Көрәшселәр туғыҙ ауырлыҡ үлсәмендә көс һынашты. Көсөргәнешле бәйгелә Рәсәй, Әзербайжан, Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан, Монголия, Үзбәкстан һәм Тажикстан көрәшселәре еңеүгә өлгәшеп, призёр булды. Улар араһында яҡташыбыҙ, Красноусолдағы 2-се урта мәктәпте тамамлап, бөгөнгө көндә Ишембай нефть техникумында белем алыусы Максим Ковешников та бар.
Ул 70 кг ауырлыҡ үлсәмендә беренсе урын яулап, көрәш буйынса донъя чемпионы исеменә лайыҡ булды.
Максимды һәм уның тренерҙары Айнур Кинйәбаев менән Марат Зариповты оло еңеү менән ҡотлап, яңы еңеүҙәр теләйбеҙ.
Мәрхәбә Собханғолова.