+18 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Декабрь 2022, 15:00

Донъя чемпионы менән осрашыу

Ошо көндәрҙә Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия уҡыусыларына шахбокс спорты буйынса донъя чемпионы титулын яулаған Ҡауарҙы ауылы егете Илсур Сабир улы Исхаҡов менән яҡындан күрешеп, осрашыу бәхете тейҙе. Матур осрашыуҙы район мәғариф бүлеге, гимназия хакимиәте ойошторғайны.

Донъя чемпионы менән осрашыу
Донъя чемпионы менән осрашыу

Алып барыусы уҡыусы ҡыҙҙар йөкмәткеле итеп төҙөлгән сценарий аша донъя чемпионы булған райондашыбыҙ менән таныштыра барҙы һәм шул уҡ ваҡытта залдағы уҡыусылар һорауҙар бирҙе, ул үҙ сиратында бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырманы, төплө яуаптары менән ихлас әңгәмәсе булараҡ та һөйөндөрҙө. Гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова Илсур һәм уҡыусылар араһында бәйләнеш булдырып, аралашыуҙы тағы ла йәнләндерҙе. Һуңынан ул спортсы егетебеҙгә матур теләктәр әйтеп, гимназияла яҡшы уҡыусыларға ғына тапшырылып килгән значокты һәм бүләк тапшырып үтте.
Был көндө Илсур Сабир улын яҡындан ҡотларға мәғариф ветерандары Ғәлинур Ҡалмырҙин, Рифат Ишмөхәмәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, шахмат буйынса тренер Наталья Проценко, көрәшселәр остазы Азамат Ибәтуллин килгән ине. Улар һәр береһе сығыш яһап, чемпионға тағы ла яңынан-яңы уңыштар теләп, үҙҙәренең был еңеүгә сикһеҙ шатланыуҙарын белдерҙеләр. Илсурҙың атаһы, бер үк ваҡытта тренеры Сабир Сабит улы ла улы тураһында һәм ошо уңышҡа нисек өлгәшеүе, бының өсөн ышаныс менән алға барырға кәрәклекте аңлатты.
Илсур Исхаҡов Ҡауарҙы ауылында Сабир Сабит улы менән Миңзилә Ишморат ҡыҙының һоҡланғыс ғаиләһендә икенсе улдары булып донъяға килә. Ошо ауыл мәктәбен яҡшы уҡып тамамлаған. Ағаһы Айҙар ҙа, Илсур ҙа БДУ-ның инженерия факультетын тамамлап, әрме хеҙмәтендә изге бурыстарын үтәп ҡайтҡандар. Туғандары: Рәмис Өфө ҡалаһында йылылыҡ-энергетика колледжының 4-се курсында, бәләкәс Элина әле Ҡауарҙы мәктәбендә 6-сы класта уҡып йөрөй.
Исхаҡовтар - ғаиләһе менән спортты үҙ иткән кешеләр. Ҡауарҙы мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы, район Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Сабир Сабит улы спорттың бар төрөндә лә үҙен һынап ҡараған оҫта шахматсы. Шуға ла бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнеп, шахмат аша аҡыл көсө, зирәклек тәрбиәһе алған Илсур алға ҡарап, еңеүҙәргә ынтылып йәшәргә өйрәнгәндер. Ә бокс менән ул БДУ-ның беренсе курсында уҡығанда 2015 йылда мауыға башлай. Был спорт төрөн үҙ итеп, шахбокс менән етди шөғөлләнеп алып китә. Бер йылдан һуң күнекмәләр шахбокс буйынса Рәсәй чемпионы титулын, Рәсәйҙең Шахбокс федерацияһы кубогын яулауға килтерә, ә хәҙер Илсур Сабир улы Рәсәй йыйылма команда составына инеп, Төркиәлә уҙған шахбокс буйынса донъя чемпионаты финалында француз спортсыһын еңә һәм донъя чемпионы исемен яулай. Уға ҡаршы сыҡҡан Франция спортсыһы – ике тапҡыр донъя чемпионы, бығаса бер тапҡыр ҙа еңелгәне булмаған.
Шахбокс – ул сиратлашып килгән раундтарҙа шахмат һәм боксты берләштереүсе спорт төрө. Ул кешенең интеллектуаль мөмкинлектәре менән алыша белеү күнекмәләрен берләштереүгә ҡайтып ҡала. Уйын ҡағиҙәһе: алыш 11 раундтан тороп, спортсылар таҡ раундта тиҙ шахмат буйынса зирәклектә көс һынашһа, йоптарында иһә 3 минутҡа рингҡа сығалар һәм төртөшөп алалар.
Уҡыусылар үҙенең ҙур шатлығын тап улар менән уртаҡлашырға ваҡыт табып килеүенә рәхмәт әйтеп, һәр кем донъя чемпионынан автограф алып, класс менән дә, айырым да фотоға төшөп ҡалырға тырышты. Донъя рингына башҡорт еләнендә һәм ҡамсат бүректә сыҡҡан, ихлас, ябай булыуы менән һоҡландырған Илсур Исхаҡовҡа яңы үрҙәр, уңыштар, еңеүҙәр теләп ҡалабыҙ.

Донъя чемпионы менән осрашыу
Донъя чемпионы менән осрашыу
Донъя чемпионы менән осрашыу
Донъя чемпионы менән осрашыу
Донъя чемпионы менән осрашыу
Донъя чемпионы менән осрашыу
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: