+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
20 Июнь 2022, 13:40

Батырҙарҙа өс "алтын" һәм ике "көмөш"!

Стәрлетамаҡта Рәсәй көнөнә һәм Башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған "Ҡара ҡаплан" асыҡ турниры йөҙҙән ашыу балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе, егеттәрҙе һәм ҡыҙҙарҙы, шулай уҡ өлкән спортсыларҙы йыйҙы. Сарала тренер Флорид Ғибәҙуллин етәкселегендәге Ғафури районы командаһы ла ҡатнашты.

Батырҙарҙа өс "алтын" һәм ике "көмөш"!
Батырҙарҙа өс "алтын" һәм ике "көмөш"!

Красноусолдағы "Батыр" көрәшселәр клубы тәрбиәләнеүселәре, ҙур ҡала ярышының абруйлы наградаларын уйнатыуҙа ҡатнашып, саҡырыуҙы теләп ҡабул итте.

Ярышты асыу тантанаһы һәм ярыш Олимпия резервындағы спорт мәктәбендә үтте. Ғафуриҙар бында алдынғылыҡты бирмәне һәм көн дауамында көс-ғәйрәт, таһыл-етеҙлектәрен күрһәтте. Улар ярышташтарының күбеһен еңеп, ҙур наградаларға эйә булдылар. Ғафуриҙар ике алтын һәм өс көмөш миҙалға лайыҡ булды. Егор Зюлькин, Сыңғыҙхан Яҡупов һәм Тимур Юламанов - үҙ төркөмдәрендә еңеүселәр, ә Максим Трофимов һәм Добрыня Николаев - өс призер иҫәбендә, икенсе урындар яуланы.  

 "Батыр" көрәш клубы етәксеһе Флорид Ғибәҙуллин әйтеүенсә, үткән сараның маҡсаты изге, ул йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләүҙән, шулай уҡ ҡатнаш көрәште популярлаштырыуҙан һәм сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалауҙан ғибәрәт. Шуға күрә "Кара ҡаплан" турнирында ҡатнашыу мөмкинлеген ҡулдан ысҡындырманыҡ, көсөбөҙҙө күрһәттек, яңы тәжрибә алдыҡ. Үҫмерҙәр өсөн был ҙур сараларҙа ҡатнашыу үҙ һәләттәрен камиллаштырыуға этәргес булып тора. Ә уларҙың ата-әсәләре призёрҙар миҫалында балаларҙың үҫешеүен, алға китеүен һәм уңышҡа өлгәшеүен күрә.

Батырҙарҙа өс "алтын" һәм ике "көмөш"!
Батырҙарҙа өс "алтын" һәм ике "көмөш"!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: