Мостай беҙгә өндәшә
Илгенәмдә мәхшәр ҡупты тағы,
Беләм, ауыр һеҙгә, кешеләр!
Ерҙә һуғыш барғас, нисек итеп
Тыныс ятһын беҙҙең ишеләр!
Кисерегеҙ, әгәр, күңелегеҙгә
Рухым менән ҡабат ҡағылһам.
Мин һаман да үҙебеҙ һаҡлап ҡалған
Дуҫлыҡ, именлеккә табынам.
Тапламағыҙ, зинһар, ил намыҫын!
Иңегеҙгә йөкмәп ир йөгөн.
Һаҡлағыҙ һеҙ илдә именлекте –
Һөрөм ҡапламаһын Ер йөҙөн!
Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн,
Күкрәп сәскә атыр Ер өсөн,
Балаларҙың шат тауышы өсөн,
Әсәләр гел йылмайһындар өсөн
Ерҙә тыныслыҡты һаҡлағыҙ!
Бер-берегеҙҙе һис тә ҡаҡмағыҙ!
Кешелекте, зинһар, һаҡлағыҙ!
Альмира ЯҠШЫБАЕВА.