+28 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
8 Май 2025, 04:35

Ул илде һаҡланы һәм урманды ла...

Был иҫтәлектәрҙе Үтәк ауылынан әти менән әнигә – Әхмәтғәли Хәйерлевара улы менән Рабиға Садиҡ ҡыҙы Солтановтарға бағышлайым. Улар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығын күрә алманы, 12 йыл элек бер-бер артлы был донъяны ҡалдырып киттеләр.

Ул илде һаҡланы һәм урманды ла...Ул илде һаҡланы һәм урманды ла...
Ул илде һаҡланы һәм урманды ла...

Әти Бөйөк Ватан һуғышы яугиры ине. Әти-әни иҫән саҡта беҙ 9 Майға һәр ваҡыт ауылға ҡайтып, митингыға барып, туғандар менән табын артына йыйылып, байрамды билдәләй инек. Һәр йылды әтиҙе ҡотларға Усолка лесничествоһынан күстәнәс алып киләләр ине. Улар шуға һөйөнәләр ине. Иң мөһиме – күстәнәс түгел, иҫкә алыу, онотмау. Әти һуңғы 25 йылын Ғафури урман хужалығында техник-лесовод булып эшләне. Ул юморҙы бик яратты, килгән хеҙмәттәштәрен: “Әле күп йылдар йөрөрһөгөҙ әле минең янға”, - тип көлдөрә ине.
1943 йылдың ноябрендә 17 йәшлек әтигә повестка килә. Уларҙы Ырымбур өлкәһе Ҡарғалы ауылында 19-сы запас элемтә полкында элемтәсе һөнәренә өйрәтәләр. Элемтәсе һуғыш яланында иң кәрәкле белгес була. Элемтә өҙөлһә, бер операция ла уңышлы булмай. 1944-1945 йылдарҙа II Украина фронты составында 1018-се элемтәселәр батальоны Румыния, Венгрияны азат итә. Ут аҫтында элемтә сыбыҡтарын ялғап, Морзе аппараты менән роталарҙы тоташтырып, “ярты Европаны” йүгереп үтәләр йәш һалдаттар. Еңеүҙе Австрияла, Вена ҡалаһында ҡаршылайҙар. Румыния, Венгрия - Гитлерҙың союзниктары, Советтар Союзына ҡаршы һуғышалар. Был илдәрҙә Еңеүҙе һаҡларға, нығытырға кәрәк була. Шуға күрә, 1943 йылғы призыв 1950 йылдың октябренә тиклем хеҙмәт итә.
17 йәштә сығып киткән ауыл малайы 25 йәштә өлкән сержант, өлкән телеграфист.
"элемтә отличнигы" билдәһе һәм башҡа миҙалдар менән ҡайтып төшә. Энергияһы ташып торған, комсомолец, грамоталы егетте төрлө эшкә егәләр. Ете класс бөтөрөп армияға киткән егет 7 йыл тормош институтын бөтөрә. Ул гарнизон китапханаһындағы бөтөн рус классиктарын уҡып сыға, руссаны һыу кеүек эсә. Бурлыла, һуңынан Үтәктә физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Почта начальнигы, 1955-65 йылдарҙа ауыл Советы секретары була, депутат итеп һайлана. Өфө урман-техник техникумында курстарҙа уҡып ҡайтып, 1965-1990 йылдарҙа Ғафури урман хужалығында эшләне. Уның менән бергә эшләгән лесник ағайҙарҙы иҫкә алғым килә: Игенселәр ауылынан һуғыш ветераны Рәшит Мырҙағолов, Мәғәфүр Ғилманов (Әрмет), Мансур Әүхәҙиев (Ташбүкән леснигы), (111-се квартал леснигы, һуғыш ветераны Миңлеғужа Баймөхәмәтов), Мостафа һәм Рәшит Еремеевтар (Үтәк).
Шундай профессия бар ине – урманды һаҡлау. Техник-лесовод – был хөкүмәт һәм дәүләт өсөн бик әһәмиәтле специальность. Ғафури урман хужалығы һәм Усолка лесничествоһы үҙенең эшселәренә бик талапсан булды. Урман һаҡсыларының күбеһе коммунист, һуғыш ветерандары ине. Барыһы ла партия ҡушҡанды үтәнеләр, урманды күҙ ҡараһы кеүек һаҡланылар, һәр ағас киҫеү контролдә булды, гектарлап урман яныу осраҡтарына юл ҡуйылманы. Йыл һайын ағас ултыртыу планын үтәйҙәр ине. Ә питомник Маҡарҙа ине, әти машиналар яллап, шунан ағас үҫентеләре алып ҡайтып, барлыҡ лесниктарға өләшә ине. Ҡайын бөрөһө, му-йыл йыйып киптереп тапшырыу, ҡарағай тубырсыҡтары йыйыу һәм башҡа иҫәпһеҙ-һанһыҙ пландарҙы үтәргә кәрәк була. Ул заманда планды үтәгән өсөн әти "коммунистик хеҙмәт" ударнигы билдәһенә лайыҡ була. Урман хужалығы директорҙары П.Мерзляков, Л.Князев, партбюро секретарҙары Н.Степанов, Х.Басариевтарҙың ҡултамғалары менән тиҫтәләгән Маҡтау грамоталары менән бүләкләнә.
1951 йылдың авгусында ауылдың уңған, тырыш ҡыҙы, һуғыш ваҡытында звеньевой булып эшләп, миҙалға лайыҡ булған Рабиға Аҙнабаеваға өйләнә. Беҙгә, дүрт балаға, ғүмер биреп, матур тормош юлы үттеләр. Һәр беребеҙ тормошта үҙ урыныбыҙҙы таптыҡ, үҙебеҙҙең күңелгә ятышлы һөнәрҙәр (табип, уҡытыусы, лаборант, шофёр) һайланыҡ. Балаларҙы яҡшы тәрбиәләгән өсөн Маҡтау грамоталарына лайыҡ булдылар хатта. Ауыр йылдарҙа ла беҙгә белем бирергә тырыштылар, әти ғүмере буйына коммунист булып ҡалды, беҙҙе лә шул рухта тәрбиәләне. Уларға рәхмәтлебеҙ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, әти инсульт кисереп, һуңғы йылдарында түшәктә ятты. Аяҡтары йөрөмәһә лә, үҙ аңында, зиһене үткер, яҡшы ишетә, күрә, көнө буйы телевизорҙан ил яңылыҡтарын тыңлап, донъя хәлдәрен белеп ятты. Ул йылдарҙа Усолка лесничествоһында лесничий булып Әсҡәт Мырҙағолов эшләй ине. Һәр Еңеү байрамына, Урман хужалығы эшсәндәре көнөнә (сентябрҙә) әтиҙе ҡотларға күстәнәстәр менән килә ине. Әти менән әниҙе һуңғы көндәренә тиклем улдары Зәки менән килендәре Зөлфиә тәрбиәләне.
Тормош – ул көрәш! Һуғыш һәм тыл ветерандарының ғүмерҙәре көрәштә үтте. Улар ял итеүҙе белмәне. Яу ҡырынан әйләнеп ҡайтып, илде аяҡҡа баҫтырған, илгә файҙалы балалар үҫтергән, ил байлығы – урманды намыҫ менән һаҡлаусылар, элекке урман һаҡсыларына мәңгелек дан! Беҙҙең быуын, әлбиттә, уларҙы онотмаҫ. Йәш быуын да ил тарихын, ауыл тарихын, ауылдың һуғыш һәм тыл ветерандарын белеп үҫһендәр ине.
Рәүилә СОЛТАНОВА.
Үтәк ауылы-Стәрлетамаҡ ҡалаһы.

Автор:Индира Ишкина
Читайте нас