+18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Апрель 2022, 17:40

Яугилде күсмә кубогы йәнә Зәйнуллиндарҙа

14 йыл элек Яугилде ауылында Ниязбай Сәлимов башланғысы менән “Яугилде кубогы”на волейбол ярышы уҙғарыла башлағайны. Был традицияға быйыл да тоғро ҡалдылар һәм 16 апрелдә Яугилде мәктәбенең спорт залында волейбол турниры үтте. Спорт сараһы быйылғы Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына, 1812-1814 йылғы Ватан һуғышының 210 йыллығына һәм Украиналағы һуғышта ҡатнашҡан яугирҙарға теләктәшлек белдереүгә арналды.

Яугилде күсмә кубогы йәнә Зәйнуллиндарҙа
Яугилде күсмә кубогы йәнә Зәйнуллиндарҙа

Н.Сәлимов билдәләүенсә, үҫеп килгән йәш быуында илһөйәрлек сифаттары һәм сәләмәт йәшәү рәүешен тәрбиәләүҙә ҙур роль уйнаған был үҙенсәлекле волейбол турнирын үткәреү башланғысын ҡеүәтләп, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм физик культура министрлығы үҙҙәрендә йылды Волейбол йылы тип иғлан итеүенә нигеҙләп бүләккә 6 кубок биреүе ҙур әһәмиәткә эйә.
Ярышта өс ғаилә командаһы: Яугилденән Солтанморатовтар-Абдуллиндарҙың берлектәге, Имәнлектән Зәйнетдиновтар, Бурлынан Зәйнуллиндар; Ҡауарҙы биләмәһе йәштәре, Бурлы мәктәбе һәм уҡыусылары командалары үҙ-ара көс һынашты. Һәм ғаиләләр араһында Зәйнуллиндар ғаиләһенең һәм Ҡауарҙы йәштәренең еңеүе менән тамамланды. Солтанморатов-Абдуллиндар – 2-се, Зәйнетдиновтар 3-сө урын яуланы. Бурлы мәктәбе уҡыусыларына – 2-се, мәктәп командаһына 3 урын бирелде. Командаларҙың алтыһына ла иҫтәлеккә бүләккә министрлыҡ тарафынан бүленгән кубоктар тапшырылды. Ә “Яугилде кубогы-2022”-нең ике күсмә кубогын еңеүсе командалар яуланы. Спорт байрамында ҡатнашыусыларҙың барыһы ла матур-матур бүләктәр алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Номинацияла еңеүселәр ҙә бүләкләнде. “Иң йәш уйынсы” номинацияһында - Илзирә Зәйнетдинова, “Иң өлкән йәштәге уйынсы” – Ким Ғәлиәхмәтов, “Иң шәп һөжүм итеүсе” – Инсаф Зәйнуллин, ”Иң шәп һаҡлаусы” - Илназ Мөхәмәтдинов, “Иң шәп ҡамаусы” – Рафаил Юлмөхәмәтов, “Иң файҙалы уйын-
сы” – Наил Әфләтуллин, “Турнирҙың иң яҡшы уйынсыһы” - Искәндәр Зәйнуллин.
Ниязбай Булатбай улы балалар-көйәрмәндәрҙе лә иғтибарһыҙ ҡалдырманы, кәнфиттәр таратты. Лилиә Миниязова ауылдаштары – Имәнлек командаһы ла ҡатнашыуына һөйөнөп, һәр ҡайһыһына үҙ бүләктәрен әҙерләгән.
Ойоштороусылар бағыусы булып торған Бурлы ауыл хакимиәтенә, “Урожай” ЯСЙ-е КХ-һы етәксеһе Нәжип Хисаметдиновҡа, шәхси эшҡыуар Рәмил Солтанморатовҡа, мәктәп, клуб коллективтарына, ағинәйҙәргә, 6 кубок бүләк иткән БР Спорт министрлығына рәхмәтле булды.

Яугилде күсмә кубогы йәнә Зәйнуллиндарҙа
Яугилде күсмә кубогы йәнә Зәйнуллиндарҙа
Автор:Индира Ишкина
Читайте нас: