"Тере хәтер" тип исемләнгән проектыбыҙ обелискыны төҙөү һәм асыу менән генә сикләнмәне. Проект сиктәрендә ауыл халҡы, айырыуса – балалар, йәш быуын өсөн даими рәүештә саралар үткәреү планлаштырылған ине һәм улар ваҡытында үтәлеп бара.
Туғай ауылының яңыртылған обелискыһы алдында 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы хөрмәтенә даими рәүештә саралар ойошторола. Проект сиктәрендә геройҙарға арналған обелиск янында мөһим саралар үткәрелде лә инде: урындағы халыҡ һәм саҡырылған ҡунаҡтар ҡатнашлығында обелискыны асыу тантанаһы, патриотик йүнәлештәге мәҙәни саралар, әҙәби-музыкаль композициялар, өлкәндәр, шулай уҡ кесе, урта һәм өлкән звено уҡыусылары ҡатнашлығындағы обелискыға сәскәләр һалыу һәм тантаналы митинг.
Балаларҙың аңында алған белемдәрен нығытыу һәм уларға кемдең балалары булы-уын, ниндәй ерҙә йөрөүен, кемдең хеҙмәте һәм батырлыҡтары өсөн рәхмәтле булырға тейешлеген аңларға мөмкинлек биреү өсөн, проект сиктәрендә батырҙар һәйкәле янында уҡыу йылы дауамында аҙна һайын "Мөһим нәмә тураһында һөйләшеүҙәр", класс сәғәттәре үткәрелде. Әлеге ваҡытта патриотик саралар, күҙәтеү экскурсиялары, тематик әңгәмәләр, һүрәттәр конкурстары ойошторола.
Проектта ҡатнашҡандарҙың барыһы ла – өлкәндәр ҙә, балалар ҙа – Почёт грамоталары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнде, айырыуса әүҙемдәргә ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Балалар араһында патриотик саралар ваҡытында һәр төркөм ҡатнашыусылары, һәр класс уҡыусылары иҫтәлекле бүләктәр, сувенир китаптар һәм тәмлекәстәр менән бүләкләнә.
Проекттың дауамында, йәштәргә яҡташ геройҙарҙың тормошо һәм ҡаһарманлыҡтары тураһында тулыраҡ мәғлүмәт алыу мөмкинлеген булдырыу маҡсатынан, мәктәп уҡыусылары өсөн музей дәрестәре һәм видеокүҙәтеүҙәр үткәреү планлаштырыла. Бының өсөн "Табын" фонды тарафынан ноутбук, проектор һәм экран һатып алынды, уҡыусыларға һәм класс етәкселәре өсөн бүләккә тарихи һәм энциклопедик йөкмәткеле китаптар әҙерләнде.
Проекттың мөһим сараларының береһе булып "Еңеү Аллеяһы"н булдырыу тора. Яҡташ геройҙар хөрмәтенә Туғай ауылы халҡы ҡатнашлығында шыршы үҫентеләре ултыртылды. Был – шанлы һәм данлы һуғыш йылдарын үткән ата-бабалар тарихының бөгөн дә тере булыуы һәм бөйөк илебеҙ тарихында лайыҡлы урын биләүе тураһында иҫтәлек.
Римма Ишмырҙина,
Жәлил Кейекбаевтың йорт-музейы,
"Табын" социаль, мәҙәни һәм иҡтисади
үҫеш фонды директоры.