+28 °С
Болотло
Антитеррор
Еңеүгә - 80 йыл
9 Май 2025, 04:05

Олатайым дүрт улы менән һуғышҡа китә…

Олатайым Хәйрулла Хажиғәле улы Вәлиев 1895 йылда районыбыҙҙың Сәйетбаба ауылында тыуған. Уға Граждандар һуғышы ла эләгә.

Үҙ замандаштары араһында Хәйрулла Хажиғәле улы сағыштырмаса аңлы, белемле кеше була. Ғәрәп, рус телдәрендә яҙа һәм уҡый белә. Ойоштороу һәләте, талапсанлығы менән дә айырылып тора. Ошо сифаттары өсөн ауылдаштары уны хөрмәт итә һәм “Йондоҙ” колхозының беренсе бригадаһының алмаштырғыһыҙ бригадиры итеп һайлай. Ул ваҡытта үҙе йәшәгән урамда уның ғына мунсаһы, ихатала ҡоҙоғо була, уларға һыу алырға, мунсаға яҡын-тирәләге күршеләре йөрөй. Шулай уҡ сепаратор ҙа ауылда һирәк була, ул да уларҙа ғына булып, иртәнге һауындан һуң күршеләре һөт айыртырға ҙур сират торор була. Күршеләре, һөттө айыртып алғандан һуң, ҡаймаҡты өйҙәренә алып ҡайтырға ашыҡмай, сөнки күптәрҙең мөгәрәбе булмай, олатайымдың һалҡын мөгәрәбендә ҡалдыралар. Шуны билдәләп үтергә теләйем: ауылға электр уты 1966 йылда ғына үткәрелгән, шуға күрә ул ваҡытта кешеләр һыуытҡыстар урынына мөгәрәпте ҡулланған.
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, олатайым оҙаҡ уйлап тормай, бригаданы әүҙем ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе булған Хәйриямал әбей Латиповаға ҡалдырып, үҙе менән өлкән улы Хәйрисламды (1919 йылғы) алып, һуғышҡа китә. 1941 йылдың көҙөнә тағы ла Нурислам улы (1922 йылғы), бер аҙҙан Зәйнулла (1923 йылғы), ә 1943 йылда Нуриәхмәт (1925 йылғы) һуғышҡа китә.
Олатайыма Еңеү таңына тик-лем һуғышырға тура килмәй. Ауыр яраланғандан һуң ул һуғышҡа яраҡһыҙ була. Фронттан ҡайтҡас, олатайым ҡабаттан үҙенең бригадаһын етәкләй һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы тыуған колхозында бригадир булып эшләй. Фронтовик улдарынан тыш, олатайым тағы өс ул - Мөхәмәҙей (1934 йылғы), Зөлфәр (1936 йылғы), Сәрүәр (1939 йылғы) һәм ике ҡыҙ - Зөләйха (1928 йылғы), Зөлфиәне (1931 йылғы) үҫтерә.
Өлкән улдары Хәйрислам күп йәһәттән атаһына оҡшап, спортсы, оҫта һунарсы була. Моғайын, ошо сифаттары өсөн ул тиҙ арала өлкән сержант званиеһын ала һәм уны разведротаға тәғәйенләйҙәр. Ул хәҙерге Белоруссия урмандарында һуғыша. Йыш ҡына разведка төркөмөндә дошман тылына йөрөй. Атайым Мөхәмәҙейгә һөйләүенсә, тәүлек әйләнәһенә белоруссия һаҙлыҡтарында йәшеренеп, һыу эсенә күмелеп көпшә аша ғына тын алып ятырға тура килә. Һөҙөмтәлә, ул ике яҡлы пневмония менән ауырып китә һәм 1942 йылдың аҙағында уны һуғыштан ҡайтаралар. Тыуған ауылына ҡайтҡас, мәктәптә военрук, физкультура уҡытыусыһы булып эшләй. Өйләнә, улдары Фәрүәз һәм ҡыҙы Розалия тыуа. Әммә ауыр сир уға бер ҡасан да тынғылыҡ бирмәй. 1947 йылда олатайымдың өлкән улы Хәйрислам вафат була.
Нурислам улы 1941 йылдың аҙағында фронтҡа саҡырыу ҡағыҙы ала. Атайым һөйләүенсә, колхоз санаға егелгән ат бирә һәм һигеҙ йәше тулмаған малай (атайым) бер туған ағаһын район үҙәгенә элекке Ләмиән (Журполяна) ауылы аша тураға алып китә. Ауылға барып еткәс, күҙҙәренә йәш тулған Нурислам ағаһы ҡустыһын өйөнә ҡайтарып ебәрә, ә үҙе тоҡсайын яурын башына һалып, район үҙәгенә йәйәүләп китә. Уға тағы ла 12 км атларға ҡалған була. Атайымдың ағаһын һуңғы тапҡыр күреүе була. Нурислам бронепоезд пулемётсыһы булып һуғыша. 1942 йылдың сентябрендә хәбәрһеҙ юғала.
1923 йылда тыуған Зәйнулла улдары тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нәмә лә билдәле түгел, бер генә фотоһүрәт тә һаҡланмаған. Ҡасан фронтҡа алып китеүҙәре, ҡасан һәләк булыуы ла билдәһеҙ. "Хәтер" китабына ярашлы, Зәйнулла бабайыбыҙ 1943 йыл хәбәрһеҙ юғалған.
Олатайыбыҙҙың Нуриәхмәт улы 1925 йылда тыуған. Ул 18 йәше тулғас, йәғни 1943 йылда фронтҡа саҡырыла. Тәүҙә Нуриәхмәтте Бәләбәй танк училищеһына уҡырға ебәрәләр. Училищены тамамлай алмай, икенсе часҡа эләгә һәм һауа оборонаһы һағының пост начальнигы булып хеҙмәт итә. 1946 йылдан 1950 йылға тиклем уны икенсе часҡа күсерәләр, унда ул каптинармус-яҙыусы булып хеҙмәт итә. Шулай итеп, 1943 йылда тыуған ауылынан киткән Нуриәхмәт тик 1950 йылда ғына ҡайта.
Бәләбәй училищеһында танкист оҫталығына эйә булған Нуриәхмәт Хәйрулла улы тыуған ауылына ҡайтҡас, механизатор булып эшкә урынлаша. Хаҡлы ялға сыҡҡансы колхозда тракторсы булып эшләй. Эштәге ҡаҙаныштары өсөн уға “БАССР-ҙың атҡаҙанған механизаторы” исеме бирелә. Уға ике тапҡыр ғаилә ҡорорға тура килә. Беренсе никахынан ике балаһы, икенсеһенән ун өс балаһы бар.
Минең олатайым һәм уның улдарының Бөйөк Ватан һуғышына индергән өлөшө тураһында бына ошондай ҡыҫҡа мәғлүмәт еткерәм.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Еңеүҙең 80 йыллығын билдәләгәндә һаман яу юлдары тынмауы күңелгә тыныслыҡ бирмәй. Махсус операция башланғас, олатайымдың бүләрҙәре лә ситтә ҡалманы. Илнур (Мөхәмәҙейҙең ейәне) беренсе көндән үк үҙенең хәрби вертолётында сик һыҙығында дежурҙа тора. Бер нисә тапҡыр уға "ҡыҙыу нөктә"гә лә осорға тура килгән.
Юғарыла билдәләүемсә, һуғыш юғалтыуҙарһыҙ булмай. Бөгөнгө көндә Тыуған ил алдындағы бурысын олаталары кеүек үтәүсе уның бүләрҙәре Салауат (Зөләйха ҡыҙының ейәне), Рөстәм (Нуриәхмәт улының ейәне) бүләрҙәре МХО-ла хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә.
Материал олатайымдың, атайымдың һөйләүҙәре һәм хәтер китабы яҙмалары буйынса тупланды.
Илдар ВӘЛИЕВ.
Красноусол ауылы.

#Победа80

Олатайым дүрт улы менән һуғышҡа китә…
Олатайым дүрт улы менән һуғышҡа китә…
Олатайым дүрт улы менән һуғышҡа китә…
Олатайым дүрт улы менән һуғышҡа китә…
Олатайым дүрт улы менән һуғышҡа китә…
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас