Практиканың төп маҡсаты – көньяҡ диалектҡа ҡараған урындағы ерле һөйләште – урта һөйләштең еҙем һөйләшсәһен өйрәнеү, уның лексик, фонетик, морфологик үҙенсәлектәрен билдәләү, урындағы халыҡтың һөйләшенән юғала барған һүҙҙәрҙе йыйыу һәм теркәү булды. Бынан тыш студенттарҙы топонимия – ер-һыу атамалары, этнонимия – ырыу, нәҫел-нәсәп атамалары, уларҙың килеп сығышы, урындағы халыҡтың ауыҙ-тел ижады – фольклор үрнәктәре, этнографик материалдар, онотола барған йолалары, кәсептәре һәм улар менән бәйле һүҙҙәр ҡыҙыҡһындырҙы.
Практиканың ваҡыты самалы булыуға ҡарамаҫтан, студенттар ауылдарҙағы халыҡ менән аралашып, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған байтаҡ материал йыйыуға өлгәште. Еҙем һөйләшсәһе үҙенең урта һөйләшкә һәм боронғо төрки яҙма ҡомартҡыларының теленә хас булған -лт, -нт, ерле -ңт, -мт, -ңҡ, -мҡ, -мк өн ҡушылмаларының ҡулланылыуы менән хәҙерге башҡорт әҙәби теленән айырыла. Мәҫәлән, анта-мынта йөрөгәнтә төшөп ҡалты янтауым. Көн тә ямҡыр ҙа ямҡыр, хәлте алты инте. Әҙәби тел менән сағыштырғанда, еҙем һөйләшсәһенең лексик һәм морфологик яҡтан да үҙенсәлекле булыуы асыҡланды. Ер-һыу һәм ырыу атамаларында һинд-иран, фин-уғыр, боронғо төрки һәм шулай уҡ монгол телдәренән алынған һүҙҙәр осраны.
Башҡортостандың халыҡ шағиры М.Ғафури, атаҡлы тел ғилеме белгесе, филология фәндәре докторы, профессор һәм яҙыусы Ж.Ғ.Кейекбаев музейҙарында булыу тәрән кисерештәр ҡалдырҙы. Сәйетбаба ауылының музейы экспонаттарға бай булыуы менән оҡшаны. Студенттар бай йөкмәткеле мәғлүмәт биргән, улар менән ихлас аралашҡан, информаторҙарҙы табырға ярҙам иткән музей хеҙмәткәрҙәре Рәсилә Нәжметдиноваға, Римма Ишмырҙинаға һәм "Сәйетбаба" тарихи-мәҙәни үҙәге етәксеһе Рифат Баймөхәмәтовҡа оло рәхмәтен белдерә.
Н.Мәжитов исемендәге Красноусол гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Монасипованың ярҙамы ҙур булды, студенттарҙы урынлаштырыу, транспорт мәсьәләһен хәл итеү бурысын үҙ өҫтөнә алды. Гимназияның башҡа хеҙмәткәрҙәре лә беҙгә битараф булманы, ихлас ярҙам күрһәтте. Көн дә беҙгә хәйерле юл теләп оҙатып ҡалған Альбина Әҙһәмовнаға, көн буйы беҙҙе ауылдарға йөрөтөп алып ҡайтҡан водитель Русланға һәм дә студенттарҙы өйөнә саҡырып тәмле аштары менән һыйлаған Нурсилә Даяновнаға шулай уҡ рәхмәтлебеҙ.
Студенттар был практиканан ҡыҙыҡлы тәжрибә, онотолмаҫ тәьҫораттар алғаны өсөн университет һәм факультет етәкселегенә, информаторҙарға, айырыуса Ҡаранйылға ауылында йәшәгән Ж.Ғ.Кейекбаевтың туғандары Ғәлиә апай менән уның ҡустыһына оло рәхмәтен еткерә.
Гөлнур БОХАРОВА,
филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның
башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы профессоры.