Бөтә яңылыҡтар
Еңеүгә - 80 йыл
1 Сентябрь 2025, 09:00

Район эҙәрмәндәре – Карелияла

ДОСААФ-тың төбәк бүлегенең Рәсәй Геройы А.П.Мигунов исемендәге “Комбат” отряды эҙәрмәндәре“Хәтер вахтаһы - 25”- тә ҡатнашып, 30 июлдән 15 авгусҡа тиклем илебеҙҙең төрлө мөйөштәренән йыйылған эҙәрмәндәр менән бергәләп, Карелия республикаһының Питкяранта районы биләмәһендә эҙләнеү эштәре алып барҙы.

Район эҙәрмәндәре – Карелияла
Район эҙәрмәндәре – Карелияла

Эҙәрмәндәр Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Карелия ерендә һәләк булған яугирҙарҙың һөйәктәрен табып, уларҙың исемдәрен асыҡлауҙы үҙҙәренең төп маҡсаты итеп билдәләй. Экспедицияға инде етенсе тапҡыр Еңеү өсөн аяуһыҙ һуғыш барған урындар буйлап эҙләнеү эштәре алып барған Василий Калачигов менән Олег Николаев етәкселек итте.
- Бындай экспедицияларҙа ҡатнашыу шанлы һуғыш йылдарында беҙҙең бәхетле, тыныс тормошобоҙ өсөн ғүмерҙәрен ҡорбан иткән яугирҙар алдындағы бурысты үтәү ул, - ти Олег Николаев. - Ҡаты алыштар барған ерҙәргә барып, эҙләнеүҙәр ойоштороп, хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнгән яугирҙарҙы табыу, асыҡлау уларҙың вариҫтары өсөн генә түгел, тарих өсөн дә мөһим.
Быйыл “Хәтер вахтаһы”нда 21 кеше - тәжрибәле 7 эҙәрмән менән 15 йәш эҙәрмән ҡатнашты. Улар араһында Дима Миндияров, Сабрина Фәйзуллина һәм Искәндәр Ғарифуллин иң йәше.
Ҡурған өлкәһенән “Ярополк”, Татарстандан “Бэнтос”, Сарапул ҡалаһынан “Гвардия Элеконда” отрядтары һәм Башҡортостан эҙәрмәндәре "Ладожский рубеж" (Питкяранта ҡалаһы) эҙәрмәндәр штабы менән берлектә Карелия урмандарын һәм һаҙлыҡтарын тикшереп, яу яланынды ятып ҡалған һалдаттарҙың һөйәктәрен, уларҙың исемдәрен асыҡларға ярҙам иткән шәхси әйберҙәрен, медальондарын табыу кеүек яуаплы һәм әһәмиәтле, шул уҡ ваҡытта тулҡынландырғыс эҙләнеү эштәре алып барҙы.
Ниетъярви күле тирәһендә ҡаҙыу эштәре алып барғанда эҙәрмәндәр 1944 йылдың июлендә барған ҡаты алыштар ваҡытында һәләк булған ике яугирҙың һөйәктәрен таба. Уларҙың береһе янында номерлы 111 дәрәжә Дан ордены ла була.
Эҙәрмәндәр штабы ордендың номеры буйынса хужаһының кемлеген асыҡлау өсөн Рәсәй Оборона министрлығының Үҙәк архивына мөрәжәғәт итә һәм оҙаҡламай архивтан ошондай яуап алалар:
-“49792 номерлы 111 дәрәжә Дан ордены кавалеры – 294-се айырым сапёр батальонынан өлкән сержант, отделение командиры Моисеенко Захар Михайлович. Иркутск өлкәһенең Зименский районынан. 1914 йылда тыуған, 1936 йылда хеҙмәткә саҡырылған. “Немец илбаҫарҙарына ҡаршы һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн” дивизия бойороғо буйынса 1944 йылдың 6 июнендә Дан ордены менән бүләкләнгән”.
Асыҡланыуынса, яугир 1944 йылдың 7 июлендә Карело-Фин ССР-ын немецтарҙан азат итеү өсөн барған ҡаты алыштар ваҡытында Питкарянта районы биләмәһендәге Ниетъярви күле янында һәләк булған. Бөгөнгө көндә эҙәрмәндәр штабы яугирҙың һөйәктәрен һәм Дан орденын тапшырыу өсөн уның яҡындарын эҙләү менән мәшғүл.
Районыбыҙ эҙәрмәндәре эштәренән ҡәнәғәт, улар Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығында тағы бер ҡаһарман яугирҙың исемен тергеҙеп, уның һөйәктәрен тыуған тупрағына тапшырыуға үҙ өлөшөн индерҙе.
- Һеҙҙең менән бергә бик ҙур эштәр башҡарҙыҡ, нисәмә километрҙарҙа эҙләнеү, тикшереү эштәре алып барҙыҡ. Һәләк булған яугирҙарҙың һөйәктәрен, шәхси әйберҙәрен таптыҡ. Барығыҙға ла штаб исеменән ҙур рәхмәт. Эҙләнеү эштәре тамамланманы әле. Киләһе йыл “Хәтер вахтаһы - 26”-ла һеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, - тип яҙа Питкяранта ҡалаһынан “Ладожский рубеж” эҙләнеү отряды штабы начальнигы Олег Рован “Бәйләнештә” селтәрендә.
- Ошондай эҙләнеү эштәрендә йәш быуындың да ҡатнашыуы ҙур әһәмиәткә эйә, улар Еңеүҙең баһаһын, уның ҙур ҡорбандар аша яуланыуын аңларға, белергә тейеш, - ти тәжрибәле эҙләнеүсе Олег Николаев.
Әйткәндәй, районыбыҙ эҙәрмәндәре Карелияла эҙләнеү эштәре алып барған ерҙәрҙән йәш ағас үҫентеләре алып ҡайтып, уларҙы Красноусолдағы Геройҙар аллеяһына ултыртты. Был ағастар яңы ергә ерегеп, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында беҙҙең тыныслығыбыҙҙы һаҡлап һәләк булған яугирҙарҙың иҫтәлеге булып, шаулап үҫеп китһен, тип теләргә генә ҡала.
Мәрхәбә Собханғолова.

Район эҙәрмәндәре – Карелияла
Район эҙәрмәндәре – Карелияла
Район эҙәрмәндәре – Карелияла
Район эҙәрмәндәре – Карелияла
Район эҙәрмәндәре – Карелияла
Район эҙәрмәндәре – Карелияла
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас