Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
12 Июнь 2025, 10:00

Еңеүселәрҙе ҡотланыҡ

“Табын”дың “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге төркөмөндә Бөйөк Еңеү байрамына арнап фотоконкурс үткәреүебеҙ, конкурстың йомғаҡтары хаҡында яҙғайныҡ инде. Яңыраҡ еңеүселәребеҙҙе редакцияға саҡырып, Дипломдар тапшырҙыҡ.

Конкурста 2 һәм 3-сө урындар яулаусылар: Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлаясаҡ Азалия Вәлиева менән Красноусол башҡорт гимназия-интернатының 10-сы класс уҡыусыһы Илмира Ҡотова әйтелгән көнгә-сәғәткә килеп тә етте. Азалия ҡарт олатайҙары – Ҡаранйылғанан Йәмниха Ямалетдин улы Вәлиев менән Сәйетбабанан Ихсан Хәбибрахман улы Ғәлиәхмәтов, ә Илмира яҡын ағаһы, отставкалағы Эске эштәр министрлығы оперуполномоченныйы, хәрби хәрәкәттәр ветераны, Махсус хәрби операция барышында һәләк булған Динар Рим улы Мөхәрмәтов тураһында тулы, йөкмәткеле мәҡәлә әҙерләгән. Азалия конкурсҡа материалды өлкән туғандарының иҫтәлектәренә таянып әҙерләгән, ә Илмира был ҙур эште гимназия тәрбиәсеһе Гөлшат Миңлеғәле ҡыҙы Шаймарҙанова етәкселегендә башҡарып сыҡҡан.
Сәйетбаба урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы, ҡарт олатаһы - 112-се Башҡорт атлы дивизия яугиры, районда танылған ҡурайсы Йәнмырҙа Сәйфулла улы Сәлимов тураһында мәҡәлә менән ҡатнашып, 1-се урын яулаған Яҙгөл Шәйхолова бүләген алырға һуңыраҡ килеп етте. Уҡытыусыһы Зилә Хөрмәт ҡыҙы Иҙрисова етәкселегендә әҙерләгән ижади эше менән Яҙгөл сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина уҙғарған “Ҡышҡы йәйғор” бәйгеһендә призлы урын яулаған булған. Яҙышыуҙан тыш, Яҙгөл бейергә яратыуы, киләсәктә сәнғәт юлынан китергә теләүе хаҡында ла һөйләп алды.
Ижади конкурста ҡатнашҡан һәр кем еңеүсе, әлбиттә. Уларҙың барыһына ла, айырыуса призлы урындарға һәм Дипломдарға лайыҡ булған ҡыҙҙарыбыҙға артабан да уңыштар теләйбеҙ. Ҡаһарман яҡташтарыбыҙ, ҡәрҙәштәребеҙ хаҡында беләйек, ғорурланайыҡ!
МӨХӘРРИРИӘТ.

Еңеүселәрҙе ҡотланыҡ
Еңеүселәрҙе ҡотланыҡ
Еңеүселәрҙе ҡотланыҡ
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас