Бөтә яңылыҡтар
Редакция почтаһынан
15 Сентябрь 2025, 09:00

“Ал елкән”дә яңы дуҫтар таптым

Йәй – үҙе бер бәләкәй тормош. Быйылғы йәйге каникулым файҙалы осрашыуҙарға бай булды. Сөнки Башҡортостан Республикаһының Ейәнсура районындағы “Ал елкән” балалар һауыҡтырыу лагерына путёвка алып, күңелле ял итеү бәхете тейҙе. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте бу-йынса олимпиадаларҙа, ижади бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнашыу – лагерь юлламаһының төп шарты булды.

“Ал елкән”дә яңы дуҫтар таптым
“Ал елкән”дә яңы дуҫтар таптым

Ял-һауыҡтырыу лагеры Сөләймән ауылында, хозур тәбиғәт ҡосағында, тыныс урында урынлашҡан. Оло Һүрәм йылғаһы Сөләймән ауы-лын һуғарып ята, өҫтәүенә ул ике тау араһына ышыҡланып ултыра. Бына ошо матур ерҙе биләп тора “Ал елкән”. Был смена күренекле педагог, абруйлы ил инәһе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы Бураҡаеваның “Йәйләү” авторлыҡ программаһы буйынса ойошторолғайны.
“Йәйләү” сменаһына республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән башҡорт рухлы, дәртле, һәләтле балалар килгән. Улар менән ихлас аралашып, яңы тәьҫораттар алып ҡайттым. Лагерҙағы йылы һәм дуҫтарса мөхит бик оҡшаны. Бында йәйге ялды фәһемле һәм йөкмәткеле итеп үткәрер өсөн бөтә шарттар булдырылған, башҡорт халҡының тарихын өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленгән.
“Ал елкән”дә Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов менән таныштыҡ, ул беренсе көндәрҙә үк лагерға килеп, беҙҙең менән аралашып, хәлдәребеҙҙе белеште.
Смена барышында төрлө мауыҡтырғыс сараларҙа ҡатнаштым. Йәйләүҙәге ырыуҙар йыйыны, “Киске шәм” ултырыштары, иртәнге күнекмәләр, ырыу стенгазеталарын әҙерләү, ҡыҙыҡлы эстафеталар, саф һауала уйындар, мастер-кластар, квестар, бейеү түңәрәктәре, гитара аҫтында рухлы йырҙар, һуңғы усаҡ һәм 1-се Республика сменаһын ябыу кисе...
Лагерҙа “Үҫәргән”, “Ҡыпсаҡ”, “Юрматы” – өс ырыу вәкилдәре булып, үҙ-ара ярышып, сәмләнеп йәшәнек. Башҡорт халҡына хас булған күтәренке рух, изге йолалар, һоҡланғыс бейеүҙәр, моңло йырҙар, сихри көйҙәр – “Йәйләү” профилле лагерында ял итеүсе егет һәм ҡыҙҙарҙың йөрәктәрендә ошо бөйөк төшөнсәләр мәңгелеккә уйылып ҡалды.
Көн дә төрлө-төрлө саралар үткәрелә ине йәйләүҙә. “Шәхестәр” квесында арҙаҡлы шәхестәрҙең тормош юлы, ижадтары менән таныштыҡ, “Һаумы, һаумы әкиәт!” әҙәби конкурсында әҫәрҙәр сәхнәләштерҙек, бөтә йәйләү менән тауға күтәрелдек.
Спорт саралары ла күпләп ойошторолдо: “Йәйләү” кубогына арналған чемпионатта Ҡыпсаҡ менән Юрматы ырыуҙары уйы-ны, Советтар Союзы Геройы Ҡотлоәхмәт Ҡотлоғәлләм улы Хәйбуллин иҫтәлегенә Ейәнсура тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы тарафынан шахмат турниры. “Ҡыпсаҡ” ырыуы футбол турнирында беҙҙең ырыу 1-се урын яуланы.
Ейәнсура районының Эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре менән осрашыу булды, Шулай уҡ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ҡараған Иҫәнғол 77-се янғын һүндереү-ҡотҡарыу часының музейын күрҙек.
Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған осрашыуҙа Бөйөк Ватан һуғышы тураһында викторинала ҡатнаштыҡ, хаҡлы ялдағы хәрби, өлкән прапорщик Рим Зәкәриә улы Ҡыҙрасов менән аралашып, уның шәхси күргәҙмәһе менән таныштыҡ, Бөйөк Ватан һуғышы осорондағы бинокль, командирҙарҙың планшеты һәм бик күп хәрби әйберҙәрҙең тарихын тыңланыҡ.
Ял ваҡытында бөтәбеҙ ҙә һәр саҡ бер тулҡында булдыҡ, бер-беребеҙ менән яҡын дуҫтарға әйләндек. Һуңғы усаҡта күңелдәр тулды. Хушлашыу минуттарында иламаған кеше булмағандыр, хатта малайҙар ҙа күҙ йәштәрен тыя алманы. Хушлашыу ауыр булһа ла, киләсәктә бәйләнеште өҙмәҫкә, дуҫ булып ҡалырға һүҙ бирешеп, республикабыҙҙың төрлө тарафтарына ҡоштар кеүек таралыштыҡ.
Ғафури районы мәғариф бүлеге начальнигы Айҙар Айрат улы Рафиҡовҡа, Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбе директоры Марс Хатмулла улы Фәйзуллинға, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисоваға һәм миңә һәр яҡлап ярҙам итеп торған яратҡан ата-әсәйемә матур ял ойошторғандары өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм.
Мәғариф бүлегенең туған телдәр уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе Альбина Булат ҡыҙы Басироваға һәм класс етәксем Люциә Гәрәй ҡыҙы Ҡунафинаға айырыуса оло рәхмәтемде еткерәм.
Розалия Ишмырҙина,
Ж.Ғ.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас