Бөтә яңылыҡтар

Һағындыра бит ул тыуған яҡ

Хөрмәтле ижадҡа ғашиҡ дуҫтарым! Беҙҙең “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ишеген әленән-әле яңы ҡунаҡтар ҡағып тора. Был юлы мин һеҙгә уларҙың бер-нисәһенең шиғырҙарын тәҡдим итмәксемен. Улар араһында ҡасандыр районыбыҙҙың “Йондоҙ” (хәҙерге “Табын”) гәзите менән бәйләнеш тотҡандары ла, әлеге көндә үҙҙәре йәшәгән төбәктәрҙең гәзиттәре менән дуҫлығы тығыҙ булған ижадсылар ҙа бар. Ҡайҙа ғына йөрөһәләр ҙә, тыуған яҡ, уның һоҡланғыс тәбиғәте, йылғалары, тауҙары һағындыра, ә ҡайһы берҙәренә “тыуған ерҙән төшкән ер йәмлерәк”... Нисек кенә булмаһын, уларҙың күңел түрендә ИЛҺАМ тигән бер илаһи көс бар! Шул сихри көс ошондай матур шиғыр юлдары тыуҙыра ла инде. Рәхим итеп уҡығыҙ!Гөлшат ВӘЛИЕВА, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе етәксеһе.

Тыуған яғым
Тыуған яҡҡа ҡайтһам ғына,
Ҡайғым баҫылыр.
Бәхет ҡапҡаһы яңынан,
Бәлки, асылыр.

Ниндәй генә хәлдәрҙә лә
Ныҡ булып ҡалыу.
Тыуған ерем тупрағынан
Көс-ҡеүәт алыу.

Гүзәлдәрҙән гүзәл ерем -
Тыуған яҡ икән.
Уйҙарымды алып ҡайтҡан -
Бала саҡ икән.

Ауылым ситендә үҫкән
Көтә ҡуш ҡайын.
Оҙатып ҡалған ине мине
Йәшлек дуҫҡайым.

Бер кемем дә юҡ донъяла
Унан ҡәҙерле.
Йәшлек йылдар бигерәк тә
Өҙә бәғерҙе.

Һағындыра тыуған нигеҙ,
Иҫке генә йорт.
Тәҙрәләрҙә ут ҡабынып,
Әйҙә, керһен ҡот.

Бәләкәй генә ауылым -
Үтәш - Ябалаҡ.
Үҙем ситтә йөрөһәм дә,
Иҫтә тыуған яҡ.

Ҡаршылап булмай бергәләп
Ауыл иртәһен.
Оҙатҡанда ауылым әйтте:
"Бик тиҙ китәһең".

Барыһын күрҙек, үткәрҙек:
Елен-дауылын.
Әл дә ҡайтып һыйынырға
Һин бар, ауылым!
Нурия БИКБАЕВА.
Ишембай районы, Ҡарайған ауылы.
(Урта Үтәш ауылынан.)
dfe
Яҙҙар килде
Бына тағын йәмле яҙҙар килде,
Йылғаларҙа боҙҙар ағалар.
Сыйырсыҡтар үҙ ояларында
Тыуған ерҙе маҡтап һайрайҙар.
Яҙҙар килеү менән еребеҙгә
Бар тереклек яйлап уяна.
Ҡояш нурҙарының йылыһына
Тамсылар ҙа бейеп ҡыуана.

Тәҙрә төптәрендә гөлдәрем дә
Шау сәскәгә тағын күмелде.
Яҙ килеүен һиҙеп, үҫентеләр
Яҡтылыҡҡа табан үрелде.

Яҙғы ҡояш үҙ йылыһын
Бар донъяға тигеҙ өләшә.
Һөйөү уттарында янған йәштәр
Ҡапҡа төптәрендә серләшә.

Ҡойма баштарында күгәрсендәр
Гөр-гөр килеп кенә гөрләшә,
Гүйә улар бөтөн кешелеккә:
"Татыу йәшәгеҙ!" - тип өндәшә.
Фәнзилә БИКТИМЕРОВА.
Бурлы ауылы.

***
Тыуған яҡтарыма
Мәғрүр тауҙар, йәшел урмандарым,
Көмөш һыулы йылға - Еҙемем.
Ҡоштай осоп, һеҙгә талпынырға
Ҡалмағандыр кеүек түҙемем.
Мөлдөрәмә тулы һағышымды
Кемдәргә һуң һөйләп түгермен?
Тыуған яҡтарымдың йәмдәренә,
Наҙҙарына мохтаж күңелем.
Ярһыуҙарын тыя алмай Еҙем
Яҙғы хистәренән ташҡанда.
Болоттарға, күккә ашҡым килде
Уйҙарымда һеҙгә ҡайтҡанда.
Тыуып-үҫкән тыуған ауылымды
Их, күрәһе килә, күрәһе...
Яҙғы сәскәләрҙең бәйләменән
Йәйҙәремдә таждар үрәһе.
Бала сағым, үҫмер йылдар үткән
Тыуған ауылыма тартылам.
Өндә генә түгел, хатта төштә
Мағаш тауҡайына артылам.
Тыуған ауылым, яҙҙы ҡаршылайһың,
Көмөш тамсыларың тамыҙып.
Ҡанатланып һиңә ҡайтып киләм,
Шатлыҡ йәштәремде ағыҙып.
Миләүшә ӘБҮБӘКИРОВА-БӘШИРОВА.
Архангел районы.
(Һабай ауылынан.)
***
Ғафури ере
Урман, тауҙар ҡуйынында
Урын алған Ғафури.
Йылғалары, шишмәләре -
Тәбиғәт бында сихри.

Бер-бер артлы теҙелешеп,
Йәмле ауылдар киткән.
Шәхескә бай Ғафуриҙа
Күп милләт ғүмер иткән.

Ғорур, йомарт Ғафуриҙан
Сыҡҡан шағир, йырсылар,
Алтынға тиң кешеләре -
Тылсымлы бер ынйылар.

Эшһөйәрҙәр ғүмер итә
Ғафуриҙың ерендә,
Курорт менән турбазаға
Күптәр килә бөгөн дә.

Сәскә атып, күкрәк киреп,
Йәшнә әйҙә, Ғафури!
Йәм биреүсе, йүн биреүсе,
Ғорур, йомарт Ғафури!
Әлфира ҒӘЛИЕВА.
Үтәк ауылы.

***
Имәндәшем
Имәндәшем - тыуған ауылым,
Йәмле Еҙем буйҙары,
Яндарыңда һаҡлап тора
Төрлө яҡтан тауҙарың.

Тыуған ауылым – Имәндәшем,
Һиндә генә уйҙарым.
Йәншишмәмдән һыуҙар алам,
Һалҡын тәмле һыуҙарың.

Имәндәшем, ауылҡайым,
Һалҡын һыулы Ташйылғам,
Уҡлыҡаям тауҙарынан
Сәләм бирә йәш ҡылған.

Имәндәшем, ауылҡайым,
Киң һинең урамдарың,
Баш өҫтөнә ауып тора
Тирә-яҡ урмандарың.

Имәндәшем, ауылҡайым,
Күңелем һиндә ята,
Тирә-яғың болоноңда
Яҙҙарым сәскә ата.

Имәндәшем, ауылҡайым,
Тау, ҡая, урмандарым,
Бөтөн болондо ҡаплаған
Сәскәле юрғандарың...
Һағынам, ауылҡайым!
Фуат ТҮЗБӘКОВ.
Салауат ҡалаһы.
(Имәндәш ауылынан.)

***
Йыраҡтарҙа ҡалды тыуған яғым
Йыраҡтарҙа ҡалды тыуған яғым,
Күпме сиктәр беҙҙе айырҙы.
Күңелдәге һағыш-хистәремде
Баҫыр өсөн яҙам был йырҙы.
Тыуған яғым һәр саҡ хәтеремдә,
Имәндәштә гелән уйҙарым.
Төштәремдә менәм ҡаяларға,
Байҡап сығам Еҙем буйҙарын.
Ошо йырым араларҙы үтеп,
Тыуған яҡтарыма юл алһын,
Ауыл буйҡайҙарын яңғыратып,
Ҡая-ташҡа һуғылып таралһын.
Ошо йырым осһон туғандарға
Һәм дуҫтарға сәләм илтергә.
Осрашырбыҙ әле көнө еткәс,
Тик түҙемлек бирһен көтөргә.
Рәсих МУЛЛАШЕВ.
Имәндәш ауылы.

**
Ауылыма
Әйләнәмен дә ҡарайым
Ауылым ҡалған яҡҡа.
Бигерәк ауыр шул, дуҫтар,
Ауылдан киткән саҡта.
Ауылымдың юлдарынан
Күп саҡрымдар үтелгән.
Йәйен, ҡышын ҡайындарға
Күпме серҙәр һүтелгән...
Ауылыма илткән юлдың
Ике яғы аҡ ҡайын.
Шул ҡайындар оҙатып ҡала
Юлдарҙан үткән һайын.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.

***
Тыуған яғым
Тыуған яғым, һинең матурлыҡҡа
Нисә быуын ҡылған тамаша.
Йәннәт кеүек һинең гүзәллектән,
Матурлыҡтан күҙҙәр ҡамаша.

Аллаһ инселәгән ожмах ерем,
Тыуған илем минең даланлы.
Үҙ еренән тәм, йәм табып йәшәй
Башҡортомдоң ғәзиз балаһы.

Мәшһүр “Урал” тыуған ошо ерҙә,
Ҡурай данлай йылға, тауҙарын.
Башҡортостан - Атайсалым минең,
Аяҙ булһын һәр саҡ таңдарың!

Тыуған яғым, һинең матурлыҡҡа
Таң ҡалмаған берәү бар микән?!
Гүзәлдәрҙән-гүзәл һәр кем өсөн
Үҙе тыуып үҫкән ер икән.
Рәмзиә МОНАСИПОВА.
Красноусол ауылы.
***
Һабайым
Һин тип йәнә һағ(ы)нып ҡайттым,
Ауылҡайым, Һабайым,
Алыҫтарҙан саҡ(ы)рып тора
Мәсетем, ярым-айым.
Һабайым, Һабайым,
Ҡайтмай һис ҡала (а)лмайым.
Еҙем буйҙарына ҡайтам,
Бала саҡты һағынып.
Баҫа йөрәгем һағышын
Оҙонъятыу ағышы.
Талдар тирбәтеп Еҙемдә
Һандуғас өҙөлөп һайрай.
Биштирәгем, Төмрөгүлем
Ауыл тарихын һөйләй.
Ҡалҡанмы ни ел-дауылдан
Мағашым һине һаҡлай.
Яратам һине, ауылым,
Ожмах урыным - Һабай!
Гөлшат ВӘЛИЕВА.
Красноусол ауылы.

***
Ауылым Сәйетбаба
Сәйетбаба - тәү бишегем,
Шунда тыуып үҫкәнмен.
Мәндем, Өйә йылғаһының
Һыуын һирпеп эскәнмен.
Тарихи-мәҙәни үҙәк -
Ауылым Сәйетбаба.
Киләсәге лә өмөтлө,
Йәштәр ауылда ҡала.
Йолалар яңыртыла,
Яңы урамдар тыуа.
Замана менән тиң атлай
Ауылым Сәйетбаба.
Сәйетбаба - ҙур ауыл,
Бөтә башҡорт үҙәге.
Ситтән ял йорто эҙләмә,
Дауалай һәр төбәге.
Урал ҡаны - шифалы һыу,
Шишмәләр сығанағы.
Кешелеккә дауа өҫтәй
Тоҙло һыуҙар шифаһы.
Һиндәй алтын ерҙәрҙе
Бер тарафта күрмәнем.
Һиңә булған һөйөүем
Моңдар булып ағылһын.
Эй, еркәйем, алтыным,
Йондоҙ булып балҡының.
Рәхмәт һиңә, еркәйем,
Рәхмәт, азат илкәйем.
Ҡыҙҙарың һәм улдарың
Илгә сәсә нурҙарын.
Илем үҫешен күтәрә
Яулаған уңыштарың.
Йәнтөйәгем кейек иле,
Һуҙған көйөм башҡорт көйө.
Ғорур яңғырай башҡорт теле,
Йәшәһен башҡорт иле.
Таланмаһын Уралым,
Аҡбейегем, Бужаным.
Һайыҡмаһын Иҙелем,
Тыныс аҡһын Еҙемем.
Ҡара көстәр үтмәһен,
Бәлә-ҡаза килмәһен.
Дуҫлыҡ, туғанлыҡ, татыулыҡ,
Бер ҡасан да һүнмәһен!
Фәниә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Сәйетбаба ауылы.

Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас