Бер кем өсөн сер түгелдер: мәшһүр “Урал батыр” эпосы – башҡорттоң боронғо эпик ҡомартҡыһы. Ул ҡобайыр ғына түгел, кешене кеше иткән, әхлаҡи-эстетик, этик тәрбиә биргән, донъяға ҡарата гармониялы мөнәсәбәттең мөһимлеген раҫлаған һәм башҡа гуманистик тәғлимәттәрҙе үҙ эсенә һыйҙырған кодекс та ул. Фәндә үҙенә иғтибарҙы бөтмәҫ-төкәнмәҫ белемгә әйҙәүсе эпос булараҡ та, үҙенең күп яҡлылығы, тәрән фәлсәфәгә, серле хазинаға эйә булыуы менән дә төрлө ғилем өлкәһе ғалимдарын тыныс ҡалдырмай. Уны фольклорсыларҙан башҡа, тел белгестәре лә, философтар ҙа, әҙәбиәтселәр ҙә, тарихсылар ҙа, хатта психологтар ҙа төплө хеҙмәттәрендә лә, айырым сығыштарында ла тикшереү объекты итеп һайланы (Ә.И.Харисов, Ә.Н.Кирәев, А.С.Мирбадалева, А.А.Петросян, Д.Ж. Вәлиев, Н.Т.Зарипов, М.М.Сәғитов, С.Ә.Ғәлин, Ә.M.Сөләймәнов, Р.Ф.Рәжәпов, Ф.А.Нәҙершина, Ғ.Б.Хөсәйенов, Р.Ә.Солтангәрәева, Н.Ә.Хөббитдинова, З.Ғ.Әминев, В.Г.Котов, Ш.Р.Шәкүрова, Р.Ғ. Калимуллин һ.б.). Шулар араһында алдынғы ҡарашлы, тәрән фекерле йәш ғалимә Гөлнар Вилдан ҡыҙы Юлдыбаева (1976-2020) ла эпосты өйрәнеүҙә ҙур өлөш индереп өлгөргәйне. Бөгөн эпосыбыҙ ғалимдар, йәмәғәтселек теленән төшмәй, был хаҡта бигерәк тә 8 июнде “Урал батыр” эпосы көнө итеп иғлан ителеүе лә, “Ай Йола” этно-рок төркөмөнөң дә “Һомай” композицияһы менән бергә эпостың темаһын көйгә һалып, бөтә донъя киңлегенә таралыуы ла, төрлө фәнни хеҙмәт, мәҡәләләрҙә сағылып тороуы ла шул хаҡта һөйләй. М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында башҡорт һәм ҡырғыҙҙар бәйләнешенә бағышлап “Урал-Манас” кабинетының асылыуы ла, университетта һуңғы өс йыл рәттән “Урал батыр” эпосы көндәренең үткәрелеп килеүе лә шуға өҫтәп бер дәлил.
Ғалим васыяты
Бер ыңғайы шуны әйтергә кәрәк: Гөлнар Юлдыбаеваға “Урал батыр” эпосын өйрәнеүҙе мираҫ итеп танылған фольклорсы, ғалим Әхмәт ағай Сөләймәнов тапшырғайны: “Гөлнар, “Урал батырҙы” төплө өйрән, был эште һин генә йырып сыға алаһың, васыят итеп әйтәм”, - тигәйне ул. Йылдар үтте, Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәнов та баҡыйлыҡҡа күсеп китте (1938-2016), ул әйткән васыят Гөлнар өсөн мотлаҡ үтәлә торған бурысҡа әүерелде. Шул көндән алып йәш ғалимә эпосты – боронғо мәшһүр ҡобайырыбыҙҙы башҡа эпик әҫәрҙәребеҙ менән бер рәттән тикшерергә, уны сағыштырып өйрәнеү өсөн, башҡа төрки халыҡтар эпосына ла мөрәжәғәт итеп, мең мәшәҡәттәре булыуға ҡарамаҫтан (фәнни фондҡа гранттар яҙыу, фольклор экспедицияларына сығыу, план буйынса эшләнелгән фольклор томдарын төҙөү, уның араһында экспедицияларҙан йыйып алып ҡайтҡан фольклор материалдарын туплап, йыйынтыҡтар сығарыу), ең һыҙғанып тотонғайны. Тик, өлгөрмәне... Башҡорт ҡына түгел, бар төрки донъя фән йәмәғәтселеген етем итеп, һуңғы юлына юлланып китте лә барҙы Гөлнар...
Гөлнар Юлдыбаева 1976 йылдың 28 декабрендә Башҡортостандың мөһабәт, хозур һәм гүзәл урындарының береһе Сәйетбаба ауылында күп балалы Вилдан менән Тәскирә Юлдыбаевтар ғаиләһендә бишенсе төпсөк бала булып донъяға килгән. 1994 йылда Сәйетбаба урта мәктәбен тамамлағас, БДУ-ның Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетына ситтән тороп уҡырға инә, 1997 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килә һәм лаборант-тикшеренеүсе вазифаһынан алып, әйҙәүсе ғилми хеҙмәткәргәсә үҫеп етте: 2000 й. университетты тамамлап, 2006 й. Ҡазанда “Урал батыр” эпосының сюжеты һәм стиле” темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡланы (ғилми ет., ф.ф.д. Г.Р. Хөсәйенова).
Халыҡ ижадын бөртөкләп йыйып...
Фольклорсы ғалимдар араһында шундай хәҡиҡәт бар: кабинетта ултырып эшләүселәр һәм яланда фольклор йыйып тикшереүселәр. Гөлнар Юлдыбаева икенсе төргә ҡарай, тиһәк тә була. Сөнки ул 2003 йылдан алып Институтта йыл да ойошторолған фольклор экспедицияларында ҡатнашып килде. Шул мәлдән алып утыҙға яҡын экспедицияларҙа ҡатнашып, шуның туғыҙында етәксе булып эшләп өлгөрҙө. Бөгөн экспедициялар Рәсәй фундаменталь тикшереүҙәр фонды грантының (РФФИ) финанс ярҙамында үткәрелеп килә. Гөлнар Вилдан ҡыҙының ҡул арты гел еңел булды. 2000 йылдан алып егерменән ашыу отолған гранттарҙың туғыҙын етәкләне, эште бөтә шартына тура килтереп башҡарҙы. Экспедициялар иһә Башҡортостан райондарына ғына түгел, башҡорттар күпләп йәшәгән сит төбәктәргә лә ойошторола. Бындай ялан тикшереүҙәренең һөҙөмтәһе булып төрлө йылдарҙа теге йәки был район, төбәктең фольклор материалдары тупланған йыйынтыҡтар донъя күреп килде, уларҙың алмаштырғыһыҙ төҙөүсеһе Гөлнар Юлдыбаева булды (“Төньяҡ Башҡортостан башҡорттарының бөгөнгө фольклоры” (2008), “Экспедиция материалдары: Балтас районы” (2008), “Һарытау һәм Һамар өлкәләре башҡорттарының рухи байлығы” (2008), “Экспедиция материалдары силәбе башҡорттары” (2012), “Мәҙәниәттәр диалогы: Ҡорған өлкәһе” (2019), “Мәҙәниәттәр диалогы: Пермь крайы” (2020) һ.б.). Унан тыш үҙенең уңғанлығы һәм аралашыусан булыуы арҡаһында, уға башҡа, сит региондар ғалимдары менән ойошторолған фольклор экспедицияларында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе: 2012 йылда Алтайға һәм 2017 Хакасияға. Саха-Яҡутстанға планлаштырған быйылғыһында ҡатнаша алмаясаҡ, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...
Гөлнар Юлдыбаеваның ғүмере ҡыҫҡа булһа ла, ғилми тикшеренеүҙәре бихисап. Ул 400-ҙән ашыу ғилми баҫмалар авторы, шул иҫәптән “Урал-батыр” эпосының сюжеты һәм стиле” монографияһы, Юғары аттестация комиссияһы (ВАК) һәм РФ Мәғариф һәм фән министрлығы раҫлаған, сит илдә цитацияланған (Скопус, Веб оф Сайнс) төрлө ғилми журналдарҙа, Рәсәй һәм халыҡ-ара фәнни конференциялары йыйынтыҡтарында донъя күргән бихисап мәҡәләләр авторы, 20-нән ашыу йыйынтыҡ төҙөүсеһе һ.б. Әммә быларҙың барыһы ла тота килеп, ҡапыл барлыҡҡа килмәне, барыһы ла – тик ныҡышмалылыҡ, тырышлыҡ һөҙөмтәһе.
Әйтеүебеҙсә, Гөлнар Юлдыбаева “Урал батыр” эпосын ныҡлап өйрәнеүсе йәш ғалимә булды. Уның “Урал батыр” эпосының сюжеты һәм стиле” (Өфө, 2007) тигән китабы шул тикшеренеүҙәрҙең бәләкәй генә һөҙөмтәһе, тиһәк тә була. Был китапта ул эпик әҫәрҙе бығаса өйрәнгән ғалимдарҙың тикшеренеү һөҙөмтәләрен дөйөмләштереп, иң әүәл эпос мотивын, сюжетын, образдар системаһын, стиль үҙенсәлектәрен анализлап, билдәле бер мөһим һығымталарға килгәйне. Архаик эпос менән мауығыуы уны РФА ӨФТҮ ғилми архивында һаҡланған Мөхәмәтша Буранғолов тарафынан яҙып алынған һәм латин графикаһында машинкала баҫтырылып һаҡланған төп нөсхәнең факсимиль версияһын тәүгеләрҙән булып нәшер итеүгә килтерҙе. Гөлнар Юлдыбаеваның был проекты 2014 йылда донъя күрҙе. Был практик яҡтан да бик уңайлы булып сыҡты ғалимдар өсөн. Билдәле булыуынса, М.Буранғолов ҡулы аҫтынан сыҡҡан нөсхә ҡат-ҡат ҡаралыу һөҙөмтәһендә, биттәре туҙып, йыртылып, бысранып бөткәйне. Хәҙер иһә, Гөлнар Юлдыбаеваның эшмәкәрлеге арҡаһында, эпостың оригиналы китап булып таралды, ғалимдарға ла эште еңелләштерҙе, был ғалимәнең үҙен түгел, ә башҡаларҙы, киләсәк быуынды, халыҡты хәстәрләүе хаҡында һөйләй, әлбиттә. Йәнә шул: бергә башлаған бер ғилми эште уның сирләп китеүе менән тамамлап өлгөрмәгәйнек. Әммә больницала һуңғы минуттарына тиклем материалдарын ебәреп ятыуы һөҙөмтәһендә авторҙаш булған “Архаический эпос башкирского народа: художественно-стилевые особенности” тигән монографияның осона сығып, ташҡа баҫтырыу бәхетенә ирештек (Тамбов, 2023). Ул китапты һуңынан коллегалары менән бергә үҙе уҡып тамамлаған Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенә иҫтәлек итеп тапшырҙыҡ. Шулай итеп, ғалим үҙе яҡты донъянан китһә лә, хеҙмәттәре сыға тора, һәйкәл булып ҡала килә...
Хеҙмәттәре һәр кем өсөн аңлайышлы
Уның хеҙмәттәрен шундай академик ҡараш айырып тора: иң әүәл төп сығанаҡты яҡшы белеү, уға тиклемге ғалимдарҙың фекерен, ҡараштарын анализлау, теге йәки был тикшеренеү буйынса тулы хәбәрҙар булып, уны яҡтыртыу, практиканан айырылғыһыҙ “перспектива”лы һөҙөмтәләр яһау. Уның әйтеүенсә, 30 йыл йәки унан да алдараҡ сыҡҡан хеҙмәттәрҙә бығаса тормошҡа ашырылмаған фекер ынйыларын табып була. М.Буранғолов, Ә.Сөләймәнов, Д.Вәлеев, Ф.Нәҙершина, Ғ.Хөсәйенов ише башҡорт ғалимдарының хеҙмәттәре уның өҫтәл китаптарына әүерелгәйне.
Гөлнар Юлдыбаеваның тикшеренеүҙәре яҙылыу стиле яғынан да, фундаменталлеге менән дә еңел аңлайышлы ине, әммә примитив булманы. Бында уның тәбиғи билингвизмы ныҡ ярҙам итте, ул башҡортса ла, русса ла тигеҙ һәм етеҙ яҙышты.
Ялан фольклорсы-тикшеренеүсеһе булараҡ та, ул бик һиҙгер ғалимә булды. Һәр йөрөп ҡайтҡан экспедиция материалдарын ул кәштәгә шул килеш һалып ҡуймайынса, шунда уҡ ултырып (машинала булһынмы, поездамы, самолёттамы ҡайҙа китеп барһа ла), диктофондан яҙмаларын ҡағыҙға күсереп, компьютерға йыйып ҡуйыр ине.
“Урал батыр” эпосының поэтик тәбиғәтен төрлө яҡлап тикшереп ҡарау ғалимәне асылда әҫәрҙең логик бәйләнеше иҫәпләнгән “Аҡбуҙат” эпосы, ниндәйҙер кимәлдә уртаҡ мотив һәм образдарын һаҡлаған “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпик ҡомартҡыһының художестволы-эстетик, идея-тематик үҙенсәлектәрен дә ҡарауҙы маҡсат итеп ҡуйыуға килтерҙе. Башҡорт милли үҙаңын, милли-мәҙәни, художестволы үҙенсәлеген, үҙенә бер башҡа булыуын асыҡлау ниәте менән ул төрки эпос донъяһына ла мөрәжәғәт итеүҙе дөрөҫ юл, ғилми-ғәмәли сара тип тапҡайны. Был фекерҙәрен айырым мәҡәләләрендә, сығыштарында сағылдырып өлгөрҙө. Билдәле төрки ғалимдарында хуплау һәм дәртләндереү тапты. Һәм бындай киңәйтелгән, тәрәнәйтелгән тикшеренеү докторлыҡ диссертацияһы рәүешендә күҙ алдына килеп баҫҡайны. Эйе, пландар ҙур ине, ижади офоҡтар киң ине...
Эпостарҙың йомаҡ серҙәрен һүтә-һүтә...
Рәсәй фәнни фондтары тарафынан бирелгән гранттарға өлгәшеүенең ни тик-лем еңел булмауы хаҡында аҙмы-күпме фән өлкәһендә әсеһен дә, сөсөһөн дә татып ҡараған ғалимдарға аңлатып тораһы ла юҡтыр. Мәскәү тиклем Мәскәүҙә ултырған фонд ағзалары, ошо, һин тәҡдим иткән фәнни проблема менән таныш булған йәки шул өлкәлә махсус эшләгән ил буйлап һибелгән төрлө эксперттарға тап һинең генә, йәғни башҡорт фәненә файҙалы булған проектыңдың мөһим булыуына төшөнөргә тейеш. Тимәк, шуны ышаныслы итеп раҫлау зарур. Проект бер йыл, ике йыл раҫланмауы, үтмәүе мөмкин. Берәү булһа, эй, ярай ҙа, барыбер үтмәйәсәк, беҙҙән башҡа кемгә кәрәк ул башҡорт әҙәбиәте йәки фольклоры тип ҡул һелтәп ҡуйыр ине. Тик Гөлнар Юлдыбаева түгел. Уңышһыҙлыҡҡа тарыһа ла, ул сәмләнеп китеп, шул уҡ проектты башҡа тема аҫтында булһа ла, йәнә тәҡдим итер ине фондҡа. Сөнки ул фольклор экспедицияларының башҡорт фольклористикаһы өсөн ни тиклем мөһим булыуын яҡшы аңлай ине. “Башҡорт халыҡ ижады” күптомлығына индереп, йәһәтләп мәңгеләштереп, юғалыуҙан һаҡлап алып ҡалып, кире халыҡҡа ҡайтарырға кәрәк. Ә быға финанс ярҙамы мөһим! Бәлки, шуғалыр ҙа эксперттар араһында был үткер һәм ныҡышмал ҡыҙҙы күреп, хайран ҡалып, ыңғай баһа биреүселәр табылғандыр. Грантҡа үҙе етәксе булмаһа ла, башҡарыусылар араһында ул мотлаҡ булды, үҙе проектты тултырып, документтарын рәтләп ебәреп, уңыштарға өлгәшер ине.
Ошондай проекттарҙың береһе булып, 2019-2021 йылдар һуҙымында башҡарыласаҡ монографик проекты уңыш ҡаҙанды: өмөтләнеп көткән грант отолдо. Уның авторҙашы мин, Нәркәс Хөббитдинова инем. Мине лә инде, проект өсөн фән докторы кәрәк тип, формаль саҡырҙы ул. Әммә “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Заятүләк менән Һыуһылыу” ише һәм башҡа эпостарыбыҙҙың художестволы стиль, поэтик үҙенсәлектәрен тикшереүгә бағышланған эш, әлбиттә, формаль була алмай, һәм беҙ ныҡлап эшкә сумдыҡ.
Поэтика тип, ябайса ғына әйткәндә, халыҡ ижады йәки әҙәби әҫәрҙе әҫәр иткән, уға форма, йөкмәтке, геройҙар һәм уларҙың образдарын, сюжет төҙөлөшөн, композиция ҡоролошон күрһәтеп торған төшөнсәне атайҙар. Әгәр ҙә әҙәби әҫәрҙә был йәһәттән яҙыусының ижади оҫталығын, маһирлығын асып биреү менән бәйле булһа, фольклор әҫәрендә иһә эш башҡасараҡ тора. Унда халыҡ ижады өсөн поэтик традициялылыҡҡа әйләнеп киткән художестволы үҙенсәлектәрҙе асыҡлап, төп сюжет үҫешендә художестволы, поэтик функцияларҙы үтәп килгән герой, уның һәм башҡа персонаждарҙың образдарын, шул сюжетты биҙәгән һүрәтләү сараларын, деталдәрен барлап һүтеп сығырға кәрәк буласаҡ. Теге йәки был эпостың ошо үҙенсәлектәрен айырым-асыҡ күрһәтер өсөн, башҡа ҡомартҡыларға мөрәжәғәт итеп, улай ғына ла түгел, ғөмүмән, милли эпос ижадының әһәмиәтлелеген тағы ла асығыраҡ күрһәтер өсөн, башҡа халыҡтар ижадына ла күҙ һалыу зарур.
Эпостарҙың поэтик үҙенсәлеген, аһәңлеген күрһәтеп торған ҡобайыр жанры яҙмышын, образдар системаһын, әҫәрҙәрҙең идея-эстетик, идея-тематик йәһәтенән уртаҡлыҡтарын, художестволы һүрәтләнешен, стиль яғынан оҡшаш һәм айырмалыҡтарын барлап ҡарау кеүек һәм башҡа бурыстар тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гөлнарҙың, ҡапыл шулай яҡты донъя менән хушлашып китеүе, әлбиттә, был мөһим хеҙмәттең яҙмышына ла янай ине. Шуныһы һөйөнөслө, Мәскәүҙә, фондта был проекттың киләсәген хәстәрләп, уға “йәшәргә” рөхсәт бирелде һәм беҙ, уның коллегалары, был эшен мотлаҡ аҙағына еткерергә тигән бурыс йөкмәттек өҫтөбөҙгә.
Төрки фәненә төплө аяҡтары менән баҫып
Әйтеп үтелеүенсә, эпик әҫәрҙе тикшергәндә, үҙ милли юҫыҡта ғына тапанмайынса, уның бөтә этник художестволы нескәлектәрен, үҙенсәлектәрен, оҡшаш һәм айырылып торған яҡтарын баҙығыраҡ күрһәтер өсөн, иғтибарҙы телебеҙгә, мәҙәниәтебеҙгә яҡыныраҡ торған төрки эпик ижадына ла йүнәлтергә кәрәк. Был йәһәттән дә ғәзиз коллегабыҙҙың башланғыстары бар ине инде. Төрки ғалимдары араһына, төрки халыҡтары эпосы донъяһына Гөлнар Вилдан ҡыҙы ныҡлы аҙымдар менән баҫып килеп инде. Саха-Яҡутстандан фән кандидаты Варя Обоюкова әйтеүенсә, Гөлнар шул тиклем ҡыҙыҡһыныусан булды, беҙҙең фольклор ҡомартҡылары ла уның иғтибарынан ситтә ҡалманы, теге йәки был фольклор күренешенә ҡарап, гел йә уртаҡлыҡтар, йә айырмалыҡтар табып, анализлап, үҙенсә һығымта яһар ине. Эпик ижад өлкәһе менән яҡындан ҡыҙыҡһынды. Был уға беҙҙең олонхоны башҡортсаға тәржемә иткәндә, ныҡ ярҙам иткәндер. Асылда Гуля-Гөлнар үҙ халҡын, фольклорын һөйгән башҡорт ҡыҙы булды. Унда барыһы ла үрелгәйне: шатлыҡ та, тереклеккә сарсау ҙа, мөхәббәткә тоғролоҡ та, тырышлыҡ та, яуаплылыҡ та, патриотизм да, тип, һоҡланыуын йәшерә алмай, иҫтәлектәре менән уртаҡлашты коллегабыҙ.
Шунлыҡтан да халыҡ-ара конференцияларының ҡайһыһында ғына булмаһын, ул бөтә ерҙә лә үҙ кешегә әйләнде. Уның тырышлығы һәм киң күңелле аралашыусан булыуы күптәребеҙҙе китаптарынан ғына танып белгән Т.О.Тадышыва (Алтай), Т.Г.Басангова (Ҡалмыҡстан), Н.С.Майнагашева (Хакасия), Т.А.Бакчиев (Ҡырғыҙстан), Ж.С.Эшанҡолов (Үзбәкстан), А.А.Амбарцумян (Әрмәнстан) кеүек һәм башҡа ғалимдар менән яҡынайтты, киң аралашыуға юл асты. Гөлнар үҙе лә, бәлки, аҙағынаса аңлап та өлгөрмәгәндер, әммә ул башҡорт ғалимдары менән төрки донъяһы эпосын өйрәнеүсе фольклорсылар араһын бәйләүсе бер сылбырға әүерелгәйне. Был шәхсән генә фекерем түгел, был хаҡта ана шул ғалимдар үҙҙәре билдәләп үтте.
Талантлы кеше һәр яҡлап талантлы була тигән кеүек, Гөлнар Вилдан ҡыҙы тәржемә эшендә лә әүҙем ҡатнашты. Коллегалары менән бергә ҡырғыҙ халыҡ эпосы “Манас” менән яҡуттарҙың “Нюргон боотур” олонхоһын башҡортсаға тәржемә итеүгә иреште. Тәүгеһе донъя күреп, ике ил – Башҡортостан менән Ҡырғыҙстан республикалары тарафынан юғары баһаланды һәм рухи бәйләнеште нығытты. “Нюргон боотур” китабын иһә уға күрергә насип булманы...
Гөлнар Юлдыбаеваға төрки ғалимдарының йомошо ла аҙ булманы: йә береһе кандидатлыҡ диссертацияһы авторефератына баһалама һорай, икенсеһе теге йәки был темаға арналған мәҡәл һәм әйтемдәрҙе таптыра, өсөнсөһө рус телендәге мәҡәләһен редакторлап (күпселек сит ил республикаларында рус теле уҡытылмау сәбәпле, онотола бара) биреүҙе һорай, мәҡәләгә рецензия кәрәк һ.б. Үҙе ҡылды ҡырҡҡа ярырҙай булып ултырһа, ултырҙы, тик һәр береһенең үтенесен еренә еткереп эшләргә тырышты. Әгәр баһалама фән докторы исеменән кәрәк булһа, шул дәрәжәләге коллегаларын йәлеп итер ине. Әлбиттә, уға баш тартыусы ла, ваҡыты юҡлыҡҡа һылтаныусы ла булманы. Сөнки ул бит – Гөлнар ине! Һәр кемебеҙгә миһырбанлы, яҡты йөҙлө ошо кешегә нисек ярҙам итмәҫ кәрәк! Ихлас күңелдән уның үтенесен үтәр инек.
Ул миңә грек мифологияһынан янып та яңынан көлдән тергеҙелгән Феникс ҡошон хәтерләтә: ул бер ҡасан да ауырлыҡтарға бирешмәне, башын юғары сөйөп, институттың оҙон коридоры буйлап тура баҫып елдереп атлап үтер ине лә, бер нәмә лә булмағандай кабинетына инеп, тәҙрә янындағы өҫтәле артына барып ултырыр ҙа, ең һыҙғанып, сәмләнеп эшләп алып китер ине. Сәғәткә лә ҡараманы, иртәме, һуңмы, ҡай саҡ тамағына ла ашарға онотоп китер булды. Ул сынығып, нығынды ғына, эшләргә һәр ваҡыт көс тапты, беҙгә лә йоҡторҙо шул сәмде. Уға ҡарап өлгө алдыҡ, уның артынан эйәрҙек. Ҡот осҡос сирҙең таралыуына ла иғтибар итмәне, томдары өҫтөндә баш баҫып эшләүен белде. Ана шундай ныҡышмалы хеҙмәтенең бер һөҙөмтәһе булып, филология фәне докторы, билдәле фольклорсы ғалимә Фәнүзә Наҙершина менән берлектә “Башҡорт халыҡ ижады: Заятүләк менән Һыуһылыу” (17-се том, Өфө: Китап, 2023) томы булды. Йәнә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үҙе был бәхетле минуттарҙы кисереүҙән мәхрүм булды. Әммә уның рухы шатланғандыр, тип уйлайбыҙ. Тик башҡорт халҡында ғына таралған “Заятүләк менән Һыуһылыу” эпосының айырым том булып донъя күреүе оло ҡаҙаныш булды.
Тырышҡан – моратына ирешкән, тигәндәй...
Шундай әүҙем һәм камил эшмәкәрлек, әлбиттә, һөҙөмтәһеҙ булманы. Һуңғы йылдарҙа, ғәҙәттәгесә, грант, бүлек эштәре, экспедиция тикшеренеүҙәре менән бер рәттән ҙур-ҙур күләмле “Башҡорт халыҡ ижады” күптомлы академик серияһынан «Халыҡ им-томы», “ХХ – ХХI быуаттар. яҙмаларынан” тигән томдар өҫтөндә эшләп бүлеккә тапшырҙы. Былар Гөлнар Юлдыбаеваның әлеге экспедицияларҙа эшләүенең, оҙайлы практик эшмәкәрлегенең ҙур һөҙөмтәһе булып тора.
Гөлнар Юлдыбаева остаздарының, коллегаларының авторитетын яулаған ғалимә булды. Йәш ғалимдар, аспиранттар өсөн ул үҙе остаз ине, улай ғына ла түгел, дуҫ та булды, уларҙы ул ғилемдең, фольклористиканың асылына төшөндөрҙө, күҙҙәрендә нур балҡытты, үҙҙәренә маяҡ булды. Кеше тип, эш тип янып йәшәне, бер ҙә бирешмәне.
Төплө һәм емешле эшмәкәрлеге өсөн Гөлнар Вилдан ҡыҙы байтаҡ маҡтаулы грамоталар һәм премияға лайыҡ булды: Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (шуныһы мөһим: премияның тәүге лауреаты!), Өфө ҡалаһы мэрияһы Почёт грамотаһы (2008), ТЮРКСОЙ (2013), Федераль ғилми ойошмалар агентлығының (ФАНО) Почёт грамотаһы (2017) һәм башҡа сит республикалары (Якутск, Ҡырғыҙстан, Төркиә) маҡтаулы ҡағыҙҙары. Ғалимәнең бай, емешле эшмәкәрлеге баһаланып еткәнме икән, тигән уй тыуа. Шуға уның фиҙаҡәр эшмәкәрлеге һәм хеҙмәттәре юғары исемгә лайыҡ булыуына өмөтөбөҙ оло.
Гөлнар Юлдыбаеваның ҡыҫҡа ғүмере эсендә башҡарған ғилми-ғәмәли тикшеренеүҙәрен, хеҙмәттәрен, шәхес булараҡ үҙен коллегалары онотмай. 2022 йылда уның иҫтәлегенә үҙе эшләгән Рәсәй фәндәр академияһы Өфө федераль тикшереү үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты коллегалары, дуҫтары уны белгән төрки донъяһы ғалимдары ҡатнашлығында “Евразия халыҡтары мәҙәниәтендә традициялар үҙенсәлеге: эпос, эпос ғилеме һәм сәсәнлек” тигән коллектив хеҙмәт компакт дискы менән нәшер ителде. Уны сығарыуҙа финанс ярҙам күрһәткән элекке Ғафури районы хакимиәте башлығы Ф.Ф. Сыңғыҙовҡа оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Мәрхүмә үҙе тамамлаған Ж. Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә Гөлнар Юлдыбаева исемендәге сәсән мәктәбе асылды. Киләсәктә лә ғалимәнең исемен мәңгеләштереү эше дауам итер, тигән ниәттә ҡалабыҙ.
Эйе, эпос донъяһына ныҡлы төшөнөп, уны төрлө яҡлап өйрәнеп өлгөргәйне Гөлнар һәм иң боронғоһо иҫәпләнгән “Урал батыр” эпосын үҙ тормош тәғлимәте итеп һайлағайны. Мәҡәләнең башында эпостан эпиграф итеп алынған юлдар уның өсөн буш һүҙҙәр булманы: олоно оло итеп ихтирам итте, уларҙан кәңәш алып йәшәне, кесене кесе итеп хөрмәт итте, уларҙы өйрәтеп, эштәрендә кәңәштәр биреп торҙо, хаслыҡҡа, вәс-вәскә ҡолаҡ һалманы, ихтыяр бирмәне, баш баҫып халыҡ ижадын йыйып, өйрәнеп, ғилми әйләнешкә индереп, кире халыҡҡа ҡайтарырға ашыҡты. Халыҡ өсөн хеҙмәт итте! Ә уның хеҙмәттәре исемен мәңгеләштерҙе, үҙенә һәйкәл булды. Ул яҡты йондоҙ булып атылды ла мәңгелеккә сумды. Әммә хеҙмәттәре, ҡылған изге эштәре артынан, һүнмәҫ оҙон эҙ ҡалдырып, һыҙылып үтте.
Гөлнар Юлдыбаева беҙҙең йөрәктәрҙә көләс йөҙлө һылыу, йәш гүзәл зат, тоғро дуҫ һәм оло ғалимә булып мәңгегә һаҡланасаҡ...
Тарих фәндәре кандидаты Әхәт Сәлихов, философия фәндәре кандидаты Искәндәр Шакиров, Марат Бүләков-Ғилманов һәм башҡа коллегалары исеменән филология фәндәре докторы Нәркәс Хөббитдинова менән тарих фәндәре кандидаты Зөһрә Сабирова.