Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, атайыбыҙ ҙа илебеҙ азатлығын яуларға китә. Уны хәрби комиссариатҡа тиклем атаһы Ямалетдин олатай оҙатып ҡуя. Ауылдан һуғышҡа киткән бөтә ир-егеттәрҙе шулай ат егеп ул оҙатып ҡуя торған булған. Тик атайыбыҙҙы оҙатҡандан һуң был бурыстан баш тартҡан. Күрәһең, 15 йәше лә тулмаған (үҙен 18 йәшлек итеп күрһәткән) иң кесе улын дәһшәтле яуға оҙатыуы ауыр булғандыр инде. Ямалетдин олатайыбыҙҙың 1939 йылғы оло улы Мәсәлим Фин һуғышында һәләк була. Икенсе, өсөнсө улдары Йәмниха һәм Сәлимйән шулай уҡ Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡандар. Дүртенсе улы Мирсәйәф хеҙмәт армияһына эләккән. Ямалетдин олатайыбыҙға ла дүрт улын һуғышҡа оҙатып, бик күп ауырлыҡтар кисерергә тура килгән, әммә түҙгән, балаларының кире әйләнеп ҡайтасағына өмөт итеп йәшәгән.
Үҫмер саҡтан өҫтөнә һалдат шинеле кейеп, яу юлына баҫҡан атайыбыҙ Хәсәйетдин һуғышта бик күп михнәттәр күргән. Алыштарҙың береһендә ҡаты яраланып, йыл ярым госпиталдә дауаланған. Аҙаҡ йәнә һуғышҡа кергән.
Һәм, ниһайәт, 1945 йылдың 9 майында совет һалдаттары фашистарҙы тар-мар итә, Еңеү таңы ата. Атайыбыҙ тиҙ генә тыуған яғына әйләнеп ҡайта алмай, ул япон миллитаристарына ҡаршы һуғышҡа йүнәлә. Япондарға ҡаршы Приморье крайының Хәсән күле янында һуғышҡан. Дошман пуляһы уның яурынынан үтә сығып, эйәген яралай.
Атайыбыҙ Хәсәйетдин Ямалетдин улы Бөйөк Ватан һуғышына 1942 йылда алынып, 1949 йылда ғына тыуған ауылына II төркөм инвалиды булып ҡайтып төшә. Ауыр яраларҙан оҙаҡ ҡына Омск госпиталендә дауаланған була.
Тыныс тормошта инәйебеҙ Мәстүрә менән ғаилә ҡороп, ете бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Атайыбыҙ ауыр яраларына ҡарамай, үҙ көсө менән йорт-ҡура тергеҙеп, колхозда ла ең һыҙғанып, емереклектәрҙе бөтөрөү өҫтөндә күп көсөн, тырышлығын һалып эшләне, намыҫлыҡты, ғәҙеллекте өҫтөн ҡуйып йәшәне. Ауылда янғын һүндереүсе лә булды, умартасылыҡ менән дә шөғөлләнде. Шулай уҡ ул балта оҫтаһы ла булды. Үҙ ҡулдары менән рам, тәҙрә ҡапҡастары, көйәнтәләр, ат саналары эшләне. Күп уҡый торғайны, “Ағиҙел” журналын барыбыҙға ҡысҡырып уҡыр ине. 1981 йылдың 25 июнендә һуғышта алған яралары, һыҙланыуҙары атайыбыҙҙы был яҡты донъянан алып китте.
Атай-әсәйебеҙ уңған, тырыш, кешегә ярҙамсыл, тыуған иленә тоғро булып йәшәнеләр. Ошо һыҙаттары балаларына ла күсеп, улар ҙа тыуған ергә файҙа килтереп, матур итеп йәшәнеләр һәм йәшәйҙәр. Ә Бөйөк Еңеүгә үҙ өлөшөн индергән атайыбыҙ Хәсәйетдин Ямалетдин улы Вәлиев беҙҙең ҙур ғорурлығыбыҙ.
Ҡыҙҙары Миңниә һәм Ғәлиә Вәлиевалар.
Ҡаранйылға ауылы.