2 июнь көнө, көтмәгәндә, миңә ярҙамға ошо лагерҙа йөрөүсе бер төркөм 7-се класты тамамлаған уҡыусылар – Азат Мансуров, Хәлил Әбдрәхимов, Диләфрүз Кәлимуллина, Алина Деговцева, Диләрә Суфиянова уҡытыусылары Зилә Иҙрисова етәкселегендә килеп, бәрәңге баҡсаһын, һуған, ҡыҙыл сөгөлдөр түтәлдәрен утап киттеләр. Эште бөтөүгә ямғыр ҙа яуып ебәрҙе. Ошо балаларҙы хеҙмәт һөйөүсән, ярҙамсыл, изгелекле итеп тәрбиәләгән ата-әсәләренә, уҡытыусылары Зилә Хөрмәтулла ҡыҙына, уңған балаларға оло рәхмәтемде еткерәм.
Мәктәптә өлкәндәр менән бәйләнеш өҙөлмәй – ҡышын ҡар көрәп китәләр, йәйен-көҙөн баҡса эштәрендә ярҙам итәләр - артабан да башлаған эштәре дауамлы булһын. Уҡыусыларҙың каникулдары файҙалы үтһен, яңы уҡыу йылына көс-ҡеүәт йыйып, яҡшы уҡып, тәүфиҡлы, иманлы балалар булып үҫһендәр. Ил-көнөбөҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашһын. Яуҙа йөрөгән балаларыбыҙ имен-һау ҡайтһындар, киләсәгебеҙ яҡты, өмөтлө булһын.
Зөлфиә РӘХМӘТУЛЛИНА, яугир улдар әсәһе.
Сәйетбаба ауылы.