+10 °С
Облачно
Антитеррор

Ветерандарҙы хөрмәтләп

Еҙем-Ҡаран ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына ҡуйылған обелиск янында өмә үтте.

Ветерандарҙы хөрмәтләпВетерандарҙы хөрмәтләп
Ветерандарҙы хөрмәтләп

Обелиск һәм һәйкәлдәр – тыуған илебеҙҙең азатлығы өсөн башын һалған яҡташ-яугирҙарыбыҙ, атай-олатайҙарыбыҙ хаҡында тере иҫтәлек. Ташҡа яҙылған исемдәр беҙҙең йөрәктәрҙә, ә һуғыш яланында ҡылған батырлыҡтар – киләсәк быуын өсөн үрнәк өлгөһө. Һәйкәлдәрҙе ҡарау, уларҙы тәртиптә тотоу беҙҙең һәр беребеҙҙең изге бурысы. Обелиск янын тәртипкә килтереп, беҙ үҙебеҙҙең Ватаныбыҙға һөйөүебеҙҙе, ата-бабаларыбыҙҙың батырлығына хөрмәт белдерәбеҙ, йәш быуында патриотик рух, тыуған илгә тоғролоҡ тәрбиәләйбеҙ.
Ошо изге маҡсаттар менән ниәтләнеп эшләнде был өмә.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән Еҙем-Ҡаран урта дөйөм белем биреү мәктәбе уҡыусылары һәм ирекмәндәр бергә йыйылды. Обелиск тирәһендәге ҡоро үлән, сүп-сар, ҡоро япраҡтар таҙартылды, хәтер урыны тәртипкә килтерелде.
Тиҙҙән Еҙем-Ҡаран ауылында "Тере хәтер" мемориаль комплексын реконструкциялау буйынса проект эштәре башҡарыласаҡ. Был проект Башҡортостан Башлығының гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Ауылдарҙағы һәйкәлдәрҙе ҡәҙерләп һаҡлаһаҡ, төҙөкләндерһәк, уҙған ғүмер менән яҡты киләсәгебеҙ араһындағы күпер ныҡлы буласаҡ. Тарихын белмәгән халыҡтың киләсәге юҡ, тигән боронғолар.
Гөлшат Рахманғолова. Еҙем-Ҡаран ауылы

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас