Республика ярышын асыу тантанаһында хөрмәтле ҡунаҡтар: профессиональ боксер, экс-чемпион, республиканы һәм илде халыҡ-ара аренала күрһәткән Илнар Ишембаев менән хәрби бәрелештәр ветераны, БР-ҙа МХО ветерандары ассоциацияһына нигеҙ һалыусы, Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы президиумы ағзаһы, Рәсәйҙең самбо буйынса спорт мастеры, республиканың хәрби алыштар спорт мастеры, Батырлыҡ, Шайморатов ордендары кавалеры, "Батырлыҡ өсөн", Жуков һәм башҡа миҙалдарға эйә Ринат Ҡолтоманов ҡатнашты, бәйгеселәргә уңыштар һәм еңеүҙәр теләне.