Фестивалдең тәүге көнө «Йәшлек» паркында үтте. Фестивалдә ҡатнашыусылар дүрт һынау үткәргән: 60 м, 1500 метрға йүгереү (12-13 йәшлек ҡатнашыусылар) һәм 2000 м (14-15 йәшлек ҡатнашыусылар); туп ырғытыу, оҙонлоҡҡа һикереү. Һәр һынауҙа спортсылар үҙҙәренең көс-ҡеүәтен, етеҙлеген һәм сыҙамлығын күрһәтте. Оҙон араға йүгереүҙә норматив айырыуса ауыр булды. Финишҡа тиклем барып етер өсөн бөтә көстө йыйып, характер һәм ынтылыш күрһәтергә кәрәк ине.
Фестивалдең икенсе көнө «Еҙем» физкультура-һауыҡтырыу комплексында үтте. Бәйгеселәр һынауҙың дүрт төрөндә иң яҡшыларҙы асыҡланы: «электрон ҡорал»дан атыу, йөҙөү, гимнастика эскәмйәһенән эйелеү, ятҡан килеш ҡулдарҙы бөгөү һәм күтәрелеү (егеттәр). Көрәш ҡомары һәр минут һайын үҫә барҙы. Муниципаль тест үткәреү үҙәге судьялары фестивалгә йомғаҡ яһаны.
1-се мәктәп командаһы бөтә һынауҙарҙы еңеп сыҡты һәм команда зачётында беренсе урынды ышаныслы яуланы. Икенсе урында - Н.А.Мәжитов исемендәге КБГИ. Өсөнсө урынды 2-се мәктәп яуланы. 12-13 йәшлек ҡыҙҙар араһында шәхси беренселектә Хәмзина Әлиә еңеүсе булды, икенсе урында - Ергунова Анна һәм бронза - Мөхәмәтйәнова Линала. Егеттәр араһында Дибаев Вәсим иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте, икенсе - Йомағолов Илдар, өсөнсө урын - Рыҫҡолов Рамаҙанда. 14-15 йәшлек ҡыҙҙар араһында һынауҙарҙа Торопкина Карина еңеүсе булды, икенсе урында - Сәйфетдинова Лиана, өсөнсөлә - Ходжакулова Мәҙинә. Егеттәр араһында Уткин Арсений - беренселә, икенселә - Иванов Павел, өсөнсө урында - Руденко Дмитрий.
Еңеүселәр 2023 йылдың 20-22 июнендә Салауат ҡалаһында үтәсәк Башҡортостан Республикаһының дөйөм белем биреү ойошмалары уҡыусылары араһында Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәтенең "Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер" республика фестивалендә районыбыҙ исеменән сығыш яһаясаҡ.