+11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Бөтә донъя шиғриәт көнө

Байрам менән ижадташ дуҫтарым! Бүләккә шиғыр!

Бөтә донъя шиғриәт көнө
Бөтә донъя шиғриәт көнө

Шиғриәт ул – көйлө һүҙҙәр,
Шиғыр, ҡобайыр, йырҙар.
Шиғриәттә халҡыбыҙҙың
Яҙмышы сағылалар.

Шиғриәттең донъяһы ул -
Тылсымлы, серле донъя.
Шиғыр яҙыусылар уны
Күңеле менән тоя.

Шиғриәттең донъяһына
Керергә ишек таптым.
Шул уҡ саҡта кире сығыр
Ишекте биккә яптым.

Шиғриәт! Һин – бик боронғо!
Һин –хәҙерге! Һин –яңы!
Һәр осор шиғриәтендә
Сағыла заман заңы!

Изге китап Ҡөръәндә лә
Бар бер сүрә – Шағирҙар.
Яҡтылыҡ, Яҡшылыҡ менән
Яҙылһындар шиғырҙар!

Шиғриәттә яманлыҡҡа
Һис бер урын ҡалмаһын.
Изгелектәр баш булһындар,
Яуызлыҡ маҡталмаһын.

Яҡтылыҡҡа саҡырһындар
Беҙҙең яҙған шиғырҙар.
Яҡшылыҡты данлаһындар
Шиғырҙан тыуған йырҙар!

Кешелек ижады булып
Мәңге йәшәр шиғриәт.
Шиғриәт ул йәшәр өсөн
Бирә бөтмәҫ көс-ҡеүәт!

Рух көсө бар шиғриәттә,
Унда илһамлы ҡәләм.
Ҡәләм тотҡан дуҫтарыма
Ебәрәм ҡайнар сәләм!
Фәүзиә Ҡотлогилдина–Алтынбикә.

Бөтә донъя шиғриәт көнө
Бөтә донъя шиғриәт көнө
Бөтә донъя шиғриәт көнө
Бөтә донъя шиғриәт көнө
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: