Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
22 Июль 2025, 09:00

Атайым да, ҡайным да шәһит киткәндәр

Мин, Ләлә Әбделхәй ҡыҙы Кәримова, Үтәктә 1941 йылдың 25 декабрендә тыуып үҫкәнмен. Ҡыҙ фамилиям Ниғмәтуллина, ҡайһы бер туғандарыбыҙ Бадамшин фамилияһы менән йөрөй. Атайым Әбделхәй Ниғмәтуллин Үтәктән, ул Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған, эҙһеҙ юғалған. Уны һуғышҡа оҙатырға Усолкаға тиклем бер туғаны Тәзкирә абыстай барған, быяла заводының күпере бар бит, шунда ҡәҙәре. Миңлебаныу әсәйем миңә ауырлы булған, уны эйәртмәгәндәр. Шулай итеп, мин атайымды бары әсәйем менән уның бер туғандары һөйләгәндәренән генә беләм. Ә бына уның энеһе Әхәт ағай иҫән ҡайтты, Мәскәүҙә йәшәп үлде. Һирәкләп кенә булһа ла, ауылға ҡайта торғайны. Уға ҡарап: “Минең атай төҫ-башҡа уға оҡшаған булғандыр”, - тип уйлап, үҙ атайымды күҙ алдына килтерә торғайным.

Атайым да, ҡайным да шәһит киткәндәр
Атайым да, ҡайным да шәһит киткәндәр

Һуғыш йылдарында ни тиклем ауыр йәшәгәнебеҙҙе, аслыҡтан интеккәнебеҙҙе асыҡ хәтерләйем. Тик 3-5 йәшлек сабый ғына бит мин. Барыһын да кескәйлек менән еңелерәк кисергәнмендер инде. Бөгөн ул йылдар төштә кеүек ҡалһалар ҙа, әсәйем һөйләгән бер ваҡиға ныҡ иҫтә ҡалған.
1945 йылдың 9 майы - Еңеү көнө. Миңә 3 йәш ярым ваҡыт. Әсәй Стерлетамаҡтан Миңһылыу апай Мусина менән колхозға сөгөлдөр орлоғо алып ҡайтып килә икән күтәреп. Иҙел аша Ҡарлы ауылы кәмәсеһе сығарған. Миңһылыу апай тәүҙә төшкән кәмәнән, ярға баҫҡан. Төшкәндә тайшанып төшкәнме икән инде, кәмә ярҙан алыҫайып киткән, әсәйем ярға сығыр урында, тәрән урынға төшөп тә киткән, аға башлаған. “Ҡаушап төштөм, ҡысҡырам: “Ләләм! Ләләм!”, - тип. Яр буйлап ағып киләм, үлән, ҡыуаҡ-фәләнгә тотонған булам, улары йолҡоноп килеп сығып тора. Ҡарлы кәмәсеһе ҡысҡыра: “Тулап аҡма, тик кенә, ҡуҙғалмай ғына, үҙ ағышың менән аҡ!”. 16 бағана араһы шулай ағып килгәнмен. Бәхетемә күрә, бер ҡултыҡ һымаҡ урынға инеп, саҡ ярға сыҡтым. Тешем тешкә теймәй. Кәмәсе минең тәнемде спирт менән ыуҙы, Иҙел буйында көнө буйы һыуыҡта торғанға янында бер аҙ эсергә лә тотҡандыр инде. Бына шулай, балам, үлемдән ҡотолдом”, - тип һөйләй торғайны әсәйем.
Иптәшем Фәнистең атаһы Абдулла ла һуғышта һәләк булған. Ул да һуғышҡа 1941 йылда китә. Көнбайыш фронтта пулемётсы булып хеҙмәт итә. 1942 йылдың 17 апрелендә Калинин өлкәһе (хәҙерге Новгород өлкәһе) Холм ҡалаһы өсөн һуғыштарҙа һәләк була. Бер туған энеһе Йәһүҙәнең дә 24 мартта шул ҡала өсөн барған һуғышта ғүмере өҙөлә. Икеһе ике ваҡытта ике урындан, төрлө частарҙа хеҙмәт иткәндәр. Осрашмағандармы икән улар иҫән саҡтарында, инде белмәйбеҙ. “Хәтер” китабында уның тураһында түбәндәге мәғлүмәт бар: “Каримов Габдулла Габдельхакович – урож. д. Утяково, погиб 17 апреля 1942 г. при взятии г. Холм Новгородской области, похоронен в 300 метрах к юго-востоку от города Холм Калининской обл., после войны перезахоронен в братской могиле”.
Иптәшем Фәнис түбәндәгеләрҙе хәтерләй торғайны: “Һуғыш бөткәс, Йәнырыҫтан бер ағай килеп, әсәйгә: “Һинең ирең Абдулла менән бергә һуғышта булдыҡ. Ул пулемётсы ине, дошмандың ярсығы баш ҡапҡасын алып ташланы, шунда уҡ һәләк булды”, - тип һөйләгән. Мин бит әле бала ғына, йүнләп аңламағанмын. Үҫкәс, яңынан барып һөйләтергә ине лә бит ул ағайҙан, ул ваҡытҡа үлгән булған”.
Шуны ла өҫтәргә кәрәк, бер туғаны Йәһүҙәнең ҡыҙы Римма һеңлекәш Шәрипова Холм ҡалаһына барып, улар ерләнгән туғандар зыяратына баш эйеп ҡайтты. Һуғыш бөткәнгә инде күпме, әммә ул йылдар хәтерҙә мәңгелеккә уйылып ҡалды. Балаларым, ейәнсәрҙәрем ҡайтҡанда, ҡайһы ваҡытта Абдулла ҡайнымдың бөгөнгө көнгә тиклем һаҡланған похоронкаһын алып, уның һәм атайым тураһында иҫкә төшөрөп һөйләйем. Беҙ ҙә мәңгелек түгел, онотмаһындар, киләһе быуындарға һөйләһендәр, белгән доғаларын уҡыһындар.
Баҫмаға Үтәк мәктәбе музейы етәксеһе
Рауил Раҡаев әҙерләне.

Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас