Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
9 Сентябрь 2025, 10:00

Ауылымдың шанлы йылдары

Ташбүкән (Үрге һәм Түбәнге) – Юрматы ерендә урынлашҡан боронғо башҡорт ауылдарының береһе. Ауылды армыт-армыт тау һырттары ҡармап алған. Ике ауылды ҡап уртаға айырып, тыныс ҡына Оло Әрмет йылғаһы ағып ята.

Ауылымдың шанлы йылдары
Ауылымдың шанлы йылдары

Йылғаның ике яғынан тар һыҙат булып дөйөм майҙаны 500 га булған яландар тартылған. ХХ быуаттың 30-сы йылдар башына тиклем Ташбүкән Маҡар волосы составында була. 1931 йылда Красноусол районына күсерелә. Ошо осорҙа Ташбүкәндә колхоз ойоштороу мәсьәләһе күтәрелә. Был мәсьәлә әллә ни ҡаршылыҡһыҙ хәл ителә. Башҡаларҙан айырмалы бында промколхоз ойошторола. Айырма шунда: иген сәсеү, мал аҫырау менән бергә, ағас та эшкәртелгән. Промколхоз өс бригаданан торған: Түбәнге Ташбүкәндең Түбәнге өс урамы – 1-се бригада, Үрге ос менән Таҙҙар осо урамдары – 2-се бригада, Үрге Ташбүкән – 3-сө бригада тип йөрөтөлгән. Тәүге рәйесе Әрмет ауылынан килгән Хисмәтулла Фәтҡуллин тигән кеше була. Урман һыҙаттарында урынлашҡан яландарҙың мәте ҡатыш көлһыу тупрағы уңдырышһыҙ булып сыға: әллә ни ыратып иген, йәшелсә үҫтерә алмайҙар. Шунлыҡтан 30-сы йылдарҙың урталарында промартель итеп үҙгәртеп, “Ҡыҙыл партизан” артеле башлыса ағас эшкәртеү менән шөғөлләнә башлай.
Оҙаҡ та үтмәй Бөйөк Ватан һуғышы башлана. 250-нән ашыу ташбүкәнле, тыуған илде яҡлап, һуғышҡа оҙатыла. Шул иҫәптән, промартелдең шул осорҙағы рәйесе Сиҙыҡ Ғиниәт улы Мөхәмәтйәнов та яу ҡырына китә. Батыр һуғыша элекке ҡыҙыл партизан. “Ҡыҙыл Йондоҙ” ордены һәм миҙалдар менән дә наградлана. Һуғыштан ҡайтҡас, күрше Маҡар районының Иҫәкәй ауылында промартель рәйесе вазифаһында эшен дауам итә. Ул һуғышта саҡта артель рәйестәре булып Минибай Мусин Һәм Хәлил Нәғим улы Баймырҙин эшләй. Промартель фронт өсөн сана, ат арбаһы, дуға, ағас көрәктәр, саңғылар, септә, ҡап, арҡан һ.б. етештереп оҙата. Тылда Хәбибрахман Ибәтуллин, Фәйзулла Баһауетдинов, Абдулла Әҙелгәрәев, Нуриәхмәт Шәрипов, Сәлих Аллаяров, Миниса һәм Фатима Аллаяровалар, Мәрйәм Мөхәмәҙиева, Зөһрә Ҡотова, Зөләйха Мөлөкова, Бәҙерниса Мөхийәнова һ.б. бик күптәр еңеү өсөн ҙур тырышлыҡ һала. Аслыҡ та, яланғаслыҡ та уларҙың юлына кәртә була алмай. Яраланған фронтовиктар ҙа һирәкләп ҡайтҡылап тора. Хәленән килгәндәре, өйҙә ҡул ҡаушырып оҙаҡ ултырмайҙар, балтаһын тотоп, эшкә сығыу яғын хәстәрләйҙәр. 13-14 йәшлек малайҙарҙың көнө-төнө урмандан ҡайтмай, ағас әҙерләп сығарыуҙары йәнен әсетә уларҙың. Ул саҡта промарталдең контораһы, келәттәре, ат һарайҙары, хужалыҡ кәрәк-яраҡтары Мөхәммәтзариф мулланың йортонда һәм хужалығында урынлашҡан була. Мөхәммәтзариф – күрше Үтәк ауылының указлы муллаһы Мөхәммәтҡафи Ҡотлозаман улы Сатлыҡовтың биш малайының береһе. Бик аҡыллы, тәрбиәле кеше була. Шуға ла ташбүкәндәр уны ныҡ ихтирам итә. Йортона ҡаршы йүкәнән ҙур яңы мәсет тә һалдырта. Оҙаҡ йылдар клуб функцияһын үтәй ул.

1952 йылдың йәйендә, бесән ваҡытында, промартель һарайҙарының береһендә ут тоҡанып китә. Бесәнгә тоҡанған ут, "һә" тигәнсе бөтә хужалыҡты ялмап ала. Складтағы яғыулыҡтарға ут ҡабып, янғын тағы ла көсәйә. Эргәләге ауыл советы бинаһы ла, почта бүлексәһе лә күҙ асып йомғансы юҡҡа сыға. Ярай аттар йәй көнө яланда була. Береһе лә зыян күрмәй. Ни ғәжәп: контора хеҙмәтен үтәгән мулла йорто менән әүәлге мәсет кенә (клуб) янмай ҡала. Янғын хужалыҡҡа ҙур матди зыян килтерә. Һуғыш ауырлыҡтарынан саҡ ҡотолоп килгән ауыл халҡына яңы ауырлыҡтар өҫтәлә. Иң мөһиме шул: аттар, сана эшләү, тәгәрмәс, ҡап һуғыу цехтары, тимерлек, ат арбалары һаҡланып ҡала. Был осорҙа хужалыҡҡа Хәлил Нәғим улы Баймырҙин етәкселек итә. Уның ыңғай яҡтары ла, кәмселектәре лә була. Юғарынан төшкән күрһәтмәләрҙе теүәл үтәргә тырышһа ла, ойоштороу һәләте аҡһаңҡырай.
1954 йыл ауылға Өфөнән 30 меңселәр иҫәбенән артель рәйесе итеп Шәүкәт Хәлил улы Ғариповты ебәрәләр. Сығышы менән беҙҙең райондың Оло Үтәш ауылынан булып сыға ул. Башҡортостандың тәүге мөфтөйө Мансур Халиҡовтың ике туған ҡустыһы ла икән. Һуғышҡа тиклем балалар ҙа уҡыта. Офицер дәрәжәһендә һуғыш юлы үтеп, орден-миҙалдар менән наградланған. Нефть промыслаларында етәксе эштәрҙә эшләй. Партия ағзаһы була. Ғаиләле. Ҡатыны уҡытыусы. Өс ҡыҙ, бер ул үҫтерәләр.
Хужалыҡ һәм коллектив менән танышып сыҡҡас, яңы рәйес артелдең матди-техник базаһын нығытыу, халыҡтың тормош-көнкүрешен яҡшыртыу өсөн, беренсе сиратта, ауылды, производствоны электрләштереү кәрәклеген аңлай. Ә нисек? Яҡындан юғары вольтлы электр линияһы ла үтмәй бит әле (1974 йылда ғына Ташбүкәнгә Үтәк аша юғары вольтлы электр линияһы тартыла). Ныҡыш, тынғыһыҙ етәксе әмәлен таба: төрлө инстанцияларҙы тапай торғас, көндәрҙең береһендә Ташбүкәнгә локомобиль алып ҡайта. Ике егет - Ғәфүр Бәхтийәров менән Минибай Кәримовты Өфө паровоздар ремонтлау депоһына уҡырға ебәрә. Механик Пётр Тарасов етәкселегендә локомобилде фундаментҡа ултырталар. Электр станцияһы ҡыҫҡа ваҡытта төҙөлөп бөтә һәм эшләй башлай. Был Ғариповтың тәүге еңеүе була. Уның төп маҡсаты – эшләп сығарылған продукцияның үҙҡиммәтен кәметеү һәм производствоның рентабеллегенә өлгәшеү була.
Локомобиль килтерелгәнгә тиклем артелдә бөтә эш ҡул көсө ярҙамында башҡарыла. Эш ҡоралдары ла ябай: ҡул бысҡыһы ла, ҡасау менән бырау. Түбәнге Ташбүкәндә Көнторошло йылға ярлауында ҡап һуғыу цехы, тәгәрмәс һуғыу, сана эшләү цехтары урынлашҡан була, бер тимерлек, бер парник эшләй. Урмандан ағасты ат менән сығаралар. Хужалыҡтың 70-80-ләп егеңке аты була. 40-сы йылдар аҙаҡтарында 50-се йылдар баштарында урмандан тәгәрмәс һәм сана цехтарына ағас ташыған Әхмәҙулла Хисмәтуллин, Әхмәт Ғөбәйҙуллин, Ғәлиулла Ғәлиуллин, Мәғәзүм Насиров, Рамазан Әсфәндийәров, Мөхәррәм Насиров, Ғаян Маннанов, Нурхәйҙәр Йәнтүрин, Зәбир Мөхәмәтйәнов, Ғәйәр Мөхәмәҙиев, Ғизетдин Мөхийәнов, Әнүәр Абдрахманов, Миңнула Мәүлетов, Ғүмәр Мөлөков, Урал Баймырҙин һәм башҡа ағайҙар хәтерҙә ҡалған.
Тәгәрмәс, сана цехтарында Үрге ауылдан Фәйзулла Баянов, Әбүбәкир Таһиров, Таһир Булатов, Мөхәмәтзәбир Булатов, Ассаф Таһиров, Хәбир Мөхәмәтшин, Фәхретдин Булатов, Вафир Мөхәмәтшин, Әбделхаҡ Фәйзуллин, Миңлеғәли Хәйбуллин, Түбәнге ауылдан Ғилметдин Мәхийәнов, Ғәйсәр Мөхәмәҙиев, Әмир Йәнтүрин, Мөғәттәр Ҡотов, Әүхәҙей Баймырҙин ағайҙарҙың эшкә йөрөүҙәре хәтерҙә. Парникта олораҡ йәштәге ағайҙар эшләне. Сөләймән Нуриев, Шәрифулла Зөбәйҙуллин, Хәлил Абдрахманов, Мөхәммәт Килмәтов, Фәхретдин Баһауетдинов, Мөхәммәт Әҙелгәрәев һәм башҡалар үҙ эшенең оҫталары булды. Улар парникка ташылған имән, йыла, ҡарама бүрәнәләрҙе ярҡалығын ярҡаға, туғынлығын туғынға ярып әҙерләйҙәр һәм парниктағы ҙур һыулы ҡаҙанға һалып, тәүлек самаһы ут яғып ҡайнаталар ҙа, махсус станоктарҙы бөгөп, яҙылмаһын өсөн ос-осон йүкә менән бәйләп ҡуялар.
Тәгәрмәс һуғыу ҙа сетерекле генә эш. Тәгәрмәстәрҙең алғыһы бәләкәйерәк, артҡыһы ҙурыраҡ була. Эш процесы тәгәрмәс бүкәнен шымартып йышыуҙан башлана. Уны ҡулдан эшләп алған яһалма “токарной станок”тарҙа эшкәртәләр. Эшкәртелгәс, имән тояҡтарҙың бүкәнгә ултыртыла торған яғын ҡасау менән дүрткел тишектәр тишеп урынлаштыралар. Унан һуң туғынға бырау менән тояҡтар һанынса тишектәр тишеп, тояҡтарҙы кейҙерәләр. Иң аҙаҡ тәгәрмәстең күсәргә кейҙерә торған үҙәк өлөшөн – көпсәкте йыуан бырау менән тишеп ҡуялар. Сана эшләү ҙә шул тәртиптәрәк бара. Артелдең ике тимерлеге була. Унда Үрге ауылдан - Мөхәмәтғәли Ҡотлогилдин, Түбәнге Ташбүкәндән - Ихсан Бәхтийәров, Шәмсетдин Ғәлимов, күрше Маҡар районының Васильевка ауылынан Степан исемле сыуаш эшләй. Уларҙың төп эше - аттарҙы дағалау, арба тәгәрмәстәрен, күсәрҙәрҙе, йөк саналарын шинлау һәм башҡалар.
Рәйестең икенсе башҡараһы мөһим эше булып производствоны механизациялау тора. Локомобиль эшләй башлағас, эш урындарына электр сымдары һуҙыла һәм кәрәкле станоктар һатып алына. Сана, тәгәрмәс цехтарына йышыу, бысыу, тишеү, токарь (ағастыҡы) станоктары ултыртыла. Тимерлеккә электр күреге ҡуйыла. Таҡта ярыу өсөн ике яңы пилорама алына һәм таҡта ярыу башлана. Ат һарайында ла эштәр яйға һалына. Урман эшендә арба-сана йыш ватылып тора. Ремонт эштәре менән махсус бригада шөғөлләнә. Ремонт өсөн алдан уҡ материалдар әҙерләп ҡуялар. Ватығын яңыға алмаштырыу ҙа әллә ни оҙаҡҡа һуҙылмай. Һәр арбаға тәгәрмәстәрҙе, күсәрҙе майлау өсөн дегет күнәктәре лә тағып ебәрелә.

Ғариповҡа тиклем 2 газогенераторлы йөк машиналары алына. Улар утын яғып эшләй. Шофёрҙар Әрмет, Мүскә ауылдарынан саҡырыла. Шәүкәт Хәлил улы эшкә килгәс, “ГАЗ-51”, “ЗИС-5” автомашиналары, “ДТ-54” тракторы ҡайтарыла. Машиналарға ауыл егеттәре Минияр Мөхәмәтҡолов, Миңнәхмәт Батталов ултырһа, тракторға Мәғәфүр Кәримовты ҡушалар. Производствоны бер сама механизациялау эште апаруҡ еңеләйтә төшә. Күп тә үтмәй станоктар менән йыһазландырылған яңы цех та эшкә ҡушыла. Унда йәшник, умарта, шулай уҡ бричка ла (пар ат егеү өсөн һыңар тәртәле тимер күсәрле арба) эшләй башлайҙар.
Ҡап һуғыу цехына 40-50-ләп ҡатын-ҡыҙ эшкә йөрөй. Үрге ауылдарҙың күпселеге өйҙә, түбәнгеләр цехта һуға. Түбән остан апалы-һеңлеле Минисара, Миниса Асҡаровалар, Ғәрифә Мөлөкова, Гөлсөм Шириязданова, Мәклүфә Баһауетдинова, Тайфа Нуриева, Фатима Ҡотова, Рәшиҙә Әбелғатина, Бәҙерниса Мәхийәнова, Ғәрифә Баймырҙина, Ғәйшә Мөхәмәҙиева, Тәскирә Әминева, Минисара Йәнтурина, Зарифа Маннанова, Зөләйха Мөлөкова, Гөлниса Килмәтова, Ғәрифә Мәхийәнова һ.б. апайҙар, ҡаҙ һымаҡ теҙелешеп, эшкә төшә торғайны. Ҡап һуғыу артель өсөн төшөмлө тармаҡ була. Шуға ла йыл да өс-дүрт быуала һалабаш һалалар. Йәй, йүкә ағасы ашҡаяҡ ваҡытта, уны ҡуптарып, күлгә батыралар. Был осорҙа артель эшселәре дәррәү эшләй. Артелдең Красная поляна, Ҡурғашлы, Төкөн яҡтарында һалабаш быуалары була. Һалабашҡа төшөү үҙе бер байрамға әүерелә. Халыҡ дәрт, күңел менән эшләй. Һалабаш батырыу эше тамамланғас, йыл да Әрмет буйында һабантуй үткәрелә. Күрше ауылдарҙан да байтаҡ халыҡ килә. Алдан уҡ һөбә лә йыйыла. Көрәш, йүгереү, арҡан тартышыу, тоҡ менән һуғышыу, һырғаға үрләү һ.б. ярыштар үткәрелә. Бейеү, йырлау, гармунда, ҡурайҙа уйнау сәмле бара. Һабантуй күрше ауыл йәштәрен осраштырыу, таныштырыу урыны ла була.
Көҙ һалабаш һалыу, күл һыуында сайҡатып, кузлаларға киптерергә элеү эштәре башлана. Был эш ҡара көҙгә тиклем тартыла. Ауылға ташып өлгөрмәй ҡалған һалабаш бәйләмдәре урында эҫкерттәргә өйөлә һәм ваҡытлыса ҡарауылсылар тәғәйенләнә.
Шәүкәт Хәлил улы өсөнсө бурысы итеп ауылды электрләштереүҙе йәғни ауыл өйҙәренә ут биреүҙе иҫәпләй. Электр линияһы һуҙыу өсөн ҡыҙыу эш башлана. Бағаналар ултыртыла, өйҙәргә сымдар һуҙыла, электр лампочкалары ҡуйыла. Үткән быуаттың 50-се йылдарында ике ауылға ла ут бирелә. Ильич уттарының балҡыуы күңелдәрҙе тағы ла күтәреп ебәрә, тағы ла дәртләнеберәк эшләргә илһамландыра. Локомобиль гудок менән эшкә ҡаршы ала, гудок менән эштән оҙата. Машинист ярҙамсылары булып Миңнулла Ибәтуллин, Арыҫлан Әҙелгәрәев эшләй.
Рәйес халыҡты мәҙәни яҡтан тәрбиәләүгә лә, ауылда спорт эшен үҫтереүгә лә ныҡлы иғтибар бирә. Тәүгеләрҙән булып ауылға радиоузел ҡайтарыла. Элекке яугир, бар һуғышты үткән элемтәсе Рәхмәтулла Ишмырҙин етәкселегендәге бригада ҙур эш башҡара: һәр йортҡа тимер сымдар тартып, көләпәрәле радиоалғыстар урынлаштырып сығалар. Мулла йортоноң бер бүлмәһенә урынлаштырылған радиоузел тейешенсә йыһазландырылғас, тышҡа, бағана башына, репродуктор ҡуйыла. Урындағы радиотапшырыуҙарҙы алып барыу өсөн редакция составы һәм диктор тәғәйенләнә. Диктор вазифаһын Маһира Сөләймән ҡыҙы Нуриеваға тапшыралар. Ул бер үк ваҡытта комсомол ойошмаһы секретары ла була. Тәүге тапшырыу бөгөнгөләй ҡолаҡ төбөндә сыңлап тора кеүек: “Тыңлағыҙ, тыңлағыҙ! Урындағы Ташбүкән радиоузелы һөйләй”... Радиотапшырыуҙарға, иртәле-кисле тапшырылып, 10-15-әр минут, ҡайһы саҡта ярты сәғәткә тиклем ваҡыт бүленә. Артелдең көндәлек эш барышы, пландың үтәлеше тураһында мәғлүмәттәр һ.б. яңылыҡтар хәбәр ителә. Алдынғы эшселәр телгә алына. Файҙалы кәңәштәр ҙә бирелә. Концерт номерҙары менән дә сығыш яһайҙар, урындағы белдереүҙәр ҙә хәбәр ителә. Урындағы радиотапшырыуҙар заманында ҙур тәрбиәүи роль уйнай. Иҫәндәр ул саҡтарҙы әле лә һағынып иҫкә ала.

Физик тәрбиәгә лә етди әһәмиәт бирелде. Ауылда бер нисә урында волейбол һәм футбол майҙансыҡтары булды. Профессионалдарҙан кәм уйнамай торғайны ауыл йәштәре. Бура һуғыу, сәкән һуғыу, бетлекәй кеүек халыҡ уйындары ла популяр булды. Интеллектуаль һәләтте үҫтергән шахмат, шашка уйындары ла әүҙемләшеп китә. Избачтың ишеге иртәнге ун-ун икенән киске ун-ун икегә тиклем ябылмай торғайны. Китапханасы Хәҙисә Шәйәхмәтова ваҡыт менән иҫәпләшмәне. Һуғыш инвалидтары Хәлфетдин Әҙелгәрәев, Хөснулла Фәтҡуллин, уҡытыусылар Зәки Вәлиев, Карам Йөҙлөбаев, эшсе егеттәр Әүхәҙей Баймырҙин, Мәғәфүр Кәримов, мәктәп китапханасыһы Роза Григорьева, уҡыусы Ғәфүр Камалетдинов оҫта шахматсы булды. Шахмат, шашка турнирҙары йыш үткәрелә торғайны. Әҙәби китап уҡыусылар ҙа күбәйә. Гәзит-журналға яҙылыусылар һаны ла йылдан-йыл арта. Почтальон Әхмәт ағай Кәбиров көн аша Усолканан почта ташый. Иртәрәк ҡайтһа, гәзит-журналын, өй беренсә йөрөп, таратып та сыға.
Художестволы үҙешмәкәр түңәрәк тә әүҙем эшләне. Һәүәҫкәр йырсылар, бейеүселәр ишәйҙе. Артелдең партбюро секретары Мира Хажи ҡыҙы Әхмәтова, комсомол ойошмаһы секретары Маһира Нуриева, медицина хеҙмәткәре Альбина Смоллер, эшселәрҙән Әсҡәт Баймырҙин, Роза Баһауетдинова, Минияр Мөхәмәтҡолов, Әбүбәкир Таһиров, Зәйнулла Баһауетдинов, Ассаф Таһиров, фельдшер Мәҙинә Ҡотова һ.б. түңәрәк эшенең уртаһында булып, сәхнәнән төшмәнеләр. Өфө сәхнәләрендә сығыш яһап ҡайтыусылар ҙа булды. Халыҡ менән әүҙем эшләү хеҙмәт тәртибен нығытыуға ла ныҡлы булышлыҡ итә. Прогулсылар ҡырҡа кәмей. “Һуғышсан биттәр”, стена гәзиттәре даими сығарылып эленә. Ауылдың йөҙө лә үҙгәрә. Ҡабыҡ түбәләр таҡталар менән алмаштырыла. Ситән урынына таҡта ҡоймалар ҡойола. Ташбүкән тирә-яҡта төҙөк ауылдарҙың береһенә әүерелә. Халыҡтың килеме лә арта төшә.
Мәктәп менән бәйләнеш нығый. Һуғыштан һуң ауылда ете йыллыҡ мәктәп асыла. Директоры Карам Йөҙлөбаев була. 1954 йылда директор булып Юлыҡ мәктәбенән ошо уҡ вазифала эшләгән Урта Әрмет егете Зәки Харис улы Вәлиев ҡайта. Мәктәп ул осорҙа түбән оста Сөләймән Нуриевтарҙың эргәһендә була. Зәки Харис улы яңы мәктәп төҙөүҙе хәстәрләй башлай. Артель ярҙамында Үрге осҡа (ике ауыл араһы) ағас сығарыла. 5 бүлмәле бура күтәрелеп, ҡыйығы ябылып та ҡуйыла. Иҫке мәктәптең бер нисә төкәтмәһе күсереп ултыртыла. 1958/59 уҡыу йылы яңы мәктәптә башлана. Мәктәп 2004 йылға тиклем эшләй. 2004 йылда яңы мәктәпкә күсенәләр. 2015 йылда мәктәп бөтөнләй ябылып ҡуя. 1959 йылда Шәүкәт Хәлил улы Өфөгә ҡайтып китә. Артабан ул “Башкиргеология” берекмәһендә, Өфөнөң Совет районы башҡарма комитетында тәьминәт өлкәһендә яуаплы вазифаларҙа эшләй. Башҡорт опера һәм балет театры директорының тәьминәт буйынса урынбаҫары була. Хаҡлы ялда ла “Уфимкабель” заводының хәрби һағында хеҙмәтен дауам итә.
Шәүкәт Ғариповтан һуң руль яңынан Хәлил Нәғим улы ҡулына күсә. 50-се йылдар аҙағы 60-сы йылдар башында Салауат, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, ғөмүмән ил кимәлендә удар төҙөлөштәр осоро башлана. ФЗО-лар, һөнәрселек, техник училищелар күпләп асыла. Йәштәр ҡалаға ағыла башлай. Ғаиләһе менән күсенеп китеүселәр ҙә була. Был артелдең артабанғы үҫешенә лә йоғонто яһамай ҡалмай. Бер йыл эшләгәс, Хәлил Нәғим улы Баймырҙин да пенсияға китә. “Ҡыҙыл партизан” промартелен 1960 йылда Усолкалағы инвалидтар артеленә, шул уҡ йылда мебель цехына ҡушалар. 1963 йылда яңы эш башлаған Ғафури леспромхозына күсерәләр. Утыҙ йылдан ашыу ташбүкәндәр леспромхоз составында урман ҡырҡалар һәм 90-сы йылдар аҙағында эштән туҡтайҙар.
Хәсән ҠОТОВ,
Н.Фәрхшатов исемендәге
премия лауреаты.

Ауылымдың шанлы йылдары
Ауылымдың шанлы йылдары
Ауылымдың шанлы йылдары
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас