+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Спорт
9 Май , 13:00

Еңеү көнөнә арналды

Уҙған шәмбе, 27 апрелдә, Архангел районында яҡынлашып килгән Еңеү көнөнә арналған район-ара шахмат турниры үтте. Дүртенсе йыл рәттән уҙғарылған ярышта Архангел, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы райондары шахматсылары ҡатнашты.

Еңеү көнөнә арналды
Еңеү көнөнә арналды

Ғафуриҙарҙың байтаҡ өлөшө был ярышта бик шәп наградаларға лайыҡ булды. Мәҫәлән, Сабир Исхаҡов - 1-се урын (беренсе таҡтала), Данил Муллашев - 2-се урын (икенсе таҡта), Салауат Түзбәков - 1-се урын (өсөнсө таҡта), Расих Муллашев - 3-сө урын (дүртенсе таҡта), Әхнәф Суфиянов 1-се урын (бишенсе таҡта).
Яҡташтарыбыҙ, спорттың был төрөндә өҫтөнлөктәрен дәлилләп, өс алтын миҙал яуланы!
Был яҡшы һөҙөмтә дөйөм команда иҫәбендә лә сағылып, Ғафури районы командаһы - 1-се, Ҡырмыҫҡалы районы шахматсылары - 2-се, Архангел ауылыныҡылар 3-сө урынды яуланы.
Беҙҙең уйынсыларҙың блиц-турнирҙа сығыш яһауы ла уңышлы булды. Унда Сабир Исхаҡов, фекер тиҙлеген күрһәтеп, бронза миҙал яуланы.

Еңеү көнөнә арналды
Еңеү көнөнә арналды
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: