+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
5 Июль 2022, 09:40

Ғафури спортсылары - Ауыл спорт уйындарында иң яҡшы дүртәү иҫәбендә!

 3 июлдә Кушнаренко ауылында Башҡортостан Республикаһының Ауыл спорт уйындары сиктәрендә йәйәүлеләр араһында спорт туризмы буйынса ярыштар тамамланды.

Ғафури спортсылары - Ауыл спорт уйындарында иң яҡшы дүртәү иҫәбендә!
Ғафури спортсылары - Ауыл спорт уйындарында иң яҡшы дүртәү иҫәбендә!

Ярыштар «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә уҙғарылды. Ғафури районынан Батыршина Виктория, Хәкимова Лиана, Корнева Ангелина, Ильясова Лиана, Алтынбаева Виолетта, Афанасьев Георгий, Афанасьев Дмитрий, Өмөтбаев Эдуард, Иванов Никита һәм Нәсибуллин Алмаз ҡатнашты.

Спортсылар биш этаптан торған 2,7 саҡрым арауыҡты йүгереп үтте. Ярыш йомғаҡтары буйынса ғафуриҙар дөйөм зачетта дүртенсе урынды алды. «Шәхси беренселектә Лиана Хәкимова икенсе урында.

#нацпроекты

Ғафури спортсылары - Ауыл спорт уйындарында иң яҡшы дүртәү иҫәбендә!
Ғафури спортсылары - Ауыл спорт уйындарында иң яҡшы дүртәү иҫәбендә!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: