Тарихта: һуғыш осоронда 20 миллион кеше һәләк булды тиҙәр... Әммә был һандарҙың күберәк тә булыуы билдәле.
4 йылдан ашыу ваҡыт эсендә еребеҙҙе һаҡлар өсөн, Ватаныбыҙҙы, илебеҙҙе һаҡларға тип, бар милләт вәкилдәре ҡулдарына ҡорал алып, сафҡа баҫты.
Күптәре ошо изге яуҙа герой булып ҡайтһа, бәғзеләре баштарын һалды. Байтағының билдәһеҙ һалдаттар булып юғалыуын күҙ алдына килтереүе бигерәк ҡыйын.... Герой олатайҙарҙы, ҡыйыу ҡатын-ҡыҙҙарҙы - ҡорал тотоп, ғүмерҙәрен йәлләмәй, беҙҙең тыныс тормош өсөн башын һалғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Был көндө һәр ваҡыт шатлыҡтан йылмайып, күҙ йәштәребеҙ менән ҡаршылайбыҙ. Олатайҙарыбыҙ, фашист оккупацияһынан ҡотолорға ярҙам иткән һәр кем өсөн ғорурлыҡ тойғоһо күңелде тултыра! Халыҡ күңелендә ул дәһшәтле көндәр ҡайнар ут булып һаҡлана :
Минең олатайым да, Резбаев Кашфулла Хәйретдин улы, Сталин заманында 1935 йылдарҙа - ғәйепһеҙ килеш халыҡ дошманы тип ғәйепләнеп, 3 йыл ултырып, аҡланып ҡайта... Буталсыҡ заманда әсе телле дошмандары арҡаһында күпме кеше бер ғәйепһеҙ килеш ултырып сыҡты.
Һуғыш башланғас, ҡыйыу рухлы олатайым “Илем!” тип, ҡатындарыбыҙ, балаларыбыҙҙы һаҡларға тип, ҡоралын алып, үҙе теләп яуға китә. 1943 йылда үлем хәбәре килеп төшә. Нәнәйем дүрт балаһын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән ҡаһарман Әсә!
Хөрмәтле яҡташтарым, милләттәштәрем!
Барығыҙға ла тыныслыҡ, изгелек, бәхет, зәңгәр тыныс күк йөҙө теләйем. Бөйөк Еңеү көнө менән ҡотлайым! Ерҙә балаларыбыҙ өсөн тыныслыҡ булыуын теләйек, күгебеҙ аяҙ булһын!
Зимфира СИРАЕВА (КАМАЛОВА).
Сәйетбаба ауылы.