Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
23 Май 2025, 09:00

Сәйетбабала ике тантана үтте

Еңеү көнө алдынан Сәйетбаба ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, ауылдың Почётлы гражданы Вилдан Әйүп улы Шәриповты оло ихтирам менән иҫкә алып, ауыл мәҙәниәт йорто фасадында мемориаль таҡтаташ асылды.

Сәйетбабала ике тантана үтте
Сәйетбабала ике тантана үтте

Тыуған төйәкте ошо ерҙә тыуып үҫкән, халҡына намыҫ менән хеҙмәт иткән шәхестәре данлай. Вилдан Шәрипов – кесе Ватанының тарихына ҙур өлөш индергән, тыуған ауылы тормошо, уның кешеләре тураһында мәғлүмәттәр туплап, бик күп китаптар яҙған кеше. Шиғырҙар менән бергә яҡташтары, тыуған яҡ тарихы тураһында мәҡәләләр ижад итеп, республикабыҙ, халҡыбыҙ яҙмышы хәл ителгәндә әйтер һүҙе булған, фекеренә етәкселәр һәм халыҡ ҡолаҡ һалырҙай әүҙем позициялы, ут-һыуҙарҙы үткән абруйлы, үҙ халҡына һәм Ватанға тоғролоҡ өлгөһө булған шәхес. Шуға ла ауылдаштары уның хөрмәтенә таҡтаташ ҡуйырға ҡарар иткән.
Тантаналы сара ауыл мәҙәниәт йорто алдында башланып, унда район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, “Красноусол” шифаханаһының генераль директоры Рәмил Бәҙретдинов, район Советы рәйесе Галина Петрова, ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин, Вилдан Шәриповтың балалары, туғандары, ауыл халҡы ҡатнашты.
Иң тәүҙә һүҙ Венер Фәнир улына бирелеп, ул был көндөң иҫтәлекле һәм тантаналы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды, арҙаҡлы шәхесебеҙҙең изге, тарихта ҡаласаҡ эштәренә байҡау яһаны.
- Вилдан Әйүп улы ҡайҙа ғына, кем генә булып эшләһә лә, эште еренә еткереп, намыҫ менән тырышып башҡарған хеҙмәткәр була. Уның 29 йыл педагогик хеҙмәт стажы бар, 33 йыл партком секретары вазифаһын үтәй, 21 йыл Сәйетбаба ауыл ветерандар советын етәкләй. Халҡы өсөн янып, туғандарына аҡыллы кәңәштәрен биреп, ул-ҡыҙҙарына фиҙаҡәр хеҙмәттә өлгөлө атай булып, үҙенән һуң тик яҡты хәтирәләр генә ҡалдырған ысын кеше булып йөрәктәрҙә һаҡланыр, - тине Венер Сәхиулла улы үҙ сығышында.
Вилдан Әйүп улының улы Рәшит Шәрипов сығыш яһап:
- Атайыбыҙҙың тормошо үҙе үк оло ла, фәһемле лә, мауыҡтырғыс та китапҡа торошло. Уның фәҡирлектә үткән бала сағын, утлы дауылда сынығыу алған йәшлек йылдарын, һуғыштан һуңғы төҙөкләндереү, ауыл хужалығын тергеҙеү дәүерен алһаң, заман йылъяҙмаһы хасил булыр ине.
Эйе, ул үҙ мәлендә үгеҙ егеп ер һөргән, оҙаҡ йылдар уҡытыусы, мәктәп директоры вазифаһын башҡарған, партия һәм хужалыҡ эштәрен дә иңендә күтәргән. Тыныс холоҡло, сабыр, һәр саҡ тос фекерле атайыма ҡарап, уның баш китерҙәй хәтәр яуҙарҙа ҡатнашыуын ауырлыҡ менән күҙ алдына килтерәһең. Ә бит ул 1942 йылда фронтҡа эләккәс, разведка ротаһында хеҙмәт иткән. Ҡанлы алыштар, ҡаты һынауҙар, үлем ҡапҡандары аша үтеүен шиғыр юлдары аша:
Киткән саҡта малай ғына инек,
Уйнап ҡына йөрөр саҡ ине.
Яу юлдары хәтәр ҡанлы ине,
