+26 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Май 2022, 10:00

Спорт менән шөғөлләнеү өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

2022 йылдан физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәренә социаль һалым ҡайтармаһы алып буласаҡ. Уның өсөн ошондай хеҙмәттәр тәҡдим итеүсе ойошма махсус исемлеккә индерелергә тейеш.

Спорт менән шөғөлләнеү өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?

Шуныһы мөһим: спорт клубына абонементығыҙ, әйтәйек, 2021 йылдың июленән 2022 йылдың июленә тиклем ғәмәлдә булһа, һалым ҡайтармаһының яртыһын ғына - 2022 йылға тура килгән өлөшөн генә ҡайтарып алырға мөмкин.
 
Һалым ҡайтармаһын һәр төрлө спорт дәресе өсөн алып буламы?
 
Юҡ. Спорт министрлығының махсус исемлегенә индерелгән спорт клубтарындағы дәрестәр өсөн генә биреләсәк:
https://minsport.gov.ru/activities/o-nalogovom-vychete-za-zanyatiya-sportom/. Был исемлектә 3 800-ҙән ашыу ойошма бар, һәм йыл һайын ул тулыландырыласаҡ.
 
Һалым ҡайтармаһын алыу өсөн спорт клубына йыш йөрөргә кәрәкме?
 
Йыш һөрөйһөгөҙмө, әллә һирәкме - мөһим түгел. Әгәр һеҙ Спорт министрлығы исемлегендә булған клубҡа абонемент һатып алғанһығыҙ икән, һеҙгә һалым ҡайтармаһы тейеш.
 
Һалым ҡайтармаһының иң ҙур күләме ниндәй?
 
Ҡайтарманың күләме һәр абонементтың хаҡынан тора. Иң күбе 15 600 һум аҡсаны кире ҡайтарырға мөмкин. Абонементҡа 120 000 һумдан күберәк аҡса тотонолһа, атап үтелгән сумма кире ҡайтарыла.
 
 Һалым ҡайтармаһын нисек алырға?
 
1-се ысул. nalog.ru сайтындағы шәхси кабинетта “Ҡайтарма алырға” тигән бүлектә ғариза һәм клуб менән төҙөлгән килешеү сканын беркетеп, ҡайтарманы тулыһынса алырға була. Был ысул буйынса түләүҙәр 2023 йылдан башлана.
 
2-се ысул. Һалым ҡайтармаһын эш биреүсе аша алырға мөмкин. Бының өсөн nalog.ru сайтында ҡайтарма алыуға хоҡуғыңды раҫлау тураһында ғариза бирергә кәрәк. 30 көн эсендә һалым инспекцияһы һеҙҙең эш биреүсегә ошо хаҡта хәбәр итә. Был осраҡта, һалым ҡайтармаһы күләме түләнеп бөтмәйенсә, һеҙҙең хеҙмәт хаҡынан 13% НДФЛ тотоп ҡалынмаясаҡ. Ошо ысул менән эшләгәндә түләүҙе быйыл уҡ алырға мөмкин.
  
Спорт клубы министрлыҡ исемлегенә нисек эләгә?
 
* 1 октябргә тиклем ойошмалар физик культура һәм спорт өлкәһендәге төбәк башҡарма власть органдарына ғариза бирә ала.
* 1 ноябргә тиклем Рәсәйҙең һәр субъекты үҙ исемлеген төҙөй һәм илдең Спорт министрлығына ебәрә.
* 1 декабргә тиклем Рәсәй Спорт министрлығы ойошмалар исемлеген раҫлай һәм уны ведомствоның рәсми сайтында урынлаштыра.
 
Оператив мәғлүмәт алыу, шулай уҡ физкультура-һауыҡтырыу хеҙмәттәре күрһәтеүсе ойошмаларҙың һәм шәхси эшҡыуарҙарҙың исемлеген төҙөү тәртибе хаҡындағы бөтә һорауҙарҙы түбәндәге электрон почтаға ебәрергә мөмкин: [email protected].
  
Өҫтәмә мәғлүмәт ошонда: https://sport.bashkortostan.ru/activity/31730/  
 
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Спорт менән шөғөлләнеү өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?
Спорт менән шөғөлләнеү өсөн һалым ҡайтармаһын нисек алырға?
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: