+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
12 Август 2023, 10:40

Алда ҙур еңеүҙәр көтһөн

Билдәле булыуынса, йылдың-йылы августың икенсе шәмбеһендә физкультурниктар, спортсылар көнө билдәләнә. Үҙ байрамдарын районыбыҙ спортсылары матур еңеүҙәр, уңыштар менән ҡаршылай.

Алда ҙур еңеүҙәр көтһөн
Алда ҙур еңеүҙәр көтһөн

Күптән түгел, мәҫәлән, районыбыҙ көрәшселәре Өфөнөң “Динамо” стадионында “грэпплинг” спорт көрәше буйынса Волга буйы Федераль округы беренселегендә ҡатнашып ҡайтты. Был сарала Волга буйы Федераль округының 10 субъек-
тынан һәм республиканың 21 районынан 400-ҙән ашыу спортсы ҡатнашты. Унда “Лион” спорт көрәше академияһы тәрбиәләнеүселәре Алмаз Әхмәтйәнов, Степан Пашин, Вадим Баймырҙин районыбыҙ намыҫын яҡланы һәм һынатманылар. Ике көн да-
уам иткән ныҡышмалы көрәштә Степан менән Алмаз ГИ (кимонола) бүлегендә көмөш миҙал яулап, 29-31 августа Суздаль ҡалаһында үтәсәк Рәсәй беренселегендә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булдылар.
-Еңеү егеттәргә еңел бирелмәне, алыш барышында хаталар ҙа булды. Рәсәй беренселегенә төплө әҙерләнеп, алыш техникаһы өҫтөндә ныҡлы эшләйәсәкбеҙ һәм Рәсәй беренселегендә һынатмабыҙ, тип ышанам,- ти клуб етәксеһе Тетан Ягодкин.
Районыбыҙ спортсылары шулай уҡ үткән аҙнала Һауа-десант ғәскәрҙәре көнөнә арнап Шишмә районының Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге “Патриот” паркында үткән “Геройҙар уҙышы”нда ла уңышлы сығыш яһаны. Ҡаршылыҡтар аша күмәкләп йүгереүҙә райондың спорт ветерандары Фәтҡулла Әхмәтйәнов, Фаил Ғафаров, Ғайса Кейекбаев менән бер рәттән “Батыр” клубы тәрбиәләнеүселәре Ришат Хәкимов, Илүс Ғафаров, һәм Андрей Романов ҡатнашты. Районыбыҙ командаһы бында ла һынатманы, 60-тан ашыу команда араһында 23–сө урын яуланы. Уларҙы еңеүҙәре менән ихлас ҡотлайбыҙ, ә инде Рәсәй беренселегенә әҙерләнеүсе йәш спортсыларға еңеүҙәр теләйбеҙ.
Шулай уҡ районыбыҙҙың барлыҡ спортсыларын, тренерҙарҙы байрамдары уңайынан ҡотлайбыҙ. Киләсәктә тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләр, ҡаҙаныштар юлдаш булһын .
М.МӘМӘТҠОЛОВА.

Алда ҙур еңеүҙәр көтһөн
Алда ҙур еңеүҙәр көтһөн
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: