Уҡытыусы Венера Сәйғәфарова, тәрбиәселәр Фәймә Ғөзәйерова, Гөлнара Хисаметдинова, ашнаҡсы Наталья Әхмәтйәнова ҙур көс һалып, ошо оло байрамға балаларҙы әҙерләгән.
Яу ҡырынан ҡайтмай ҡалған, тере ҡайтып, илде тергеҙеүгә күп көс һалған, бөгөнгө көндә мәрхүм булған барлыҡ яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алдыҡ.
Байрам айҡанлы ҡотлау һүҙе менән МХО-ла һәләк булған яугирҙың әсәһе Ғәлиә Сәхи ҡыҙы Хисамова сығыш яһап, сарала ҡатнашыусыларҙың барыһын да ҡотланы. Әлеге ваҡытта барған махсус хәрби операцияла хәрби бурыстарын үтәүсе яугирҙарыбыҙҙың еңеү менән әйләнеп ҡайтыуҙарын теләйбеҙ.
Байрам аҙағында обелискыға сәскәләр һалдыҡ, күмәкләп иҫтәлеккә фотоға төштөк. Ил-көнөбөҙ имен булһын, Ерҙә тыныслыҡ булһын!
Гөлсирә ХӨСӘЙЕНОВА.
Берёзовка ауылы.