдә үтте. Был ысын мәғәнәһендә рух, дуҫлыҡ һәм быуындар араһында үҙ-ара аңлашыу байрамы булды. Беҙ белемде һәм традицияларҙы бер быуындан икенсеһенә тапшырыуҙың мөһимлеген күрҙек, Ватаныбыҙҙы яҡлаусыларҙы бер ҡасан да онотмаҫҡа кәрәклекте тойҙоҡ. Балаларҙың илһамлы, ихлас сығыштарын күреп, өлкәндәр ҙә күңел күтәренкелеге алды.
Лира БӘХТЕЙӘРОВА,
мәғариф бүлеге методисы.