Йәш спортсының тренеры Тетан Ягодкин да Алмаздың йыл әйләнәһенә ай һайын 12-шәр мең һум стипендия аласағын раҫланы.
- Был Алмаз өсөн көрәш менән тағы ла етдиерәк шөғөлләнеү, яңынан-яңы бейеклектәр яулап, көслөрәк көрәшселәрҙе еңеү өсөн ҙур стимул, этәргес булыр тип уйлайым, - ти тренер. - Бөгөнгө көндә Алмаз спорт көрәше грэпплинг буйынса Рәсәй Федерацияһы беренселегенең көмөш призёры. Был титулды ул 2023 йылда Суздаль ҡалаһында үткән ярышта яуланы. Был еңеүҙән тыш йәш көрәшсенең шәхси һәм команда “копилкаһында” төрлө кимәлдәге ҡаҙаныштары байтаҡ.
Быйыл иһә Академияның бер түгел, дүрт тәрбиәләнеүсеһе Рәсәй беренселегендә “алтын яуларға” барасаҡ. Йәш спортсыларыбыҙға етди һынауға ныҡлы әҙерләнеп, уңышлы сығыш яһауҙарын һәм мотлаҡ чемпион булып ҡайтыуҙарын теләргә генә ҡала.
М.МЫРҘАЯНОВА.