+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
17 Июнь 2022, 19:45

Йүгереүселәр һынатманы

16-17 майҙа Нефтекама ҡалаһында Башҡортостан Республикаһы мәктәп уҡыусыларының XXIV спартакиадаһы сиктәрендә еңел атлетика буйынса финал ярыштары үтте.

Йүгереүселәр  һынатманы
Йүгереүселәр һынатманы

Унда уға тиклем 6 майҙа Красноусолда уҙған зона ярыштарында еңеү яулаған Сәйетбаба урта мәктәбе егеттәре һәм Красноусолдағы 1-се мәктәп ҡыҙҙары (һүрәттә) ҡатнашты.
Финалда Сәйетбаба командаһы (тренеры – И.Р.Шәйәхмәтов) 2-се урын, красноусолдар (тренеры – Л.Д.Хәкимова) – 4-се урынды яуланы. Егеттәр араһында шәхси беренселектә Сәйетбаба ауылынан Айҙар Рахманғолов 2-се урын алды.
Йәйге Спартакиада 47 спорт төрө һәм 53 дисциплина буйынса үткәрелә. 6 июндә баш ҡаланың «Өфө-Арена»һында спартакиаданы асыу тантанаһында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «Рәсәй уҡыусыларының йәйге спартакиадаһы»на старт биргәйне.
Илнур ШӘЙӘХМӘТОВ,
Сәйетбаба мәктәбенең физик культура уҡытыусыһы.

Йүгереүселәр  һынатманы
Йүгереүселәр һынатманы
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: