Үҫеп килеүсе йәш быуында тыуған төйәккә һөйөү, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү йүнәлешендә Азамат Мәхмүт улы 1986 йылдан, милли көрәш буйынса тренер, һуңынан райондың Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе, “Еҙем” тәбиғәт паркы директоры булып эшләгән дәүерҙәрҙән бирле һөҙөмтәле эш алып бара. Еҙем йылғаһы буйында уның тырышлығы менән ойошторолған данлыҡлы спорт лагерында күпме бала ял итеү, физик күнекмәләр менән бер рәттән экологик тәрбиә алды. Ә инде 2023 йылдан был экологик эшмәкәрлек Башҡортостан Башлығы гранты фонды ярҙамында алып барыла.
Ағымдағы йылда иһә “Таҙа Еҙем” акцияһы 8 августан 10-ына тиклем дауам итте. Унда Красноусолдағы 2-се урта мәктәп, Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты уҡыусылары һәм уҡытыусылары ҡатнашты. Акцияла ҡатнашыусыларҙың иң олоһона 77 йәш булһа, иң кесеһе Кәримгә - 2 йәш. Әйткәндәй, командала иң олоһо булған Владимир Николаевич Маркисов бындай акцияларҙа йылдың-йылы ҡатнаша.
Был юлы “Күлтамаҡ” турбазаһынан алып Толпар ауылына тиклем йылға ярҙары һәм туристар ялға туҡтаған урындар таҙартылды. Йыйылған суп-сар, ҡалдыҡтар араһында сереп тарҡалмай торған пластик һауыттар һәм полиэтилен, шулай уҡ яр ситендәге урман буйлап туҙышып ятҡан синтетик салфеткалар айырыуса күп булды. Һуңғыһына айырым туҡталғы килә. Бәҙрәф ҡағыҙы һәм целлюлозанан эшләнгән салфеткалар тиҙ арала тарҡалһа, синтетик салфеткалар сереп юҡҡа сыҡҡансы йөҙҙәрсә йыл үтә. Өҫтәүенә, был салфеткалар составында әйләнә-тирә мөхиткә зыянлы бик күп ҡатнашмалар бар. Сереп тарҡалған хәлдә лә был матдәләр тупраҡ аша һыу ятҡылыҡтарына эләгә. Тотош Еҙем буйлап таралып ятҡан был салфеткалар аша һыуҙың бысраныу кимәлен күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Бөгөн Еҙем йылғаһы Башҡортостан буйынса иң таҙа йылғаларҙың береһе булып тора. Йылға һәм уның яры буйлап һуҙылып киткән урманды һирәк осрай торған йәнлектәр һәм үҫемлектәр төйәк иткән. Еҙемдә, шулай уҡ Рәсәй һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китабына индерелгән бәрҙе һәм йылға бағыры ла бар.
Һулар һауабыҙ, эсер һыуыбыҙҙың таҙалығы үҙебеҙҙән, тирә-яҡ мөхиткә нисек ҡарауыбыҙға, дөрөҫөрәге, мөнәсәбәтебеҙгә бәйле. Шуның өсөн Еҙемдең экологик торошон, яр буйҙары, урмандарыбыҙҙың таҙалығын һаҡлау өсөн ошондай өмәләрҙе даими үткәреп, уларҙы төрлө сүп-сарҙан, зарарлы ҡалдыҡтарҙан таҙартып тороу бик мөһим.
Ирина ВАФИНА,
Н.Мәжитов исемендәге
Красноусол башҡорт
гимназия-интернатының
биология уҡытыусыһы.