Балалар Өфө ҡалаһының иҫтәлекле урындары: генерал М. Шайморатов һәйкәле менән танышты, «Рәсәй – минең тарихым» тарихи мультимедиа паркында, Хәрби Дан музейында, Еңеү паркында булдылар. Балалар аң кимәлен байытты, музейҙы тулыландырыу өсөн фотоматериалдар йыйҙылар, мәҙәниәт һәм сәнғәт объекттарына һогҡландылар, тыуған яҡтың матурлығы һәм байлығы менән илһамландылар, Тыуған илебеҙ тарихы менән ғорурландылар. Улар үҙ иленең мөһим ваҡиғалары һәм тарих факттары тураһында белем алыу ғына түгел, ә үткән менән бәйләнеште лә тойҙо, бөгөнгө һәм киләсәк өсөн үткәндән ниндәй һабаҡтар алырға мөмкинлеген аңланы. "Үткәндән бөгөнгөгә күпер" проектын Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранттары Фонды ярҙамында "Мәктәп тарихы" фонды тормошҡа ашыра.