Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына арналған митинг тамамланғас, байрамға килеүселәр еңел атлетика эстафетаһын ҡарарға йүнәлде. Йылдағыса район үҙәге урамдары буйлап уҙған эстафетала ҡатнашыусылар Красноусолдың 2-се мәктәбендә теркәлеү үткәндән һуң, мәктәп алдында этаплап йүгереүселәр теҙелеп баҫты. Район хакимиәтенең спорт секторы мөдире Шамил Хәкимов барлыҡ ҡатнашыусыларҙы байрам менән ҡотлап, йүгереүселәргә этап шарттарын аңлатты һәм барыһына ла еңеү теләне. Ярыш “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” төбәк проектын тормошҡа ашырыу нигеҙендә ойошторолған.
Ҡулдарына эстафета таяҡсалары тотҡан йүгереүселәр этаптар буйынса үҙҙәре йүгерәсәк тәғәйен урамдарға йүнәлде. Бөтәһе бер нисә этаптан торған көсөргәнешле ярышта төрлө йәштәге 160 кеше ҡатнашты. Эстафета түбәндәге һөҙөмтәләр менән тамамланды. Урта мәктәптәр араһында 1-се урынды Красноусолдағы 1-се мәктәп, 2-се урынды 2-се мәктәп, 3-сө урынды Сәйетбаба мәктәбе командалары яуланы. Тулы булмаған мәктәптәр араһында Йөҙимән, Имәндәш мәктәбе командаһы йүгеректәре тәүгеләрҙән булып финиш һыҙығын үтеп, призлы урындарға эйә булдылар.
Ауыл хакимиәттәре араһында Красноусол командаһына етеүсе булманы. Предприятие, ойошмаларҙан “Красноусол” шифаханаһы 1-се урынды, Үҙәк район дауаханаһы 2-се урынды алһа, Красноусол күп профилле колледжы һәм ГИП-электро ойошмаһы уларҙан әҙгә генә ҡалышты.
Һуңынан, еңеү эстафетаһында призлы урындар яулаусыларға кубок һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды.
9 Май көнө Бөйөк Еңеүҙең 79 йыллығына Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә шахмат буйынса район-ара блиц-турнир уҙғарылды. Унда Красноусол, Табын, Яңғыҙҡайын, Имәндәш, Сәйетбаба ауылдарынан 36 шахматсы ҡатнашты. Һөҙөмтәлә, блиц-турнир еңеүсеһе булып Даниил Никифоров (Красноусол) танылды, 2-се Иҙел Иҙрисовҡа, 3-сө урын Александр Ширяевҡа бирелде.
Ир-аттар араһында Александр Ширяев (Красноусол) 1-се, Рәсих Муллашев (Имәндәш) 2-се, Винер Ғарифуллин (Красноусол) 3-сө урынды яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Жанна Аванесян еңеүсе булды.
2007-2012 йылғы үҫмерҙәр төркөмөндә 1-селекте Даниил Никифоров, 2-сене Иҙел Иҙрисов, 3-сө урынды Марат Ишмырҙин (Красноусол) яуланы. Ошо уҡ йәштәге үҫмер ҡыҙҙар араһында 1-се урынды Дарья Проценко, 2-сене Милена Проценко, 3-сөнө Эльвина Әбелғужина (Красноусол) алды.
2013-2015 йылғы үҫмерҙәр араһында 1-се урынға Назар Әбсәләмов, 2-сегә Тимур Ибәтуллин, 3-сөгә Семён Семёнов (Красноусол) лайыҡ булды. Ошо уҡ йәштәге ҡыҙҙар араһында 1-се урынды Алтынай Вәлишина, 2-сене Аделия Ситдиҡова, 3-сөнө Аҡйондоҙ Нәзирова (Красноусол) яуланы.
2016 йылғы һәм кесерәк малайҙар араһында 1-се урынды Эмиль Ситдиҡов (Красноусол), 2-сене Самир Әбсәләмов (Красноусол), 3-сөнө Назар Аванесян (Табын) яуланы. Шул уҡ йәштәге һәм кесерәк ҡыҙҙар араһында 1-се урын Вера Курбатоваға, 2-се Аделина Ишмырҙинаға (Красноусол), 3-сө Динара Ҡадироваға (Яңғыҙҡайын) бирелде.
Еңеү көнөндә аҡыл уйы-нында ҙур еңеүгә ирешкән шахматсыларҙы ҡотлайбыҙ. Кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтерергә ярҙам итеүсе уйында ҡатнашыусыларға киләсәктә лә камил аҡыллы, асыҡ зиһенле булып ҡалыуҙарын теләйбеҙ.
Был көндө шулай уҡ “Йәшлек” ял һәм спорт паркында футбол бу-йынса турнир, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбендә (ҡатын-ҡыҙҙар), “Еҙем” ФОК-ында (ирҙәр) волейбол, Красноусолдағы 1-се (ҡатын-ҡыҙҙар) һәм 2-се (ирҙәр) мәктәптәрҙә баскетбол буйынса ярыштар үтте.
Ғөмүмән, Еңеү көнөнә арналған спорт ярыштары ойошҡан рәүештә, дәррәү уҙҙы. Ярыштан һуң спортсылар кем ниндәй урын алыуға ҡарамаҫтан, дуҫтарса таралышты.