

Ғ.Садиҡов - бөтөүгә дусар булған Яңы Заһит ауылында тыуып-үҫеп, бөгөн Красноусолда йәшәй. 1942 йылдың авгусында уға 18 йәш тулғас, хәрби хеҙмәткә саҡыралар. Башта Алкино ҡасабаһында ай ярым тирәһе, һуңынан Туймазыла бер йылға яҡын кавалерия полкында һуғыш серҙәренә өйрәнергә тура килә. 1943 йылдың майында әҙерлекле һалдаттарҙы эшелондарға тейәп, һуғышҡа оҙаталар. 2-се Белоруссия фронтының миномётсылар бригадаһында яу юлы үтә. 1945 йылда Еңеү салюты яңғырағанда Берлиндан 60 саҡрым ғына ситтә була.
Бөйөк Еңеүҙе яулаусы ҡаһарман яугирға һуғыш тамамланғас та йәнтөйәгенә әйләнеп ҡайтыу насип булмай, 1947 йылда ғына демобилизацияланып, ауылға ҡайта. Ғаилә ҡороп, тормош иптәше Ғилмийыһан менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр. Красноусолға күсеп, бында төпләнеп йәшәйҙәр. Әммә һөйөклө тормош юлдашы мәрхүмә була. Бер быуаттан ашыу ғүмер кисергән ветеран Ғәбдрәхим Саттар улы иң кесе улы Ринат һәм килене Галина менән бер йортта уларҙың хәстәрлегендә ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп, 13 ейән-ейәнсәргә, 22 бүлә-бүләсәргә, 4 тыуа-тыуасарға олатай-ҡарт олатай булып, бәхетле ҡартлыҡта ғүмер йомғағын һүтә.
Ауыр һуғыш юлдарын үтеп, еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтҡан, тыныс тормошта ла ал-ял белмәй эшләгән, хөрмәтле һуғыш ветераны Ғәбдрәхим Саттар улы Садиҡовты Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән тәбрикләйбеҙ һәм иҫән-һау булып, балаларының хәстәрлегендә, изгелектәрен күреп йәшәүен теләйбеҙ.
#Победа80