Маҡсатыбыҙ изге, хаҡ ине, - тип бер-ике һүҙ менән генә әйтеп бирә.
Танк өҫтөнә тейәлеп һөжүмгә барғанда атайымдың аяғы ҡаты яралана, бер нисә ай госпиталдә ятҡандан һуң, ҡултыҡ таяғына таянып тыуған ауылына ҡайта. Сәйетбабала уҡытыусы булып эш башлай. Ситтән тороп пединститутты тамамлай. Райондың байтаҡ мәктәптәрендә завуч, директор вазифаларын башҡара. Тура һүҙле, үткер ҡәләмле, намыҫлы кеше булараҡ, уны 1968 йылда “Йондоҙ” колхозының партия ойошмаһы секретары итеп һайлайҙар. Хаҡлы ялға сыҡҡансы ул ошо вазифаны башҡарҙы. Ошо шиғырында:
Тыуған еремдә мин ҡунаҡ түгел,
Аҫабаһы булдым был ерҙең.
Ерҙе һөйөп, ергә ереккәнгә
Ҡәҙерҙәрен белдем ғүмерҙең, - ти үҙенең тормошо тураһында.
Уның шиғырҙары ижадының балҡып торған гәүһәр таштары, ул үҙ заманының улы, үҙ заманының йырсыһы. Уның иң яратҡан байрамы 9 Май булды, шуғалыр ҙа былтыр Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығын ҡаршыларға әҙерләнеп йөрөгәндә – 9 Май көнө уның йөрәге тибеүҙән туҡтаны. Уның яҡты иҫтәлеген мәңгеләштереүҙе ойошторған, сарала ҡатнашҡан барыһына ла ҙур рәхмәт, - тине һүҙен йомғаҡлап.
Мемориаль таҡтаташты асыу хоҡуғы район хакимиәте башлығы Венер Фәнир улы менән аҡһаҡалдың улы Рәшит Вилдан улына бирелеп, аҡ япма төшөрөлә. Таҡтаташҡа сәскәләр һалынып, уның яҡты иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Был тантана Сәйетбаба ауылы тарихына яңы бит өҫтәне. Мемориаль таҡтаташ Вилдан Әйүп улының яҡты иҫтәлеген һаҡлап, киләсәктә лә йәнтөйәген данлап, күркәм итеп йәшәргә саҡырып торасаҡ.
* * *
Артабан Сәйетбаба һәм күрше-тирә ауылдар халҡы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҡташтарын, унда һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн обелиск эргәһенә йыйылды.
Башта ауыл урамдары буйлап Еңеү көнөнә арналған көйҙәр уйнатып, Еңеү байраҡтары елберҙәтеп машиналар парады үтте. Еңеүсе-фронтовиктар иҫтәлегенә “Үлемһеҙ полк” акцияһы ойошторолдо.
Сарала ҡатнашыусыларҙы Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Венер Ҡунафин байрам менән тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе. Митингыла ҡатнашыусылар Еңеү өсөн яуҙа башын һалғандарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алып, стелаға сәскәләр һалды.
Бөйөк Еңеү көнө байрамында “Һалдат кухняһы” эшләне. Тантаналы митинг Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында тылда һәм фронтта батырлыҡ күрһәткән атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәрҙе иҫкә төшөрөргә, йылдар үткәс, олатайҙар юлын дауам итеп, бөгөн махсус хәрби операцияла Тыуған илебеҙҙе һаҡлаған ир-егеттәрҙең батырлығы хаҡында уйланырға мәжбүр итте. Тантананан барыһы ла илгә, көнгә именлек, тыныслыҡ, аяҙ күк йөҙө теләп таралышты.

Сәйетбабала ике тантана үтте
Сәйетбабала ике тантана үтте
Сәйетбабала ике тантана үтте
Сәйетбабала ике тантана үтте
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас