Көсөргәнешле финал осрашыуҙары алдынан төркөм этаптары Антон Штадлер тәрбиәләнеүселәре өсөн бик уңышлы үтә. Уның балалары өс еңеүгә өлгәшә һәм төркөмдән беренсе урынға сыға.
Саҡмағош районы менән "Өсәү финал"ына эләгеү хоҡуғы өсөн матч та уңышлы тамамланды. Мауыҡтырғыс ныҡышмалы уйындан һуң осрашыу ғафуриҙар файҙаһына 3:2 иҫәбе менән тамамланды.
Финалда ғафуриҙар благоварҙар һәм шаранлылар менән уйнаны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, команда тренеры билдәләүенсә, беҙҙең балаларға бер аҙ ғына физик форма етмәне.
"Беҙ өсөнсө урын алдыҡ, - тине тренер Антон Павлович, - был бик яҡшы һөҙөмтә, сөнки беҙ иң көслөләр менән уйнаныҡ. Һәр кемде ҡотларға теләйем, бөтә балалар ҙа бик күп көс һалды”.
Йәш футболсыларҙы ҙур ҡаҙаныштары менән ҡотлайбыҙ һәм яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!