Һибәләп кенә ҡар яуып үтте, һауа шул тиклем саф. Шундай аяҙ көндәрҙең береһендә беҙ, класс етәксебеҙ Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова менән Илнур ағайҙарҙың өйөнә юлландыҡ.
Илнур ағай махсус хәрби операция башланғас, контракт төҙөп, ил һағына баҫты. Класташыбыҙ Илмирҙың атаһы ул. Беҙ һәр ваҡыт хәлен һорашып торабыҙ. Бөгөнгө сәфәребеҙ бушҡа түгел. Район гәзите ойошторған “Изге подписка” акцияһында класыбыҙ менән ҡатнашып, кемгәлер изге эш эшләргә булдыҡ. Күп уйлап тормайынса, үҙебеҙҙең класташыбыҙға әҙ генә булһа ла үҙебеҙҙең ярҙамды күрһәтергә уйланыҡ. Гөлкәй апай беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Беҙҙең ни өсөн килгәнебеҙҙе белгәс, бик шатланды. Ул беҙҙе тәмлекәстәр менән һыйланы. Беҙ “Табын” гәзите менән “Аманат” журналына ярты йылға яҙылған квитанциябыҙҙы бүләк иттек. Илмирҙың туғаны Камилла 5-се класта уҡый. Рәхәтләнеп “Аманат” журналында сыҡҡан мәҡәләләрҙе, хикәйәләрҙе уҡыһындар, кроссвордтар сисһендәр, төрлө конкурстарҙа ҡатнашһындар, ә “Табын”гәзитендә сыҡҡан яңылыҡтар менән танышһындар. Был матбуғат баҫмалары уларҙың өйөнә йылылыҡ алып килһен. Илнур ағайҙың тиҙерәк ғаиләһе янына ҡайтыуын теләнек.
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәр яугир ҙур баһаға лайыҡ, улар тураһында бик күп йылы һүҙҙәр яҙырға була. Халыҡ тыныслыҡта йәшәһен өсөн яугирҙар йәнен аямай илебеҙ һағында тора. Беҙҙе һаҡлап, яҡлап торған бөтә яугирҙарыбыҙға тыуған яҡтарға иҫән-имен һәм еңеү менән ҡайтырға насип булһын!
Нәркәс ЗАҺИҘУЛЛИНА,
Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 8-се класс уҡыусыһы.