Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
14 Июль 2025, 09:05

Олатайҙарым тураһында һөйләү – изге бурысым

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һуғыш еле ҡағылмаған бер генә ғаилә лә ҡалмаған. Атай-олатайҙар, әсәй-өләсәйҙәр көрәшеп алған Еңеүҙең 80 йыллыҡ байрамы яҡынлаша. Был иҫтәлекле датаға арнап төрлө саралар уҙғарыла. Класс сәғәтендә уҡытыусым ошо тема буйынса әңгәмә уҙғарғас, ҡулыма ҡәләм алып, мин дә олатайҙарым тураһында яҙырға булдым.

Ике олатайым да һуғышта ҡатнашҡан, Еңеүҙе яҡынайтыр өсөн күп көс һалғандар. Икеһе лә Еңеү менән тыуған яҡтарына ҡайтып, тыныс тормошто күреп, яҡты донъя менән хушлашҡандар. Әсәйемдең атаһы – олатайым Ғатаулла Кашбулла улы Рәхмәтуллин 1924 йылда Сәйетбаба ауылында донъяға килгән. Улар ғаиләлә 5 бала була, олатайым - иң өлкәне. 17 йәшендә әрме сафына алына. Шул ваҡытта Бөйөк Ватан һуғышы башланып китә, олатайымды һуғышҡа ебәрәләр. Олатайымдың атаһы Кашбулла ҡарт олатайым да һуғышта ҡатнаша. Улар һуғыш яланында бергә булалар. Венгрияны, Будапешты азат итеүҙә ҡатнаша минең олатайым. Һуғыш бик ҡаты бара, уның аяғына пуля тейә, оҙаҡ ҡына госпиталдә дауаланырға тура килә. Бер аҙ төҙәлгәс, яңынан һуғышҡа ебәрәләр. Ошонан һуң уға ҡарт олатайым менән осрашырға насип була. Улар бергә һуғыш яланында бик күп батырлыҡтар күрһәтә. Олатайым Берлинға тиклем барып еткән. 6 йыл һуғышта булып, 1947 йылда ғына тыуған яғына әйләнеп ҡайта (1941-1947й). Күкрәге тулы орден-миҙалдар була. II дәрәжә Ҡыҙыл Йондоҙ ордены, "Батырлыҡ өсөн" миҙалы, Ленин ордены һәм башҡа бик күп хеҙмәт миҙалдары бар. Әле лә орден-миҙалдарын, Маҡтау ҡағыҙҙарын ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ.
Һуғыштан ҡайтҡас та, ул тик кенә ултырмай. Һуғышта алған яралары уңалып бөтмәһә лә, колхоз эшенә ең һыҙғанып тотона. Ауылда тауыҡ фермаһы асылған була һәм олатайҙы уның мөдире итеп ҡуялар. Ул унда оҙаҡ ҡына эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та, ҡул ҡаушырып ултырмай, бик күп йылдар сельпо ҡарауылсыһы була. Ауылдың иң сибәр Мөбинә исемле ҡыҙын кәләш итеп алып, 11 балаға ғүмер бүләк итәләр. Үҫтергән ул-ҡыҙҙары барыһы тәртипле, изгелекле булып үҫә, барыһы ла башлы-күҙле булып, бөгөнгө көндә үҙҙәре олатай-өләсәй. Балаларына, ейән-ейәнсәрҙәренә тыныс тормош теләй улар. Бөгөнгө көндә уларҙың 31 ейән-ейәнсәре, 26 бүлә-бүләсәре бар. Олатайым 2000 йылдың 9 майында, Бөйөк Еңеү байрамының 55 йыллыҡ юбилей көнө 76 йәшендә мәңгелеккә күҙҙәрен йома.
Икенсе олатайым - атайымдың атаһы Нөғәмән Фәтҡолла улы Заһиҙуллин,1913 йылда Сәйетбаба ауылында тыуған. 1942 йылда һуғышҡа алына. Миномётчик булып хеҙмәт итә. Уны Харьковҡа ебәрәләр. Һуғыш бик ҡаты бара, аслыҡ, яланғаслыҡ үҙәктәренә үтә. Олатайым Венгрия, Чехословакия, Польша, Румыния, Болгарияны азат итеүҙә ҡатнаша. Ике тапҡыр ҡаты яраланып, оҙаҡ ҡына госпиталдә дауалана. Был олатайым да Берлинға тиклем барып етеп, Бөйөк Еңеүҙе шунда ҡаршылай. Һуғыштан олатайым бик күп наградалар, Маҡтау ҡағыҙҙары менән ҡайта. Уның түшен “Ҡыҙыл йондоҙ” ордены, “Батырлыҡ өсөн” миҙалы биҙәне. Олатайым һуғыштан ҡайтҡас, бер көн дә ял итмәй, колхозға эшкә сыға. Ул бик оҫта балта оҫтаһы була. Ҡайҙа ҡушһалар, шунда эшләй. Сөгөлдөр баҫыуында эшләгән ҡатын-ҡыҙҙарға ла, бесән сапҡан ир-егеттәргә лә аш бешереүсе ул була. Иртүк үгеҙ егеп, оло ҡаҙандарын тейәп китә торғайны, тип һөйләй ине атайым. 1946 йылда аҡыллы, сибәр, егәрле ҡыҙҙы осрата. Ул минең өләсәйем, Саҡма ауылы ҡыҙы – Минъямал була. Улар ошо йылды сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Олатайым менән өләсәйем 8 балаға ғүмер бүләк иткәндәр. Дүртәүһе юғары уҡыу йортон тамамлаған. Әмир бабайым менән Әнүр бабайым медицина өлкәһен һайлаһалар, Алмира әбейем, Мөнирә әбейем педагог һөнәрҙәрен үҙ итеп, атҡаҙанған һөнәр эйәләре булып, оҙаҡ йылдар эшләп, хаҡлы ялға сығалар. 18 ейән-ейәнсәре, 19 бүлә-бүләсәре бар бөгөнгө көндә олатайымдың. Ул һуғыш тураһында һөйләргә бик яратмаған, асылып китеп һөйләгән саҡтарында илай-илай иҫләр ине, тип хәтерләй торғайны атайым. Нөғәмән олатайым 1991 йылдың 19 майында, 78 йәшендә вафат була. Бөйөк Еңеүҙең 46 йыллыҡ байрамын күреп, 10 көн үткәс, яҡты донъя менән хушлаша. Үҙҙәре иҫән саҡта йыл һайын олатайҙарыма Мәскәү ҡалаһынан ҡотлау открыткалары килеп торған.
Мин олатайҙарым менән сикһеҙ ғорурланам. Улар беҙҙең яҡты, матур киләсәк өсөн ҡан ҡойған. Беҙ уларҙың батырлыҡтарын оноторға тейеш түгелбеҙ.
Нәркәс ЗАҺИҘУЛЛИНА,
Ж.Кейекбаев исемендәге
Сәйетбаба урта мәктәбенең
7-се класс уҡыусыһы.

Олатайҙарым тураһында һөйләү – изге бурысым
Олатайҙарым тураһында һөйләү – изге бурысым
Олатайҙарым тураһында һөйләү – изге бурысым
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас