+10 °С
Болотло
Ярыштарҙа Ғафури саңғысылары ла ҡатнашты. Ике көн дауамында спортсылар классик стилдәге шәхси уҙышта һәм коньки йөрөшө менән ярышта ҡатнашты. Үҙҙәренең йәш категорияларында Фәтҡулла Әхмәтйәнов, Розалиә Дәүләтбаева һәм Лиана Хәкимова еңеүсе булды. Уларҙың барыһы ла паралимпия чемпионы ҡулынан наградалар алды. Спортсыларыбыҙҙы уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да еңеүҙәр теләйбеҙ!