Милли асылыбыҙға ҡайтып...
Йәмғиәтебеҙҙә киң танылыу алған "Ағинәй" ойошмаһы ағзалары инде икенсе тиҫтә, быуындар бәйләнешен нығытып, милләтебеҙҙең асылын билдәләгән, йөрәктәрҙә ата-бабаларыбыҙ өсөн ғорурлыҡ хисе уятҡан, шанлы ла, данлы ла тарихыбыҙға, һоҡланғыс милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә, сифатлы аш-һыуҙарыбыҙға, көнитмешебеҙгә иғтибарҙы йүнәлтә. Беҙҙең башланғысты күтәреп алып, республика кимәлендә милли кейем, биҙәүестәр, аш-һыуға бәйле республика кимәлендә конкурстар ойошторола, байрамдар барлыҡҡа килде. Етәксебеҙ Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы Янбаева үҙенең сығышында: "Ағинәйҙәр халыҡ араһында милли кейемебеҙгә, биҙәүестәребеҙгә, йолаларыбыҙға, ҡул эштәребеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятып ҡына ҡалманы, олатай-өләсәйҙәребеҙҙән ҡалған ҡомартҡыларға, музей материалдарына, тарихи сығанаҡтарға нигеҙләнеп, тәүгеләрҙән булып ең һыҙғанып эш башланы", - тип билдәләй. Килешмәү мөмкин түгел, быны беҙ үҙебеҙҙең район миҫалында ла асыҡ күрәбеҙ.
Ауылдарҙа "Ағинәй" ойошмалары барлыҡҡа килгәс, иң беренсе милли күлдәк, камзул, еләндәр тектереп (күптәр үҙҙәре үк тегеп) кейҙек, шунан селтәр, һаҡал, ҡашмау кеүек биҙәүестәр эшләүгә тотондоҡ, белгестәрҙе саҡырҙыҡ, оҫталыҡ дәрестәренә йөрөнөк, оҫтарғас, үҙебеҙ үк башҡаларға өйрәттек, ҡыҙҙарыбыҙға, ейәнсәрҙәребеҙгә эшләп бүләк иттек, сират хәситәләргә етте. Уныһын да булдырҙыҡ. Бер үк ваҡытта ауылдарҙа ҡул эштәрен, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы тергеҙеү буйынса йыйындар, байрамдар ойошторҙоҡ, аҡсаһыҙлыҡ, эшһеҙлек, ауылдар бөтөүгә барған осорҙа үҙ көнөбөҙҙө үҙебеҙ күрергә өйрәндек. Махсус хәрби операция башланғас, ойоҡбаштар, бирсәткәләр бәйләнде, туҡмастар ҡырҡылды, емеш-еләк, йәшелсәләрҙән ҡайнатмалар, ҡаҡтар, салаттар әҙерләнде, һаҡселтәрҙәр үрелде, ялға ҡайтҡан яугирҙар менән осрашыуҙар ойошторолдо, гуманитар ярҙам йыйылып оҙатылды.
Башҡорт ғаиләһе өлгөһөндә
Беҙ, Красноусол ағинәйҙәре, эшмәкәрлегебеҙҙе борон-борондан башҡорт ғаиләләрендә йәшәп килгән ҡанундарға ярашлы алып барабыҙ. Ата-әсәләренең донъя мәшәҡәттәре күп булғанлыҡтан, ейән-ейәнсәрҙәрҙе бағыуҙы үҙ өҫтөбөҙгә алғанбыҙ: уларҙы балалар баҡсаһына йөрөтөп кенә ҡалмайбыҙ, унда үткән тәрбиәүи сараларҙа әүҙем ҡатнашабыҙ. Мәҫәлән, быйыл ғына "Миләшкәй" балалар баҡсаһында бер нисә тапҡыр милли биҙәүестәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙыҡ, ағинәйебеҙ Тәнзилә Ғәбит ҡыҙы "Урал батыр" эпосын сәхнәләштереүҙә ҡатнашты, февраль айында Ишембай районында үткән "Урал батыр" байрамында эпостан өҙөк һөйләп, ҡиммәтле бүләк һәм диплом алып һөйөндө. Ағинәйҙәрҙе шулай уҡ Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназияһы уҡыусылары ла көтөп ала. Башланғыс кластарҙа уҡыған ҡыҙҙар менән стилләштерелгән биҙәүестәр эшләнек, Минзилә ағинәй уларға бауырһаҡ бешерергә өйрәтте, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға бергәләп тәмле печеньелар бешерҙеләр.
Бар эшкә лә маһирҙар
Красноусол ағинәйҙәрен Татар Саскүле ауылында урынлашҡан "Изге йорт"та йәшәүселәр ҙә һәр ваҡыт көтөп ала. Беҙ йылдың-йылы уларға "Табын" район гәзитенә подписка бүләк итәбеҙ, күстәнәс, кейем-һалым алып барабыҙ, концерт номерҙары менән сығыш яһайбыҙ.
Районда үткән төрлө кимәлдәге сараларҙа делегаттарҙы, ҡунаҡтарҙы буҙа менән һыйлайбыҙ, сәй табыны, күргәҙмә әҙерләйбеҙ. Райондың "Ағинәй" ойошмаһы етәксеһе Мәрхәбә Мырҙаян ҡыҙы, Гөлшат Вәлиева, Тәнзилә Вахитова, Файруза Ғибаҙуллина ағинәйҙәр әҙерләгән тәмле буҙаларға һорау һәр саҡ күп була.
Етәксебеҙ Венера Ғәни ҡыҙы, ағинәйҙәр Файруза Ғибаҙуллина, Мәйсәрә Рәхимова, Тәнзилә Вахитова биҙәүестәр эшләү, ҡорамалар тегеү, сигеү, бәйләү кеүек ҡул эштәренә маһир, һуңғы ваҡытта балаҫ һуғыу серҙәренә төшөнәләр. Ағинәйҙәр Мәрүә Фазлетдин ҡыҙы, Гөлнура Ғөбәй ҡыҙы, Зәйтүнә Миһран ҡыҙы, Ғәйшә Ғилман ҡыҙы аш-һыу әҙерләү, бауырһаҡ бешереү, емеш-еләктән ҡаҡ ҡойоу оҫталары. Ағинәйебеҙ Альмира Әсҡәт ҡыҙы йоғонтоһонда районда күп ҡатын-ҡыҙҙар дини белемгә эйә булды, намаҙға баҫты, иман юлын һайланы. Быйыл Рамаҙан айында ун ике ағинәйҙең етәүһе ураҙа тотто, барыбыҙ ҙа ифтар мәжлестәре ойошторҙоҡ.
Ниәтебеҙ - изгелек
Рамаҙан айында Красноусол мосолман ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы етәксеһе Миннисара абыстай: "Ил-йортобоҙға тыныслыҡ килһен, махсус операцияла ҡатнашҡан батырҙарыбыҙ ғаиләләренә иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын, балалар атайлы, терәкле булып үҫһен, бөтәбеҙ ҙә дуҫ һәм татыу йәшәйек, күстәнәсле кәрзин берҙәмлек, дуҫлыҡ, туғанлыҡты нығытһын", - тип, ике йыл ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөгән күстәнәсле изге кәрзинде беҙгә тапшырғайны. Һәм ул тиҙ арала бөтә ағинәйҙәрҙең йортон урап сыҡты.
Беҙ уны бер-беребеҙгә күстәнәс тултырып ҡына тапшырманыҡ, һәр өйҙә ниндәй ҙә булһа йола күренешен башҡарҙыҡ, аралашыуҙы кәрәкле лә, фәһемле лә итергә тырыштыҡ. Мәйсәрә Муллағәле ҡыҙында, мәҫәлән, башҡорттарҙағы һарыҡсылыҡ кәсебе, уның файҙаһы тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Кемдер йөн тетһә, сиратһа, икенселәр аяҡланы, йомғаҡ уратты, эш араһында йөндән һуғылған аҫалы балаҫтар, кейеҙҙәр, затлы, уңайлы, ыҡсым һәм зауыҡ менән тегелгән баш, аяҡ һам өҫ кейемдәре, бәйләнгән йылы ойоҡбаштар, бейәләйҙәр, бирсәткәләр, йылы тундар тураһында һөйләнек.
Башҡорт халҡының тәрбиә ҡанундары уның ижадында тупланған: эпостарҙа, әкиәттәрҙә, легендаларҙа, риүәйәттәрҙә, йырҙарҙа, мәҡәлдәрҙә, һынлы сәнғәттә, ҡул эштәрендә таҡмаҡтарҙа, хатта бейеүҙәрҙә сағылған. Күстәнәсле кәрзин Зәйтүнә ағинәйгә тапшырылғас, Рәмзиә Ғайса ҡыҙы "Урал батыр" эпосынан өҙөк һөйләп ишеттерҙе, аҙаҡ ил, тел, батырлыҡ тураһында мәҡәлдәр иҫкә төшөрөлдө, ағинәй Гөлшат Акрам ҡыҙы ижад иткән мөнәжәт әйтелде.
Башҡортостанда быйыл Ҙур һәм татыу ғаилә йылы иғлан ителде. Күстәнәсле кәрзин ҡунаҡҡа килгән көндә Венера ағинәйебеҙ өйөнә улдарын, килендәрен, ейән-ейәнсәрҙәрен ифтар мәжлесенә йыйғайны. Тәүҙә балалар менән ағинәйҙәр бергәләшеп биҙәүестәр эшләне, Зәйтүнә Миһран ҡыҙы балаларға телебеҙҙе, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы белеп үҫеү кәрәклеге тураһында аңлатты, милләтебеҙҙең киләсәге һеҙҙең ҡулда, тип улар алдына маҡсат ҡуйҙы. Балалар, үҙ сиратында, өйрәнгән сүрәләрен яттан һөйләп ишеттерҙе, ифтар ашын ауыҙ иткәс, бергәләп доғалар ҡылынды. Шулай итеп, күстәнәсле кәрзин тәрбиә сараһына ла әйләнеп китте.
Күстәнәсле кәрзин менән йөрөгәндә туҡыу станогында балаҫ һуғыу буйынса оҫталыҡ дәресен дә алды ағинәйҙәр, дуҫлыҡ ептәре тағы ла нығына төштө.
Артабан инде күстәнәстәребеҙҙе алып, ике еңел машина менән Мәндем ауылына юл тоттоҡ. Күстәнәсле кәрзин Фәниә Сәйетгәрәй ҡыҙына тапшырылды, Ҡорбан байрамына тиклем ул Ҡурғашлы, Ташбүкән, Табын, Бурлы, Яугилде, Ерек, Юлыҡ, Ҡауарҙы, Үзбәк, Имәндәш ауылы ағинәйҙәрен урап, был матур сараны ойоштороусыларҙың ҡулына әйләнеп ҡайтасаҡ.
Рәмзиә Монасипова, мәғариф ветераны.